Нухрат Антонина Ивановна
| Нухрат Антонина Ивановна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 29 февраль (1 март) 1900[1] или 14 март 1900 |
| Тыуған урыны | Кесе Мәнәүез, Михайловка ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы |
| Вафат булған көнө | 10 май 1983[1] (83 йәш) |
| Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
| Һөнәр төрө | журналист, дәүләт эшмәкәре |
| Уҡыу йорто | гимназия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Нухрат (Матвеева) Антонина Ивановна (14 март 1900 йыл—10 май 1983 йыл), дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист, йәмәғәтсе. 1920 йылдан РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының, 1921 йылдан — Сыуашстан өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире, 1925—1928 йылдарҙа ВКП (б) Үҙәк Комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге инструкторы; 1931—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә нәшер ителгән «Революция и национальности» журналының яуаплы секретары. ВКП (б)-ның XI съезы делегаты (1922). Сәйәси золом ҡорбаны.
Антонина Ивановна Нухраттың исеме «Башҡортостандың 100 исеме» проектының исемлегенә инә[2].
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонина Ивановна Нухрат хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Мәҫәле ауылында үтә. Ике йыл Маҡаров ауылында йәшәй. 1918 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай, 1918—1919 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәнеү ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1920 йылда — РКП (б)-ның Стәрлетамаҡ өйәҙ комитетында сыуаш мәктәптәре буйынса инспектор, бер үк ваҡытта — Стәрлетамаҡ өйәҙ советтары башҡарма комитетының милләттәр бүлегендә инспектор[3].
1920 йылдың ноябрендә һәм 1922—1925 йылдарҙа — партияның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире, 1921—1922 йылдарҙа — партияның Сыуаш өлкә комитеты мөдире, 1925—1930 йылдарҙа — Көнсығыш буйынса Үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге инструкторы, ВКП Үҙәк Комитетының Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙар араһында эш төркөмө етәксеһе. 1928—1931 йылдарҙа — СССР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм Үҙәк башҡарма комитеты ағзалығына кандидат, бюджет комиссияһы ағзаһы, СССР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары[4].
1931—1937 йылдарҙа Антонина Ивановна «Революция и национальности» журналының яуаплы секретары һәм мөхәррир урынбаҫары. 1938 йылда репрессиялана, 1945 йылда азат ителә, 1955 йылда аҡлана. 1946—1949 йылдарҙа Архангельск ҡалаһында «Моряк Севера» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, шунда уҡ 1948 йылда Марксизм-ленинизм университетын тамамлай. 1954 йылда Нухрат Мәскәүгә күсеп килә. 1950—1970 йылдарҙа ижтимағи һәм әҙәби эш менән шөғөлләнә, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тураһында китаптар әҙерләүҙә ҡатнаша[5]. Улар араһында: «Без них не победили бы», «Хӗрарӑм организаторӑн ӗҫ ҫулӗ» (Ҡатын-ҡыҙҙар ойоштороусыһына ярҙамға), «Көнсығышта һигеҙенсе март» («Восьмое марта на Востоке»), "Юрты-кочевки. К работе женских красных юрт, « Дала әкиәттәре», «Октябрь һәм Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары» һ. б. Антонина Ивановна 1922 йылдың мартында Сыуаш партия ойошмаһынан ВКП (б)-ның XI съезы делегаты була. 1922 йылдың 30 декабрендә Советтарҙың беренсе Бөтә Союз съезында ҡатнаша[3].
1983 йылдың 10 майында Нухрат А. И. оҙайлы ауырыуҙан һуң Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Нухрат Антонина, 100 имён. 23 май 2025 тикшерелгән.
- 1 2 «Рождённые в Башкортостане – прославившие Россию!» Нухрат (Матвеева) Антонина Ивановна, maukbmo.ru. 23 май 2025 тикшерелгән.
- 1 2 3 Нухрат, Антонина Ивановна (общественный деятель), Наследие Чувашии. 23 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Клементьев В. Н.. Нухрат Антонина Ивановна. 23 май 2025 тикшерелгән.