Эстәлеккә күсергә

Нур Пәһләүи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нур Пәһләүи
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 3 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары
Атаһы Реза Пәһләүи (шаһзада)
Әсәһе Йәсмин Пәһләүи
Бер туғандары Iman Pahlavi[d] һәм Farah M. Pahlavi[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө модель, светская персона, риелтор
Эш урыны Jones Lang LaSalle[d]
Уҡыу йорто Джорджтаунский университет[d]
Школа делопроизводства Колумбийского университета[d]

Нур Захра Пәһләүи (фарс. نور زهرا پهلوی; 3 апрель 1992 йыл, Вашингтон, АҠШ) — Америка эшҡыуары, сәйәси активист һәм фотомодель. Ул Ирандың һуңғы кронпринцы Реза Пәһләүиҙең өлкән ҡыҙы.

Нур Захра Пәһләүи 1992 йылдың 3 апрелендә Вашингтонда тыуған. Ул Реза Кир Пәһләүиҙең (1980 й. тыуған) һәм уның ҡатыны Йәсмин Этемад Әминиҙең (1968 й. тыуған) өлкән ҡыҙы. Нур Пәһләүҙең атаһы Ирандың һуңғы шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең оло улы. Нурҙың ике һеңлеһе бар: Иман (1993 й. тыуған) һәм Фәрәх (2004 й. тыуған).

Нур Мэриленд штатында Буллис мәктәбендә уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң, ул Джорджтаун университетында уҡый, уны ул 2014 йылда тамамлай[1]. Ул психология буйынса дәрәжә ала[2]. 2020 йылда Колумбия бизнес-мәктәбен тамамлай[3][4].

2025 йылда атаһы ҡыҙын Пәхләүи йорто башлығы вариҫы тип иғлан итә, был ҡарарының нигеҙе итеп «ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырылғыһыҙ тигеҙ хоҡуҡтарын» һанай.

2017 йылда Нур коммерция күсемһеҙ милек фирмаһында аҡса йәлеп итеү һәм инвесторҙар менән бәйләнештәр буйынса директор булып китә[5]. 2020 йылға ул оҙайлы ваҡытҡа инвестициялар һалыуға йүнәлтелгән коммерцияға ҡарамаған инвестиция фонды Acumen консультатив советы ағзаһы була[6][7]. 2022 йылда ул стратегик коммуникациялар буйынса консалтинг фирмаһында эшләй башлай, 2024 йылда уның партнёры була[8]. Ул шулай уҡ Шервин Пишевар нигеҙ һалған Sofreh Capital фирмаһының директоры[9].

Атаһының 2007 йылғы башланғысы нигеҙендә 2019 йылда уның тарафынан ойошторолған аналитика үҙәгендә, Ирандың «Феникс» проектында ҡатнаша[10]. Атаһы төп роль уйнаған «Ирандың үҫеше» проектына ярҙам итеүен белдерә һәм унда Иранға «фарсы мәҙәниәте юҡҡа сыҡмай, ә данлана ғына, граждандары кемде теләй, шуны ярата, теләһә ниндәй динде тота ала» тигән фекерен тәҡдим итә[11]. 2024 йылдың октябрендә Джей Рудермандың «All About Change» подкастында сығыш яһай, унда Иран хөкүмәтен тәнҡитләй һәм шулай уҡ хөкүмәттең Иран халҡын күрһәтмәүен билдәләй[12].

Ул шулай уҡ һөргөндәге хөкүмәт булараҡ һөҙөмтәле эшләгән Ирандың Милли советы эшмәкәрлегендә ҡатнаша[13]. Атаһы менән бергә 2025 йылдың июлендә Мюнхенда Иранды ҡотҡарыу советы съезында ҡатнаша[14].

Ул шулай уҡ Medium.com сайтында мәҡәләләр авторы булып тора, унда сәйәси мәсьәләләрҙе тикшерә[6]. Уның мәҡәләләре Сәғүд Ғәрәбстаны «Al Arabiya» яңылыҡтар каналы һәм Сәғүд король ғаиләһенә ҡараған "Asharq Al-Aswat, " гәзитендә баҫылып сыға[15].

Шулай уҡ бер аҙ ваҡыт фотомодель булып эшләй. Ул Bazaar Arabia һәм Cosmopolitan журналдарының тышлыҡтарында сыға[3]. Бер көн ул өләсәһе Фәрәх Пәһләүигә модельерҙар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдергән[16].

Нур Пәһләүи феминизм һәм ЛГБТ хоҡуҡтарын яҡлаусы әүҙем яҡлы[17]. Ул Мәхсә Әмини вафат булғандан һуң Иран хөкүмәтен тәнҡитләй[18].

Әлеге ваҡытта Нур һәм уның ғаиләһе АҠШ-та йәшәй. Ул инглиз һәм фарсы телдәрендә һөйләшә[3]. Business Insider мәғлүмәттәре буйынса, уның саф байлығы 1,5 миллион АҠШ доллары менән баһалана[1].

  1. 1 2 Princess Noor Pahlavi of Iran: Everything we know about the exiled royal, model and activist (билдәһеҙ). honey.nine.com.au (29 июнь 2021). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  2. <ref>ویدیو.. نور پهلوی شاه‌دختی در ردای یک مانکن (фарсы). العربیه فارسی (27 июнь 2017). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  3. 1 2 3 Meet Iran’s Princess Noor, a glamorous New York socialite (ингл.). South China Morning Post (8 сентябрь 2020). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  4. 2020 Alexander Bodini Foundation Competition Winners | Columbia Business School (ингл.). business.columbia.edu (12 май 2020). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  5. Arabia, Harper's BAZAAR Princess Noor Pahlavi (билдәһеҙ). Harper's Bazaar Arabia (27 февраль 2017). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  6. 1 2 Noor Pahlavi. english.alarabiya.net. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  7. Heritage From Afar, Noor Pahlavi Opens Up About Coming From Iran’s Exiled Royal Family (билдәһеҙ). SEELE. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  8. [chrome-extension://efaidnbmnnnibpcajpcglclefindmkaj/https://investors.centurytx.com/node/8726/pdf "Century Therapeutics Strengthens Leadership Team with Appointments of Chief Financial Officer and Chief Scientific Officer". Century Therapeutics.]
  9. Gain Therapeutics to Participate at the H.C. Wainwright Global Investment Conference (билдәһеҙ). Perspectives from Gain Therapeutics. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  10. A BRIEF HISTORY OF THE PHOENIX PROJECT OF IRAN (билдәһеҙ). Phoenix Project of Iran. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  11. Lyman, Luke A chat with the Princess of Iran (билдәһеҙ). The Spectator (31 июль 2025). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  12. Iranian terror will be at America’s doorstep, Princess Noor Pahlavi warns (билдәһеҙ). JNS.org. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  13. The Norooz Gala 2025 (билдәһеҙ). NUFDI. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  14. Iranian Opposition Unites Around Crown Prince Reza Pahlavi (билдәһеҙ). NUFDI. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  15. A Strong Reminder of Iranian Women’s Resilience (ингл.). english.aawsat.com. Дата обращения: 7 февраль 2026.
  16. "Opgegroeid in ballingschap, nu favoriete gaste op mondaine feestjes: dit is prinses Noor van Iran". Het Laatste Nieuws (in Dutch).
  17. ‘Woman, Life, Freedom’: Jewish influencer’s tribute honors Iranian women battling Tehran regime (билдәһеҙ) (11 ғинуар 2025). Дата обращения: 7 февраль 2026.
  18. i24NEWS Persian Jews in Los Angeles protest for change in Iran (ингл.). i24NEWS (25 июнь 2025). Дата обращения: 7 февраль 2026.