Номерҙарҙа (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Номерҙарҙа
Нигеҙләү датаһы 1885
Атамаһы В номерах
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q97573131?
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 18 (30) май 1885
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

«Номерҙарҙа»— Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1885 йылдың 18 майында «Осколки» журналының 20-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Номерҙарҙа» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1885 йылдың 18 майында «Осколки» журналының 20-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмала ундағы персонаждарҙың фамилиялары һәм телмәр үҙенсәлектәре бер аҙ үҙгәртелеп бирелә.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват, чех, швед телдәренә тәржемә ителә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер саҡ полковник ҡатыны Нашатырина үҙ ҡыҙҙары менән отелдә туҡтала. Улар менән күрше номерҙа штабс-капитан Кикин йәшәй. Кикиндың ҡысҡырынып теләһә ниндәй әшәке һүҙҙәр әйтеүе полковник ҡатынының асыуын ҡабарта. Ул отель хужаһына килеп штабс-капитандың тәртипһеҙлегенә зарлана: «Миңә икенсе номер бирегеҙ, юғиһә, мин һеҙҙән бөтөнләй сығып китәсәкмен! Был хәшәрәтлек ояһы! Уйлап ҡарағыҙ, минең ҡыҙҙарым ҙурайған, ә улар көнө-төнө бары әшәке һүҙҙәр генә ишетергә мәжбүр! .. Көнө-төнө! Ҡайһы саҡ ул хас ат ҡыуыусылар кеүек ҡысҡыра! Ярай, минең ҡыҙҙарым урыҫса аңламайҙар… Бына әле лә ул нимәлер һөйләй! Тыңлап ҡарағыҙ әле үҙегеҙ!»

Полковник ҡатындың кейәүгә йәрәшелмәгән Лиля һәм Мила тигән ҡыҙҙары әсәһенең был һүҙҙәренән һуң баштарын түбән эйә. Әсә кеше Кикинды әрләүен дауам итә. Ҡунаҡхана хужаһы ла шулай уҡ зарланып ала. Ул Кикиндың һәр көн иртәнсәк коридор буйлап эске кейемдә йөрөгәне, йә булмаһа, иҫерек сағында, револьверын алып, стенаға ата башлауы, көндөҙ шарап эсеп, төнө буйы кәрт уйнауы, унан һуң һуғышыуы тураһында һөйләй. Ләкин ул Кикинды, тегеһенең апелляцияға һәм кассацияға биргәнлеге арҡаһында, мировой судьяның ҡарарын алған булһа ла, ҡунаҡхананан сығара алмауы тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта хужа Кикинға шундай ҡылыҡһырлама бирә: «Йәш, матур, аҡыллы… Эсмәгән сағында».

Нашатырина Кикиндың ҡатынын йәлләй башлай һәм ирҙең буйҙаҡ икәнлеген белеп ҡала. Был хәбәр уның ике ҡыҙының да ирһеҙ булыуын иҫенә төшөрә. һәм ул уйлана башлай. Ул отель хужаһына Кикиндың тәртибе һәм үҙҙәренең Кикинға күрше номерҙа ғына йәшәүҙәре тураһында әйтергә ҡуша. Ҡатын ҡыҙҙарына матурыраҡ кейенеп йөрөргә ҡуша, бәлки, уларҙың яҙмышы хәл ителер, белеп булмай...

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. В номерах // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 145 à Kikine, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]