Норовава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Норовава — йәки Паксява (м., э. норов, пакся «ялан», ава «ҡатын-ҡыҙ»), яландарҙы ҡурсалаусы тәңре.

Модавынан һуңыраҡ, ер эшкәртеү башланғас, барлыҡҡа килгән булырға тейеш. Һәр ауыл, йәнәһе лә, үҙенең Нороваваһын булдырған. Уның йәшәгән урыны тип ыҙан һаналған. Ураҡсылар Норовава өсөн урылмаған һыҙаттар ҡалдырғандар, төш ваҡытында ул ашаһын һәм уларҙы уңышһыҙ ҡалдырмаһын өсөн, тоҙ һибелгән икмәк һалғандар; унан урыу эштәрен имен-аман атҡарыуҙа, утауҙа һәм ураҡҡа ҡулды ҡырҡып ҡуймауҙа ярҙам һорағандар. Ер эшкәртеүселәр Нороваваға бағышлап доға уҡығандар, сөнки уңышҡа булған өмөт уның ҡурсауына бәйле, тип иҫәпләгәндәр. .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мокшин Н.Ф. Мордваларҙың дини инаныуҙары. — Саранск, 1968; 1998.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мордовия Энциклопедияһы, Н.Ф. Мокшин.