Нуғаев Мөғин Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Нуғаев Мөғин Кәрим улы (4 ғинуар 1918 йыл) — йөҙ йәшәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудиелар взводы командиры, отставкалағы подполковник.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөғин Кәрим улы Нуғаев 1918 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Йәрмәкәй районында Һыуыҡҡул тигән башҡорт ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Коллективизация осоронда ғаилә йортонан, мөлкәтенән, еренән яҙған.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөғин Нуғаев Бәләбәй педучилищеһын тамамлаған, ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып һәм район мәғариф бүлегендә эшләгән.

1939 йылда шәхси ғаризаһы нигеҙендә Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Алыҫ Көнсығышта артиллерияла хеҙмәт иткән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ ирке менән фронтҡа китергә теләп, бер нисә ғариза яҙған.

1941 йылдың ноябрендә яңы формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 76- миллиметрлы танктарға ҡаршы тора алыусы орудиелар взводы командиры итеп тәғәйенләнгән.

Дивизия составында бөтә хәрби юлды үткән. Брянском фронтында, көньяҡ-көнбайыш (һуңғараҡ III Украин) фронттарында һуғышҡан.

Берлин өсөн һуғыш барышында батарея командиры гвардия капитаны Нуғаев Мөғин Кәрим улы, контузия алһа ла, часты ташлап китмәй.

1956 йылға тиклем Армияла хеҙмәт итә, артабан Башҡортостанда етәксе вазифаларында эшләй.

Дим районындағы "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы"н асыуҙы ойоштороусы була.

2018 йылдың 4 ғинуарында, Башҡортостан Республикаһындағы «Рәсәй Үлемһеҙ полкы» йәмәғәт хәрәкәтенең «Ветеранды ҡотла» проектына ярашлы, Нуғаев Мөғин Кәрим улын 100 йәше тулыуы менән ҡотланылар. Өфө ҡалаһы экрандарында ветеранды 100 йәшлек Юбилейы менән ҡотлаған яҙыуҙар үҙенә саҡырып торҙо.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике тапҡыр, 1943 һәм 1945 йылдарҙа, уны «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителһә лә, был изге ниәт тормошҡа ашмай.

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Ленин ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
  • Александр Невский ордены
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (ике миҙал) һ. б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]