Норбертина фон Бреслерн-Рот
| Норбертина фон Бреслерн-Рот | |
| нем. Norbertine von Bresslern-Roth | |
| Тыуған: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Үлгән: | |
| Үлгән урыны: | |
| Ил: | |
Норбертина фон Бреслерн-Рот (13 ноябрь 1891[1][2][3][…], Грац[4] — 30 ноябрь 1978[1][2] (87 йәш), Грац[4]) — Австрия рәссамы һәм гравёры.
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Норбертина Рот Грацта, Клостервисгассе урамында үҫә. Уның әсәһе Алоизия Рот Вена-Леопольдштадттағы ат спорты мәктәбе хужаһының ҡыҙы була. Норбертинаның сәнғәткә һәләтен башланғыс мәктәптә үк уҡытыусыһы таный, ул 1907 йылдан башлап уның Штирия Ландескунстшулеһында (сәнғәт мәктәбендә) уның директоры Альфред Шрёттер фон Кристелли етәкселегендә һүрәт төшөрөү һәм рәсем сәнғәте дәрестәрендә бушлай ҡатнашыуына булышлыҡ итә. 1909 һәм 1910 йылдарҙың йәйге айҙарында ул Дахауҙа (Мюнхен янында) Ганс фон Хайек етәкселегендәге хайуандарҙы һүрәтләү мәктәбендә уҡый. 1911 йылда Норбертина Рот Грацтан китә һәм Вена һынлы сәнғәт академияһында профессор Фердинанд Шмутцерҙа уҡый башлай. Шмутцер ҙа йәш рәссамдың һәләтенә шул тиклем һоҡлана, ул уны Академиялағы үҙенең оҫтаханаһына бер йылдан һуң уҡ ҡабул итә, ҡатын-ҡыҙҙарға Вена сәнғәт академияһында рәсми рәүештә 1921 йылда ғына уҡырға рөхсәт ителһә лә.
1912 йылда уҡ ул тыуған ҡалаһынан беренсе хөрмәт билдәһе итеп Грац ҡалаһының көмөш миҙалын ала. 1916 йылда Вена Сецессионында уңышлы күргәҙмәнән һуң, ул ирекле рәссам булараҡ үҙен танытыу өсөн Грацҡа ҡайта. Беренсе "Норбертина Роттың махсус күргәҙмәһе" (1918) менән, Беренсе донъя һуғышы тамамланыу менән бергә, ул тыуған ҡалаһы Грацта ҙур уңышҡа өлгәшә. 1920-се йылдарҙа уҡ ул линогравюраның яңы баҫма ысулы менән интенсив шөғөлләнә башлаған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була. 1921 йылдан 1952 йылға тиклем ул был техникала күп һанлы хайуан һүрәттәрен ижад итә. 1928 йылда Бреслерн-Рот Төньяҡ Африкаға сәйәхәт ҡыла, был уны күп һанлы хайуан картиналарын ижад итергә илһамландыра, уларҙың ҡайһы берҙәре этюд характерында. Һуңыраҡ ул Европа зоопарктарында илһам ала. Бынан тыш, ул балалар китаптарын, гобелендарҙы һәм фил һөйәгендәге миниатюраларҙы иллюстрациялай.
1932 йылда Норбертина фон Бреслерн-Ротҡа "Профессор" исеме бирелә. 1951 йылда ул 1946 йылда яңынан тергеҙелгән Штирия сәнғәт ассоциацияһының почетлы президенты була.
Аншлюс ваҡытында ул бөгөнгө көндә режимға ҡарата тәнҡитле тип һаналған ҡайһы бер картиналар ижад итә. Ошо сәбәпле, һәм ул 1918 йылда өйләнгән һәм нацист ҡануниәте буйынса "ярым йәһүд" тип классификацияланған ире Георг Риттер фон Бреслерн (1892-1952) менән айырылышмағанға күрә, бөгөн ул "мәҙәни ҡаршылыҡ" өлөшө тип һанала.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Норбертина фон Бреслерн-Рот бөгөнгө көндә донъя кимәлендә иң мөһим хайуандарҙы һүрәтләүсе рәссам тип иҫәпләнә. Айырыуса, уның һуңғыраҡ осорҙағы эштәре, улар өйрәнеү характерында түгел, ә күберәк сәнғәтсә, тиңдәшһеҙ тип һанала. Үҙенең линогравюралары менән ул күренекле һәм прогрессив график сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итә, улар менән ул үҙ ғүмерендә үк халыҡ-ара сәнғәт сәхнәһендә үҙ урынын билдәләй алған. Үҙенең һүрәттәре менән ул шулай уҡ киң танылыу яулай. 1952 йылда Грацтағы уның эштәре күргәҙмәһенә ул ваҡыттағыса күҙ алдына килтереп булмаған һанда – 10 000 кеше килгән.
Бреслерн-Роттың эштәре Универсаль музей Йоаннеумдың[5] коллекцияһында, шулай уҡ Викторияның милли галереяһында һәм Метрополитен сәнғәт музейында һаҡлана.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Картиналары:
- Sterbender, von Pfeilen durchbohrter Löwe (башҡ. Уҡтар менән тишкеләнгән, үлем хәлендәге арыҫлан) (яҡынса 1928)
- Schneeleopard (башҡ. Ҡар барыҫы) (1939)
- Verfolgung (башҡ. Эҙәрлекләү) (1941)
- Гравюралары (баҫмалары):
- Балалар китаптары:
- Im Zoo (башҡ. Зоопаркта) (1944)
- ABC (башҡ. Әлифба) (Грац, Kienreich, 1946)
- Die Wiese (башҡ. Болон) (1948)
- Professor Wüsstegern (башҡ. Профессор Вюссегерн) (балалар китаптары серияһы)
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1912: Silber-Medaille der Stadt Graz (башҡ. Грац ҡалаһының көмөш миҙалы)
- 1921: Österreichischer Staatspreis (башҡ. Австрия Дәүләт премияһы)
- 1922: Gold-Medaille der Stadt Graz (башҡ. Грац ҡалаһының алтын миҙалы)
- 1934: Ehrenpreis der Stadt Wien (башҡ. Вена ҡалаһының почетлы премияһы)
- 1936: Österreichischer Staatspreis (башҡ. Австрия Дәүләт премияһы)
- 1971: Würdigungspreis des Landes Steiermark für bildende Kunst (башҡ. Һынлы сәнғәт өсөн Штирия еренең Хөрмәтләү премияһы)[8]
- 1972: Ehrenring der Landeshauptstadt Graz (башҡ. Грац федераль ер баш ҡалаһының Почетлы балдағы)[9]
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1931 Хәҙерге Австрия ағас гравюралары һәм төҫлө баҫмалары, Бруклин музейы.[10]
2016 йылдың 26 октябренән 2017 йылдың 17 апреленә тиклем Универсаль музей Йоаннеум Грацтың Яңы галереяһында рәссамдың ижадына арналған киң күләмле ретроспектива күргәҙмәһен ойошторҙо.[11]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Michael Stoff (Hrsg.): Bresslern-Roth. Eine Hommage im St. Veiter Schlössl zu Graz, Graz 2003, Eigenverlag, ISBN 3-9501787-0-8.
- Kovacek & Zetter: Herbstausstellung, Österreichische Kunst des 20. Jahrhunderts (Wien 2003), Verkaufskatalog, Sonderausstellung Bresslern-Roth Norbertine, S. 53–83.
- Christa Steinle (Hrsg.): Norbertine Bresslern-Roth – Tiermalerin, Neue Galerie Graz, Universalmuseum Joanneum, Ausstellungskatalog, Graz: Leykam Buchverlag, 2016, ISBN 978-3-7011-8015-8.
- Bresslern, Norbertine Roth von, 1891-. Norbertine Bresslern-Roth : 18 Faksimile-Blätter. — Graz, Austria: Akademische Druck- u. Verlagsanstalt. — ISBN 3-201-01183-5.
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гравюралары 2021 йыл 13 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118673912 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- 1 2 3 4 Norbertine von Bresslern-Roth (нидерл.)
- 1 2 Norbertine von Bresslern-Roth (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- 1 2 3 4 Blumesberger S. Bresslern-Roth, Norbertine von // Handbuch der österreichischen Kinder- und Jugendbuchautorinnen (нем.) — 2014. — Vol. 1. — S. 168—172. — ISBN 978-3-205-78552-1
- ↑ Norbertine Bresslern-Roth - Exhibition | Neue Galerie Graz (ингл.). www.museum-joanneum.at. Дата обращения: 25 июль 2020.
- ↑ Leopard Hunt | Norbertine von BRESSLERN-ROTH | NGV | View Work (билдәһеҙ). www.ngv.vic.gov.au. Дата обращения: 25 июль 2020.
- ↑ Leopard Hunting. www.metmuseum.org. Дата обращения: 25 июль 2020.
- ↑ Würdigungspreis des Landes Steiermark für bildende Kunst Preisträgerinnen/Preisträger 2021 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ EhrenringträgerInnen der Stadt Graz
- ↑ (1931) «MUSEUM NOTES». The Brooklyn Museum Quarterly 18 (1): 33–38. ISSN 2578-7632.
- ↑ Norbertine Bresslern-Roth - Exhibition | Neue Galerie Graz (ингл.). www.museum-joanneum.at. Дата обращения: 25 июль 2020.