Эстәлеккә күсергә

НормаШәкәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
НормаСахар
URL:

[www.normasugar.ru]

Коммерция:

апрель 2015 йылдан

Сайт тибы:

һанлы медицина

Теркәлеү:

мотлаҡ

Теле:

урыҫ

Сервер урынлашҡан:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Автор:

Александр Подгребельный

Эшләй башлаған:

2011

Ағымдағы статус:

эшләү

«НормаШәкәр» (рус. «НормаСахар») — һанлы медицина проекты, Рәсәйҙә шәкәр диабетлы ауырыуҙарҙың хәлен күҙәтеүгә тәғәйенләнгән тәүге онлайн-сервис. Махсус мобиль ҡушымта ярҙамында сервис ауырыуҙың ҡанындағы глюкоза миҡдарын күҙәтә һәм инсулиндың уға тейешле дозаһын тәҡдим итә, шулай уҡ ситтән тороп табип консультацияһы алыу мөмкинлеген бирә. «НормаШәкәр» шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ирекле медицина страховкаһы программаһын тәҡдим итә. 2015 йылдың апреленә, медик консультацияһынан башҡа, порталдың хеҙмәттәре түләүһеҙ ине.

Cайттың авторы — табип-эндокринолог Александр Подгребельный. 2000-се йылдар уртаһында ул ошо проектҡа оҡшашты эшләргә тырышып ҡарай, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрай. Эшҡыуар интернет-магазиндар аша инсулин помпалары һата һәм гипогликемия өйәнәктәрен өҙөү өсөн кәнфиттәр етештерә.

2011—2012 йылдарҙа Подгребельный Microsoft Seed Fund Башланғыстарҙы финанслау фондынан 50 мең доллар грант һәм «Главстарт» стартап-акселераторынан 100 мең доллар алыуға өлгәшә. 2012 йылда порталдың һынау версияһы эшләй башлай. Проектҡа исемде компания акционерҙарының береһе Михаил Зуев уйлап таба.

2013 йылдың октябрендә Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фондынан 25 мең долларлыҡ ярҙам ала. Шул уҡ йылды Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин проект менән таныштырыла[1].

2015 йылда проект авторҙары үҙ клиенттарына «НормаШәкәр» тулы страховка яҡлауы" тигән ирекле медицина страховкаһы программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Программала ҡатнашыусылар медицина ярҙамын партнёр дауалау учреждениеларында ала. Ләкин — тик шәкәр диабетының хроник ҡатмарлашыуы осраҡтарында ғына. Шуның менән бергә, страховкаланған кеше «НормаШәкәр» дистациялы күҙәтелеү һәм шәкәр диабетын дауалау системаһы" программа тәьминәтен ҡулланырға йөкләмә ала. Был страховканың мөҙҙәте — 1 йыл, хаҡы — 11 мең һумдан 25 меңгә тиклем[2].

2015 йылдың апреленә ҡарата, сайтта ун ике мең ярым самаһы кеше теркәлгән. Системала эшләгән табиптар һаны — 48. Сервис асылғандан алып, ҡандағы шәкәрҙе үлсәү миллион тапҡырҙан ашыу башҡарылған.

Сайтта теркәлгән ҡулланыусылар портал хеҙмәттәренән «НормаШәкәр Табип» («НормаСахар Доктор») махсус мобиль ҡушымтаһы ярҙамында файҙалана ала. Ул ауырыуға уның сәләмәтлек торошо, ҡанындағы глюкоза тирбәлештәре, ашалған углеводтар миҡдары (сайттың базаһында 10 меңдән ашыу төр аҙыҡта күпме углевод булыуы тураһында белешмә бар), ҡабул ителгән инсулин тураһындағы мәғлүмәттәр теркәлгән көндәлек алып барырға ярҙам итә. Кеше үҙ аллы глюкометр менән ҡанындағы глюкозаны үлсәй һәм һөҙөмтәне кеҫә телефонындағы йә компьютерҙағы программаға теркәй. Селтәргә тоташыу менән мәғлүмәтте көндәлеккә үҙе индерә торған глюкометрҙар ҙа бар[3].

Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә, интернет булһа, пациент әлеге мәлдә үҙенә күпме инсулин кәрәклеген иҫәпләп сығара ала. Табип менән дә бәйләнешкә инергә була, ул ҡушымта ярҙамында ауырыуҙың хәлен баһалай һәм, сирҙең бөтөн тарихына нигеҙләнеп, уға тәҡдимдәр бирә.

Был — Рәсәйҙә диабет ауырыулыларҙы онлайн хеҙмәтләндереүсе тәүге сервер. АҠШ-та һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә был сара күпкә алдараҡ барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Израилдә «Диабетик мәғлүмәт бюроһы» тигән компания эшләй, ул телефон, электрон почта йәки Skype аша төрлө илдәрҙәге диабетиктарға консультация бирә. Был компанияны нигеҙләгән Ицхак Чайковский Рәсәй эшҡыуарҙарының башланғысын хуплап ҡаршы алды[4].

2013 йылда проект Мәскәүҙең Морозов балалар ҡала клиник дауаханаһында һәм Отт исемендәге акушерлыҡ һәм гинекология ғилми-тикшеренеү институтында һыналды. Медиктар сервисты ыңғай баһаланы, был турала 6-сы Бөтә Рәсәй диабетологик конгреста хәбәр итте[5].

2015 йылдың апрелендә сервер түләүлегә әйләнде. 2 апрелдән башлап сайтҡа абунасы түләүе индерергә кәрәк, ул бер ай файҙаланған өсөн 98 һум тәшкил итә. 2апрелдән һуң бер аҙна эсендә серверға элек яҙылған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре унан баш тарта[6], ләкин, эшләнмә авторҙары белдереүенә ҡарағанда, яңы клиенттар арта бара: шул уҡ аҙна эсендә сайтта йөҙҙән ашыу кеше теркәлгән[7].

Серверҙа теркәлгәс, биш көн уны ҡулланыу түләүһеҙ, артабан уларға ҡарата ла серверҙы ҡулланыусылар өсөн раҫланған шарттар көсөнә инә.

Интернетта компанияға башҡа ялыуҙарҙы ла осратырға мөмкин. Кешеләр был хеҙмәттәрҙе үҙенә смартфон алырға ла аҡсаһы етмәгән ауырыуҙарҙан көлөү тип һанай. Шулай уҡ программаның иң кәрәк саҡта эштән сыҡмаҫына гарантияның булмауын да уның етешһеҙлектәре иҫәбенә индерәләр[8].

Рәсәйҙә диабет ауырыулылар өсөн онлайн-көндәлек сифатында эшләүсе тағы бер компания — Dia-Lifе — бар[9]. Проекттар араһында асыҡтан-асыҡ конфликт юҡ, ләкин Dia-Lifе эйәһе «НормаШәкәр» порталының бета-версияһы эшләй башлауы айҡанлы ғәжәпләнеүен белдерҙе, сөнки билдәле стартап-акселератор уның компанияһына финанс ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартҡан[10].

  1. Путин раздал на софт  (рус.), Газета.ru.
  2. Программа добровольного страхования  (рус.), Официальный сайт НормаСахар.
  3. Здравствуйте удалённо  (рус.), Бизнес-журнал.
  4. Проект НормаСахар планирует обеспечить больных диабетом ежедневной консультативной помощью  (рус.), Диадом.
  5. Управа на болезнь  (рус.), Бизнес-журнал.
  6. Открытое письмо  (рус.), Диабетическое информационное агентство.
  7. Недельный срок прошёл  (рус.), Официальный сайт НормаСахар.
  8. Мнения людей  (рус.), Портал «Мой диабет».
  9. Dia-Lifе  (рус.), Официальный сайт Dia-Lifе.
  10. Чем проект «НормаСахар» привлёк инвесторов?  (рус.), Деловая среда.