Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы
Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 май 1943 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Яңы Уҫман, Байғаҙы ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 март 2009 (65 йәш) |
Һөнәр төрө | театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (9 май 1943 йыл—17 март 2009 йыл) — театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1]. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтов 1943 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Усман ауылында тыуа. Әнүәр Әбүбәкер улы 1965 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Ш. Р.Рәхмәтуллин, Р. С. Сыртланов курсы), 1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ғ. Ғ. Ғиләжев курсы) уңышлы тамамлай[1].
1965 һәм 1968 йылдарҙа — Салауат драма театры актёры, 1975 йылда — режиссёры, 1978 йылдан баш режиссёры, 1987—2004 йылдарҙа «Башҡортостан» ТРК-ның телевидение студияһы режиссёры, баш режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990—1996 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй[3].
Башҡорт драма театры һәм Сибай драма театры сәхнәләрендә спектаклдәр ҡуйған[3]. Төп ролдәре: Айтуған («Утлы өйөрмә»; дебют, 1965), Артур («Һалдат улы», икеһе лә — Ә. М. Мирзаһитов), Василий («Туй көнө» — «В день свадьбы», В. С. Розов) һ.б. образдар. Нурмөхәмәтов режиссёр эштәренә художество кәүҙәләнешенең ябайлығы, заман темаларына тартылыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһы хас. Салауат башҡорт драма театрында — Ф. А. Әсәновтың «Тол ҡатын», Т. Ғ. Миңнуллиндың «Дуҫтар йыйылған ерҙә», Ф. Ә.И ҫәнғоловтың шул уҡ исемле романы буйынса «Арыш башағы»; Башҡорт драма театрында — Ә. Һ. Бикчәнтәевтең «Йәшенле таң» (дебют, 1974), М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр»; Сибай башҡорт драма театрында Г. Д. Хугаевтың «Андро менән Сандро» («Андро и Сандро») пьесаһы б‑са «Күрше хаҡы» спектаклдәрен ҡуя. «Ырыуымдың бишек йыры» (1992), «Мине Матросов тип эҙләгеҙ» (2001), «Шәһит Хоҙайбирҙин» («Шагит Худайбердин»; 2006) документаль һәм «Миҙал» (2000) нәфис, шул иҫәптән күп сериялы «Һарығолаҡ» (1990, 1995), «Ай ҡыҙы» (2001, 2002; бөтәһе лә — «Башҡортостан» ТРК‑һы), фильмдары режиссёры[1].
Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. Уның башланғысы менән бында нәфис тапшырыуҙар режиссерҙарын әҙерләү буйынса махсус курс асыла[3].
2009 йылдың 17 мартында Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1980).
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите. 10 май 2023 йыл Табып алынған малай
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 9 майҙа тыуғандар
- 1943 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Бөрйән районында тыуғандар
- 17 мартта вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- Режиссёрҙар
- Актёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр