Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (92 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы (15 май 1931 йылӨфө ҡалаһы) — инженер-механик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1989), профессор (1992),   БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе  (1967).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы  1931 йылдың 15 майында Өфө ҡалаһында тыуа.

1954 йылда   Өфө нефть институтын тамамлай.

Институттан һуң  Октябрьский ҡалаһында  "Туймазанефть"  тресының нефть сығарыу участкаһының мастеры,  начальнигы, 1964 йылдан  промысла мөдире булып эшләй, артабан Өфөлә "Башнефть"  берекмәһенең баш инженеры, Үҙәк ғилми-тикшеренеү  лабораторияһы начальнигы  (1966–1968); СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы буйынса  ғилми-тикшеренеү институты директоры  (1968–1992), Нефть производствоһының ҡулланма экологияһы проблемалары институты директоры (1992—1994), 1994—2012 йылдарҙа  Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Экологик ғилми‑техник ассоциацияһы директоры, бер үк ваҡытта 1990—2010 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 2012 йылдан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 

Нуғаевтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: нефть ҡатламдарын  бер скважина ярҙамында  файҙаланыу технологиялары, нефть промыслалары объекттарында эштәр башҡарғанда экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары,  насос‑компрессор торбаларының парафинланыуы менән көрәшеү ысулдары һәм башҡалар.     

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы — 270 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 62 уйлап табыу авторы.

Безопасное ведение работ при раздельной эксплуатации пластов одной скважиной. М.: Недра, 1979 (соавтор).

Эргономика при бурении и ремонте скважин. М.: Недра, 1988 (соавтор).

Безопасная эксплуатация нефтепромысловых объектов. М.: Недра, 1990 (соавтор).

Эргономика при бурении и ремонте скважин, М. 1990г.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Доктора наук, профессора Уфимского нефтяного технического университета. М.: Недра, 1997.

Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. "Башҡорт энциклопедияћы", Өфө, 1997.

Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999.

http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/9714-nu-aev-r-jes-j-nf-r-uly 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энциклопедия Урала 2020 йыл 7 ғинуар архивланған.