Нурулла

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нурулла — ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурулла — «алла нуры» мәғәнәһендәге ир-ат исемме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурулла Зиннур улы Зиннуров (1901 йыл — 1943 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны. Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы Лаҡлы ауылында тыуған.

Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин (25 июль 1923 йыл — 15 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Миномёт полкының миномёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Нурулла Кәлимулла улы Әхмәтов (1913 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.

Нурулла Фәрит улы Ҡаһарманов (10 февраль 1928 йыл — 9 октябрь 1996 йыл) — тау инженеры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1984), профессор (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Нурулла Носратулла улы Носратуллин (1901 йыл — 22 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, сержант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуруллин Ринат Ғәли улы (рус. Риннат Галеевич Нуруллин, 20 август 1954 йыл) — балалар шағиры, ғалим-уйлап табыусы, техник фәндәр кандидаты (1999). Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2011). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994).

Архитектурала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурулла мәсете («Бесән» һәм «Етенсе йәмиғ мәсете») — Ҡазанда Иҫке Татар биҫтәһе үҙәгендә Бесән баҙарында төҙөлгән дини культ ҡомартҡыһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ