Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 май 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡаранай ауылы, Дыуан-Мәсетле ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 июнь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d] һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы[d][1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы (10 май 1936 йыл — 26 июнь 2011 йыл) — ғалим-агроном, 1967—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1994 йылдарҙа үҫемлектәр селекцияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Хлорелла үҫтереү өсөн культиватор авторы[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниғмәтйән Мөхөтдин улы Нурмөхәмәтов 1936 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районының Ҡаранай ауылында крәҫтиән Нурмөхәмәтов Мөхөтдиндең (1861) һәм Нәбиуллина Маһриямалдың (5.12.1890) ғаиләһендә тыуған.

Ниғмәтйәнгә 2 (ике) йәш тулғас, атаһы вафат була. Флотта хәрби хеҙмәттә булыуы һәм 9 (туғыҙ) йыл буйына ер шарын әйләнеп алыҫ походтарҙа йөрөүе Мөхөтдиндең сәләмәтлегенә зыян китергәндер, күрәһең. Нурмөхәмәтов Мөхөтдин 77 (етмеш ете) йәшендә вафат була.

Ниғмәтйәндең ауылда үткән бала сағы еңелдән булмай. Мәктәптә белем алыу өсөн уға көн һайын 5 километр араны мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла үтергә тура килә, әммә һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар уны сыныҡтыра ғына. Өлкән ағайҙары Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында булғанға күрә, әсәһенең берҙән-бер терәге булыуын аңлап үҫә ул.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң ағайҙарының береһе Ниғмәтйәнде, ауылдан Өфөгә алып китеп, артабан уҡыуын дауам итһен өсөн 1-се интернат-мәктәпкә урынлаштыра[3] .

Урта белем алғандан һуң Ниғмәтйән Мөхөтдин улы 1956 йылдың 26 октябрендә Геофизик приборҙан һәм аппаратура заводының механика цехында 3-сө разрядлы токарь булып эшләй башлай. 1957 йылдың 21 майында 5-се разрядлы электромонтажсы булып китә.

Әммә күптәнге хыялы һәм карапта ер шарын урап сыҡҡан атаһының рухы үҫмер егеткә тынғылыҡ бирмәй. Ул Ырымбурҙағы летчиктар әҙерләү училищеһына уҡырға инергә ниәтләй. Әммә хәрби комиссияның ҡарары ҡәтғи: «хәрби хеҙмәткә яраҡлы түгел, аяғының түбәнге өлөшөндә веналар варикозы сире бар».

1957 йылдың 24 августында Ниғмәтйән, институтҡа уҡырға ингәнлектән, заводтан эштән китә.

1957 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан уыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый. 1962 йылдың 31 мартында диплом эшен «отличноға» яҡлай, һәм уға ғалим-агроном квалификацияһы бирелә. Уҡыған сағында Ниғмәтйән физика, химия, радиобиология кеүек фәндәр менән ҡыҙыҡһына башлай. Институтта уға кесе лейтенант, дөйөм ғәскәри частар взводы командиры званиеһы бирелә (СССР Оборона Министрының 302-се приказы, 13.07.1961). Хәрби хеҙмәтте запастағы өлкән лейтенант званиеһында тамамлай.

Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, 1962 йылдың 12 апрелендә, Башҡорт АССР-ы Өфө районының ХХ партсъезд исемендәге колхозына баш агроном итеп төғөйенләнә.

1963 йылдың 23 декабрендәге пленум ҡарары менән комсомолдың Өфө ҡала комитеты секретары итеп һайлана. Әммә Ниғмәтйән артабан уҡырға теләй, шуға ла ул 1964 йылдың 20 апрелендә Ульяновск ауыл хужалығы институтына «микробиология» һөнәре буйынса аспиратураға уҡырға инә.

Профессор Клавдия Петровна Тулайкова(недоступная ссылка) — уның ғилми етәксеһе. 60-сы йылдарҙа тупраҡ микробиологияһы — ауыл хужалығындағы яңы йүнәлеш. Оҙаҡ йылдар Нурмөхәмәтов Н. М. Урал төбәгендә берҙән-бер тиерлек тупраҡ микробиологияһы белгесе була.

1967 йылдың майында Ниғмәтйән Өфөгә Башҡортостан ауыл хужалығы институтына эшкә ҡайта.

Аспирант хеҙмәт юлын ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһында башлай. 1968 йылдың 26 мартында Ниғмәтйән Мөхөтдин улына «биология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә бирелә. Ә ошо уҡ йылдың октябрендә уны Советтар Союзы Коммунистар партияһына ағза итеп ҡабул итәләр.

1968 йылда беренсе улы,1970 йылда икенсе улы тыуа. Ә 1970 йылдың 13 мартында Нурмөхәмәтов Н. М. «Ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм микробиология» кафдраһында доцент дәрәжәһен ала.

1978—1989 йылдар — ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире.

1989—1994 йылдар — селекция һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире.

СССР-ҙың Халыҡ мәғарифы буйынса Дәүләт комитеты СССР-ҙың юғары белем биреү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ниғмәтйән Нурмөхәмәтовты «Эшендәге уңыштары өсөн» билдәһе менән тәбрикләй. Ул фән ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәне пропагандалауҙа әүҙем ҡатнаша. Халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәктә үткәрелгән фәнни-практик конференцияларҙа сығыш яһай. Шуға ла 1996 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне» исеме бирелә һәм «Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы» тапшырыла. Ул 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, уйлап табыу буйынса дүрт авторлыҡ таныҡлығы һәм дүрт монография хужаһы[4]. «Хлорелла — витаминлы аҙыҡ» (Башҡорт китап нәшриәте, Өфө-1982 г.), «Микрофлора һәм Башҡортостан тупрағының биологик әүҙемлеге» («Ғилем» нәшриәте, Өфө-1999) һәм башҡа бихисап китаптары буйынса студенттар бөгөн дә белем ала.

2002 йылдың июлендә Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхитдин улы «ауыл хужалығы фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Ошо уҡ йылда кафедра профессоры вазифаһына һайлана.

Республиканың Диңгеҙ Йыйылышы йәш быуынды тәрбиәләүҙәге өлөшө өсөн уны Йыйылыш советына ағза итеп ҡабул итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Биологический потенциал почвы и продуктивность агроценозов на Южном Урале / Нурмухаметов Н. М., Закиров Б. Ф. — Уфа : Изд-во БГАУ, 2009. — 335 с. : ил. ; 20 см. — Библиогр.: с. 325—335. — 75 экз.. — ISBN 978-5-7456-0201-6.
  • Биологическая активность почвы и продуктивность агроценозов в условиях Южного Урала [Текст] : автореф. дис. на соиск. учен. степ. д-ра с.-х. наук : 06.01.03 : Сельскохозяйственные науки / Нурмухаметов Нигамедьян Мухутдинович; [Башк. гос. аграр. ун-т]. — Уфа, 2002. — 44 с. : ил. — Библиогр.: с. 38-43.
  • Микрофлора и биологическая активность почв Башкортостана / Н. М. Нурмухаметов, Н. Н. Нурмухаметов ; АН Респ. Башкортостан, Отд-ние с.-х. наук. Башк. гос. аграр. ун-т. — Уфа : Гилем, 1999. — 164 с. : ил. — Библиогр.: с. 151—163. — ISBN 5-7501-0112-6 : Б. ц.
  • Микробные биотехнологии в аграрно-промышленном производстве / Нурмухаметов Н. М. — Уфа : Издательство БГАУ, 2007. — 303 с. : ил. ; 21 см. — Загл. обл. : Микробные биотехнологии в агропромышленном производстве. — Библиогр.: с. 298—303. — 100 экз. — ISBN 5-7456-0129-9.
  • Биологический потенциал почвы и продуктивность агроценозов на Южном Урале / Н. М. Нурмухаметов, Б. Ф. Закиров. — Уфа : [б. и.], 2009. — 335 с. : ил. — Библиогр.: с. 325—333. — ISBN 978-5-7456-0201-6.
  • «Хлорелла — витаминный корм» (Башкирское книжное издательство, Уфа-1982 г.).
  • «Микрофлора и биологическая активность почв Башкортостана» (издательство «Гилем», Уфа-1999 г.).
  • «Биологические пути повышения эффективности плодородия почв» (БГАУ, Уфа-2001 г.).
  • «Способ оценки бактериального загрязнения клеточных органелл растений» (в соавторстве) (1983)
  • A.c. № 924003.
  • A.c. № 1347911 «Культиватор для выращивания хлореллы» (в соавторстве) (1987)[5].
  • A.c. № 1401041 «Культиватор для выращивания хлореллы» (в соавторстве) (1988)[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]