Эстәлеккә күсергә

Носаль Евдокия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Носаль Евдокия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бурчак[d], Украина
Вафат булған көнө 23 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (25 йәш)
Вафат булған урыны Новороссийск, Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Краснодар
Һөнәр төрө уҡытыусы, лётчик
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Носаль Евдокия Ивановна Викимилектә

Носаль Евдокия Ивановна (13 март 1918(19180313) — 23 апрель 1943) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (218-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, Төньяҡ-Кавказ фронты) эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы.

Евдокия Ивановна Носаль 1918 йылдың 13 мартында Украинаның Запорожье өлкәһендә, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украинка. Ире — Григорий Филиппович Перепелица.

Николаев ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Аэроклубты, 1940 йылда Херсон авиация мәктәбен тамамлай. Николаев аэроклубында инструктор-осоусы булып эшләй

Ҡыҙыл армияла 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкында (218-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, Төньяҡ-Кавказ фронты) эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия кесе лейтенанты Е. И. Носаль дошмандың объекттарын бомбаға тотоу буйынса 354 хәрби осош яһай, дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итә.

1943 йылдың 22 апреленән 23-нә ҡарай төндә хәрби заданиенан ҡайтышлай Е.Носаль осороп алып килгән самолет немец самолеты тарафынан һөжүмгә дусар була. Һөҙөмтәлә Евдокияның сикәһенә снаряд ярсығы ярсығы эләгеп, үлә. Штурман И. Каширина самолетты үҙаллы аэродромға еткерергә һәм уңышлы ултыртыуға өлгәшә. Евдокия Носаль Пашковская станицаһында (хәҙер Краснодар биҫтәһе) полк осоусылары П. Макогон, Л. Свистунова һәм Ю. Пашкова менән йәнәш туғандар ҡәберлегендә ерләнә[2].

46-сы гвардия Таман полкында беренсе булып «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиусының 1943 йылдың 24 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия кесе лейтенанты Носаль Евдокия Ивановнаға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3][4].
  • Ленин ордены.
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены — сержант Носаль 215 хәрби осош яһай һәм дошман өҫтөнә 31276 кг бомба ташлай.[5]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942), сержант Носаль 50 төнгө осош яһағаны өсөн бүләкләнә[6].
Тышҡы медиафайлдар
  • Мәктәптең Пашковская музейында уның документтары һаҡлана.
  • Краснодар ҡалаһының 58-се урта мәктәбе герой исемен йөрөтә
  • Украинаның Запорожье өлкәһе ҡала тибындағы Михайловка ҡасабаһында Еңеү майҙанында геройға бюст ҡуйылған.
  • Краснодар ҡалаһында Рәсәй батутта Һикереү федерацияһы йыл һайын И.Носаль иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр турниры үткәрә[7]. Новороссийск ҡалаһындағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.
  1. 1,0 1,1 Yevdokia Ivanovna Nosal // TracesOfWar
  2. Крапивянский С. Н. Безвозвратные потери личного состава 46-го гвардейского ночного бомбардировочного авиационного полка в годы Великой Отечественной войны: никто не забыт : Сборник материалов VIII Международной научной конференции / сост. О. Г. Самойленко. — Нежин: НГУ им. Н. Гоголя, 2012. — С. 155. Архивировано из первоисточника 5 октябрь 2017.
  3. Память народа :: Документ о награде :: Носаль Евдокия Ивановна, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2017.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему составу Военно-Воздушных сил Красной Армии» от 24 мая 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 31 мая (№ 20 (226)). — С. 1
  5. Память народа :: Документ о награде :: Носаль Евдокия Ивановна, Орден Красного Знамени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2017.
  6. Память народа :: Документ о награде :: Носаль Евдокия Ивановна, Орден Красной Звезды. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2017.
  7. Традиционные всероссийские соревнования по прыжкам на батуте, акробатической дорожке и двойном минитрампе памяти Героя Советского Союза, лётчицы Евдокии Ивановны Носаль пройдут в Краснодаре 2015 йыл 18 ноябрь архивланған..
  • Носаль Евдокия Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 180. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. — «Нас называли ночными ведьмами». М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.
  • Декаленкова Я. Первая в полку // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.