Носков Николай Иванович (музыкант)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Николай Носков
Николай Носков в 2009 (4).jpg
Николай Носков в ЦКиОМ Северодвинска,
30 ноября 2009 года
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Николай Иванович Носков

Тыуған

12 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны

Гжатск, Смоленск өлкәһе, РСФСР, СССР

Ил

Ҡалып:Ussr
Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

мультиинструменталист,
йырсы, композитор

Әүҙем йылдары

1981 - наст. время

Йырлау тауышы

тенор

Инструменттар

вокал, гитара, фортепиано, барабаны, труба

Жанрҙар

прог-рок, новая волна, хард-рок, глэм-метал, поп-музыка, психоделический рок, симфо-рок, романс, поп-фолк, голубоглазый соул, синти-поп, дэнс-рок, ритм-н-блюз

Коллективтар

Москва, Поющие сердца, Gorky Park

Наградалар
Ҡалып:Медаль За укрепление боевого содружества (Минобороны России 1995)

Золотой Граммофон

nnoskov.ru
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Николай Иванович Носков (12 ғинуар, 1956, Гжатск) — Рәсәй музыканты, йырсыһы һәм композиторы. Биш тапҡыр «Алтын граммофон» премияһына лайыҡ булған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Носков 1956 йылдың 12 ғинуарында Смоленск өлкәһе Гжатск (хәҙерге Гагарин) ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы Иван Александрович Носков сығышы буйынса сиған була, ит комбинатында эшләй. Әсәһе Екатерина Константиновна Носкова һауынсы була, төҙөлөштә эшләй. Николайҙан тыш, ғаиләлә тағы ла дүрт бала була.

Николайға 8 йәш тулғас, ғаилә Череповец ҡалаһына күсә. Николай бала саҡтан үҙешмәкәр коллективтарҙа ҡатнаша. 14 йәшендә Төньяҡ-Көнбайыш төбәк конкурсында иң яҡшы йырсы булараҡ беренсе премияны ала.

Һөнәри музыкаль белемгә эйә түгел. Үҙ аллы фортепиано, гитара һәм барабанда уйнарға өйрәнә, СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәндә торбала уйнай[1].

Николай Носков күп ватан һәм сит ил композиторҙары һәм музыканттары менән уртаҡ проекттарҙа ҡатнаша, улар араһында — Александр Зацепин һәм Эдуард Артемьев.

1981 йылдан Носков «Москва» ансамбле менән сығыш яһай, 1982 йылда уның менән лидер-вокалсы һәм гитарасы булараҡ Давид Тухманова етәкселегендә «Мелодия» фирмаһында «НЛО» тигән альбомды яҙҙыра.

1984 йылдың яҙынан Николай Носков Виктор Векштейн етәкселегендәге «Поющие сердца» ансамбленең төп солисы булып эшләй. 1985 йылда вокалсы буласаҡ «Ария» төркөмөнә һынау тота.

1987 йылда «Остров погибших кораблей» нәфис фильмы өсөн бер нисә йыр башҡара.

1987 йылдан «Gorky Park» төркөмөндә вокалсы һәм композитор булып эшләй.

Рок мэтрҙары Джон Бон Джуве һәм Клаус Майне (Scorpions) менән (беренсеһе — 1989 йылда, икенсеһе — 1990 йылда) дуэтта башҡарылған йырҙар яҙҙыра.

НН Северодвинскиҙа Йәштәрҙең мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә, 2009

Николай Носковтың «Bang» тигән йыры АҠШ радиостанцияларындағы хит-парадтарҙа беренсе юлдарға күтәрелә, ә Скандинавияла йыл йыры тип иғлан ителә. Был йырға видеоклип MTV чарттарында 3-сө юлға тиклем күтәрелә. «Gorky Park» альбомы 1989 йылда «Billboard» журналының иң популяр ике йөҙ альбом исемлегендә 81-се урынды ала, ә Данияла һатылыу буйынса «алтын» тип табыла.

1990-сы йылдар башында Носков "Gorky Park"тан китә, ә 1993 йылда «Николай» тигән төркөм ойоштороп, яңғыҙ карьераһын башлай. Уның менән 1994 йылда инглиз телендә «Mother Russia» тигән альбомын яҙҙыра, ләкин ул Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә танылыу алмай.

1996 йылда продюсер Иосиф Пригожин менән хеҙмәттәшлек итә башлай, был хеҙмәттәшлек дүрт йыл дауам итә.

2002 йылда этник музыкаға булышлыҡ итеүсе «Ҡырағай бал» хәйриә фондын ойоштора.

Носков ҡуйыусы режиссер булараҡ та ҡатнашҡан өс концерт программаһы Дәүләт Кремль һарайында ҡуйыла: Александр Лавров етәкселегендәге Musica Viva симфоник оркестры оҙатыуында «Дышу тишиной», «Ра-Дуга», «По пояс в небе».

2006 йылғы «По пояс в небе» альбомы ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ала — берәүҙәр һоҡланыу белдерә, икенселәр мыҫҡыллы ҡарашта була.

2011 йылда «Достояние республики» музыкаль тапшырыуында шағир Николай Добронравов менән композитор Александра Пахмутованың «Мелодия» тигән йырын башҡара һәм финалда беренсе урынды ала. Шул уҡ йылды «Оно того стоит» тигән яңы альбомы өҫтөндәге эште тамамлай. Биш йыл эсендә был музыканттың беренсе альбомы була, ул быны яңы йырҙарҙы ҡалыплап сығарырға теләмәүе менән аңлата.[2][3][4]

2012 йылда Носков «Без названия» тигән альбомын яҙҙыра. Яҙҙырыу Германияла продюсер Хорст Шнебель студияһында үтә[5]

Николай Носковтың иң билдәле хиттары — «Дай мне шанс», «Снег», «Это здорово», «Паранойя», «Я тебя люблю», «Я немодный»[6], «А на меньшее я не согласен».

2017 йылдың 28 мартында Носков муйын өлкәһендәге тромб арҡаһында ауыр хәлдә дауаханаға эләгә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ҡыҙы, ейәнсәре бар.[7].

Цитаталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле кешеләр Николай Носков тураһында.

Давид Тухманов, 2009:

— Яратҡан башҡарыусығыҙ тип кемде атар инегеҙ?
— Моғайын, башҡаларҙы үпкәләтмәй генә Валерий Леонтьевты һәм Яак Йоланы айырып әйтер инем. Әлбиттә, тағы Ротаруҙы ла, Лещенконы ла, Кобзонды ла, Ободзинскийҙы ла телгә алғы килә — һеҙ атаған йырҙарҙы яҙҙырғандарҙың һәммәһен дә… Әйткәндәй, тағы бер кешене яратып һәм бик юғары ҡуйып телгә алыр инем — Николай Носковты[8].

Дмитрий Четвергов:

«Американан ҡайтып, „Парк Горького“ төркөмөнән киткәндән һуң Николай Носков „Николай“ төркөмөн ойошторҙо. Бөтә һөнәри эшмәкәрлегемдә мин үҙем өсөн унан да әһәмиәтле һәм бигерәк „ныҡымыш“ музыкантты осратмағанмындыр. Был ныҡышмаллыҡ һәм ысынлап эшләй белеү шул тиклем күҙгә бәрелеп тора ине, быны үҙеңә йоҡтормай һәм заманы өсөн шәп проект тыуҙырмай ҡалыу мөмкин дә түгел ине. Ғөмүмән, аранжировка эшләү оҫталығына мин нәҡ Н. Носковтан өйрәндем».[сығанаҡ 869  көн күрһәтелмәгән]

Валерий Кипелов:

«Мин Николай Носковты беҙҙә бик һирәк осраусан йырсыларҙың береһе булған өсөн хөрмәт итәм — йырларға оҫта ул. Бының өсөн унан гел көнләштем — аҡ көнләшеү менән: беҙ дуҫтар».[сығанаҡ 869  көн күрһәтелмәгән]

Сергей Трофимов:

«Николай эшләгәндең бөтәһе лә миңә иҫ киткес ныҡ оҡшай. Сиктән тыш талантлы кеше! Русҡа бындай кешеләрҙе Хоҙай күберәк бирһен».[сығанаҡ 869  көн күрһәтелмәгән]

Дамир Якубов:

«Мин уның гениаль музыкаһына ике шиғыр яҙҙым. Беренсе йыр — „Стою в снегу“, икенсеһе „Я запомнил всё“ тип атала, ләкин Коля уны ниңәлер „Зачем?“ тип атаған. Иң һуңынан пластинкала нимә тип сығыр — белмәйем».[сығанаҡ 869  көн күрһәтелмәгән]

Людмила Артемьева (интервью, 2006 йылдың марты):

«Күптән түгел миңә бәхет йылмайҙы: ял көнөм яратҡан музыкантым Николай Носков концертына тап килде. Мин Кремль һарайында уның юбилей концертында — симфоник оркестрлы, уның дуҫтары, Мазай, яратҡан төркөмөм „Парк Горького“ ҡатнашҡан берҙән-бер концертта булдым… Был уникаль сара булды — рухы буйынса, хис-тойғолар йәһәтенән. Носковтың таланты менән статусы, ҡаҙаныштары тап килгән сара. Мин фантастик ҡәнәғәтлек алдым — тауышымды өҙгәнсе ҡысҡырҙым һәм бына бер аҙна инде элекке хәленә ҡайтара алмайым».[сығанаҡ 869  көн күрһәтелмәгән]

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Москва» ансамбле составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1982 — Н. Л. О. (L. N. O.)

«Гран-при» төркөмө составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1988 — К теологии (EP)

Gorky Park төркөмө составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1989 — Gorky Park

«Николай» төркөмө составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1994 — Russia Mother

Студиялағы соло альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1998 — Блажь (икенсе исеме — Я тебя люблю)
  • 1999 — Паранойя (икенсе исеме — Стёкла и бетон)
  • 2000 — Дышу тишиной
  • 2006 — По пояс в небе
  • 2012 — Без названия

Йыйынтыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2001 — Лучшие песни с симфоническим оркестром (икенсе исеме — Live)
  • 2002 — Лучшие песни (икенсе исеме — Best)
  • 2003 — Океан любви

Николай Носковтың авторҙашы — шағир Алексей Чуланский («Дай мне шанс», «Снег», «Мой друг», «Солнце» һәм башҡа йырҙарҙың һүҙҙәренең авторы).

Бүләктәр, премиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1992 — «Профи» премияһы
  • 1996 — «Я не модный» йыры өсөн «Алтын граммофон» премияһы
  • 1998 — «Я тебя люблю» йыры өсөн «Алтын граммофон» премияһы
  • 1999 — «Солист года» номинацияһында «Овация» премияһы
  • 1999 — «Паранойя» йыры өсөн «Алтын граммофон» премияһы
  • 1999 — «Кавказда хеҙмәт иткән өсөн» ЭЭМ миҙалы
  • 1999 — Оборона министрлығының «Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн» миҙалы
  • 1999 — Пушкинсылар йәмғиәтенең «Рус әҙәби телен һаҡлаусыға» миҙалы
  • 2000 — «Это здорово» йыры өсөн «Алтынграммофон» премияһы
  • 2009 — «Павшим друзьям» йырын башҡарған өсөн «Музыка сәнғәте» номинацияһында Федераль Именлек Хеҙмәте премияһы
  • 2015 — «Это здорово» йыры өсөн «Алтын граммофон» премияһы (20-се юбилей премияһы)
  • 2018 — халыҡ артисы
Йыл Бүләк Тәҡдим ителгән эш Категория Һөҙөмтә
1996 «Алтын граммофон» «Я не модный» Йыр Еңеү
1998 «Алтын граммофон» «Я тебя люблю» Йыр Еңеү
2000 «Алтын граммофон» «Это здорово» Йыр Еңеү
2015 «Алтын граммофон» «Это здорово» Йыр Номинация

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]