Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нурлығаян Байтирәков битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков
Тыуған ваҡыты

28 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Шланлыкүл ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы)

Үлгән ваҡыты

17 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби звание

Полковник ВС СССР медицина хеҙмәте полковнигы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы
Совет-фин һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы — 1957 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944
2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1948|| «Почёт Билдәһе» ордены  — 1948

Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков (18901974) — хирург. Медицина хеҙмәте полковнигы (1959), РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957). Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусыларҙың береһе[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы 1890 йылдың 28 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Шланлыкүл ауылында тыуған. Өфө гимназияһында белем ала. Батша армияһына алына, Себер полкында кесе хәрби табиб булып хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша[2].

1917 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. 1918—1919 йылдарҙа Тамбов губерна һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире вазифаһын үтәй. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[1].

1922 йылда Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә дауаланыу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[2]. 1923—1938 йылдарҙа Беренсе совет дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара. 1926—1930 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡорт медицина техникумы директоры вазифаһын үтәй һәм Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта[1].

1935 йылда республикала тәүгеләрҙән булып йөрәккә, һуңыраҡ — баш һәм арҡа мейеләренә уңышлы нейрохирургик операциялар яһай[1][2].

1939 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ленинград фронтында — хәрби-санитар поезының медицина бүлегенә етәкселек итә. 1941—1945 йылдарҙа 3-сө Белоруссия фронтында хәрби госпиталдәр начальнигы вазифаһын башҡара[1].

1946—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының медицина хеҙмәтенә етәкселек итә[1].

1974 йылдың 17 майында Өфө ҡалаһында вафат була, мосолман зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957)[2]
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1948)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1948)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1980 йылда Өфөлә Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков йәшәгән йортҡа (Ленин урамы, 2) мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Магазов Р. Ш. 100 лет на страже здоровья. — Уфа, 1976.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]