Нуғайбәков Измаил Әхмәтмөхтәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нуғайбәков Измаил Әхмәтмөхтәр улы
Файл:Нагайбаков Измаил Ахметович.jpg
Тыуған ваҡыты

20 сентябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Шадринск, Пермь губернаһы Рәсәй Империяһы

Үлгән ваҡыты

15.02.1959 й.

Вафат урыны

Курск, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Россия республикаһы Россия республикаһы
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Әзербайжан Әзербайжан
Азербайджанская Советская Социалистическая Республика Азербайджанская ССР
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

танк ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй империяһы1914—1917
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1918—1919
Әзербайжан 1920
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1920—1938, 1940—1954

Хәрби звание генерал-лейтенант танковых войск
Генерал-лейтенант
Часть

4-се гвардия :Кантемир танк корпусы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Граждандар һуғышы,
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов ордены II дәрәжә Кутузов ордены II дәрәжә Кутузов ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡалып:Медаль «XX лет Рабоче-Крестьянской Красной Армии»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Ҡалып:Медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР»
Ҡалып:Гвардейский знак

Рәсәй империяһы:

Ҡалып:Георгиевский крест с лавровой ветвью

Башҡа илдәр:

Орден Крест Грюнвальда III степени
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал
«Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙал
Штаб 4-се гвардия танк корпусы. Штаб начальнигы гвардия генерал-майор И танк ғәскәрҙәреА. Нагайбаков хәл итте гвардия корпусы командиры генерал-лейтенант П. П. Полубояров.

Измаил Әхмәт (Әхмәтмөхтәр) улы Нуғайбәков (20 сентябрь 1896 йыл — 15 февраль 1959 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, танк ғәскәрҙәре генерал лейтенанты

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Измаил Нуғайбәков 1896 йылдың 20 сентябрендә Шадринск ҡалаһында (хәҙерге Ҡурған өлкәһе) башҡорт дворян ғаиләһендә тыуған.[1]. Армиянан суд буйынса бушатылған штабс-капитан Нуғайбәков Әхмәтмөхтәр Шаһингәрәй улының (1854—?) улы. 1899 йылда коллеж асессор Нуғайбәков Әхмәтмөхтәр Шаһингәрәй улы Тобольск округы полиция идаралығының исправнигы булды .[2] Ә.Ш.Нуғайбәковтың ғаиләһендә ундан артыҡ кеше булған.

Ташкент кадет корпусы (1914), Констанин Артиллерия училищеһын (Петроградта, 1915) тамамлай. 1915 йылда — Император рус армияһының офицеры . 1915—1916 йылдарҙа запастағы атлы-артиллерия дивизионы прапорщигы булып килә , 1916 йылда фронтҡа ебәрелгән , 26-сы атлы-артиллерия батарея Йыйылма кавалерия дивизияһында подпоручик артабан поручик булып хеҙмәт итә 1917 йылдың 13 һәм 15 (28) июлендә булған Збруч йылғаһы янындағы Гусятин һәм Швайковец торлоҡ пункттары эргәһендә үткән яуҙар өсөн поручик Нуғайбәков Лавр ботаҡлы Георгий тәреһе орденының 4-се дәрәжәһе[3] менән бүләкләнде. Батарея командиры итеп һалдаттар Нуғайбәковты һайлай. 1917 йылдың аҙағында Нуғайбәков хеҙмәт иткән (Могилев-Подольский эргәһендә торған) артдивизион, тарҡатылған. Офицер Ҡыҙыл гвардияһының мосолмандар полкы формалаштырылғанын белеп Петроградҡа китә . 1918 йылдың башында Төнъяҡ Кавказға киткән икмәк һатып алыу өсөн делегацияһын һаҡлаусылар полкының наряды составында . Нуғайбәков Владикавказға эләккән, бында ул иген һатып алыу делегацияһының бухгалтер вазифаһын башҡара. Ике ай үткәс, В. Н. Марцинкевич етәкселегендәге Интернациональ атлы отрядының өлкән адъютанты (һуңынан — штаб начальнигы урынбаҫары),1918-1919 йй башында Терек өлкәһендә 9-сы армияһы составында Иреклеләр әрмеһенә ҡаршы яуҙарҙа ҡатнаша.

Был ваҡытта ул үҙенең буласаҡ ҡатыны менән таныша. Муротандова Антонина Васильевна, ҡыҙ Хәрби-Грузин юлы подрядчигының ҡыҙы. 1918 йылдың сентябрендә улар никахҡа инә. Ирекле әрменең Владикавказға инеүе менән Ҡыҙыл әрменең күп подразделенялары тар-мар ителде Нуғайбәков ҡатынын Тифлисҡа эвакуацияландыра, унан һуң отряды сигенеүе менән үҙе лә Тифлисҡа барып эләгә . Һуңынан ҡатынының туғандары янына Сухумиға күсә. Бында Нуғайбаков 1919 йылдың аҙағына тиклем бухгалтер булып эшләй. 1920 йылдың ғинуарында улар Баҡыға китте. Баҡы юлында Поти ҡалаһында Грузин демократик республикаһының , контрразведкаһы тарафынан ҡулға алына. , Контрразведка Нуғайбәковтән, элекке офицеры булараҡ, Грузия әрмеһенә инеүен талап итте. Ул Баҡыға килгәс Әзербайжан әрмеһенә инеүен белдерҙе. (Әзербайжан Грузияның союздашы ине). , 1920 йылдың ғинуарынан алып 20 апрелгә тиклем тиклем ӘДР армияһында артиллерия батареяһының офицеры булып хеҙмәт итә (уның һүҙе буйынса Ҡыҙыл армияның ӘДР-ға ҡаршы хәрәкәттәренә тиклем бер аҙна ҡалғас ул Әзербайжан әрмеһенән китә). Совет ғәскәрҙәре Баҡыны баҫып алыу көнөнән (1920 йылдың 28 апрелендә) Нуғайбәков Әзербайжан Ҡыҙыл Әрмеһе Айырым атлы-тау батарея командирының хужалыҡ буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

1 сентябрь 1920 йыл — взвод командиры, 1920 й. 2 декабренән Ташкент юғары хәрби команда составын камиллаштырыу мәктәбенең батарея командиры ярҙамсыһы. Урта Азиялағы баҫмасыларҙы баҫтырыуында ҡатнаша. 1921 йылдың ғинуарынан — Төркөстан артиллерия курстарының (Фергана). батарея командиры 1921 й авгусынан ошо курстарҙың батарея командиры в. 1921 йылдың авгусынан башлап шунда уҡ дивизион командирының вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы. 29-сы Мосолман пехота командирҙарының курстары начальнигы (Ташкент). 1922 йылдың июленән хәрби уҡыу йорттарының Баш идаралығы ҡарамағында була.

1922 йылдың авгусынан Ленин исемендәге 23-сө Ташкент пехота мәктәбендә уҡыта.

1923 йылда . Әзербайжан ССР-ына күсерелә. 1923 йылдың ғинуарынан — Әзербайжан еңел артиллерия дивизияының дивизионы командиры. 1923 йылдың февраленән — шул уҡ дивизияның батарея командиры. 1924 йылдың май айынан — Әзербайжан артиллерия дивизияһы мәктәбенең начальнигы. 1924 йылдың ноябренән алып — Әзербайжан дивизияһының артиллерия полкы мәктәбенең начальнигы . 1925 йылдың май айынан сентябргә тиклем — Әзербайжан дивизияһының артиллерия полкы командирының вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы. 1925 йылдың ноябренән — Әзербайжан дивизияһының артиллерия полкының штаб начальнигы.

1926 йылдың авгусында Фрунзе исемендәге ЭКҠӘ Хәрби академияһына (Мәскәү) уҡырға инә. Уны 1929 йылдың июлендә тамамлаған.

1929 йылда июленән — 5-се айырым артиллерия бригадаһының штаб начальнигы (Полоцк).

1931 йылдың майынан — Томск артиллерия мәктәбенең уҡытыу бүлеге начальнигы . 1931 йылдың 1 октябренән алып — Томск артиллерия мәктәбенең штаб начальнигы.

Оборона буйынса Халыҡ комиссариаты 380 һанлы Приказы менән 1935 йылдың 10 февралендә 218 -се уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйелнә(Татарск).

Оборона буйынса Халыҡ комиссариаты 485 һанлы Приказы менән 1937 йылдың 29 ғинуарында 85 -се уҡсылар дивизияһының штаб начальнигы итеп тәғәйелнә (Силәбе).

Оборона буйынса Халыҡ комиссариаты 00506 һанлы приказы менән 1938 й 2 ноябренән хәрби хеҙмәттән азатлана.

1938 йылдың 14 ноябрҙә совет иленә ҡаршы троцкист ойошмаһында (58 ст., 2-се п., 7, 8, 11) ҡатнашыу буйынса ғәйепләнә һәм ҡулға алына. 1939 йылдың 25 ғинуарында Нуағайбәков үҙен ғәйепле тип таный, Урал хәрби округы хәрби прокурорының өлкән ярҙамсыһы Бохановский 1939 йылдың 21 декабрендә Бохановский эште туҡтатты[4] һәм Нуғайбәковты азатлау өсөн документтарҙы айырым бүлеккә ебәрҙе.

1940 йылдың февралендә Ҡыҙыл армияһында тергеҙелде. ОХК 0451 приказы менән 1940 йылдың 4 февралендә уны Фрунзе ис. Хәрби академияһы Дөйөм тактика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнгән. Фрунзе М. В. 1940 йылдың сентябрендә 04011 приказы менән Ҡазан пехота училищеһы начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде 01020 Приказы менән 1941 йылдың 14 апреленән Ҡазан танк училищеһы начальнигының урынбаҫары булды.

1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы,

1942 йылдың майында Ғәмәлдәге армияға 148-се танк бригадаһының командирының урынбаҫары сифатына ебәрелә.1942 йылдың 13 июлдә яралана.

1942 йылдың 5 октябренән ОХК 06333 һанлы приказы менән Нуғайбәков 17 -се танк корпусының штаб начальнигы булып китте. Ул вазифала һуғыштың аҙағына тиклем буласаҡ. 1943 йылдың 3 ғинуарында Урта Дон яҡтарында немец-фашист илбаҫарҙарынан ҡаршы ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн корпус почетлы 4-се гвардия танк корпусы исемен ала , һуңынан почетлы исеменә «Кантемировский» исеме менән лайыҡ була. Нуғгайбәковтың корпусы сос Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш һәм 1-се Украина фронттары составында. контрһөжүмендәрендә ҡатнаша. Сталинград, Курск янындағы һуғыштарҙа булһа, Житомир-Бердичев, Проскуровский-Черновцы, Львов-Сандомирский, Карпат-Дуклинский, Висла-Одерский, Түбәнге-Силезский һәм Үрге-Силезский, Берлин һәм Прага операцияһында ҡатнаша. Мул уңыш өсөн Нуғайбәковкә Ленин һәм Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградланған . 1944 йылдың 2 авгусында танк ғәскәрҙәренәң генерал-майор званиеһы бирелгән (СССР халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары № 1024 02.08.1944 й.).

1945 йылдың июнендә корпус . 4-се. гвардия Каниемировка дивизияһында үҙгәртелә 1945 йылдың сентябрь айында дивизия Наро-Фоминск (Мәскәү өлкәһе) ҡалаһына күсерелә. Танк ғәскәренең гвардия генерал-майор Нуғайбәков 1946 йылдың 17 апреленә тиклем дивизияның штаб начальнигы булып ҡала.

СССР Ҡораллы көстәре Министры 1946 й 17 апрель 0032 һанлы приказы менән Германияны оккупациялау Совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң 1 -се гвардия танк армияһының (1946 йылдың сентябренән алып — 1-се гвардия механизацияланған армия)штаб начальнигы итеп тәғәйенләнгән

1945 йылдың 27 июнендә танк ғәскәрҙәренең генерал-лейтенант исеме бирелде (СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары № 1511 . 27.06.1945).

1950 йылдың 9 февралендә ҠКМ 0247 приказы менән Ф. М. Толбухин ис. СССР Ҡораллы көстәренең. Юғары үҙе йөрөгән артиллерия офицерҙары мәктәбенең начальнигы булып китә (Ломоносов Ленинград өлкәһе).

1954 йылдың 29 апрелендә баш кадрҙар идаралығы ҡарамағында. Ҡытайҙа Совет хәрби кәңәшсеһе булып хеҙмәт иткән.

СССР Оборона Министрлығы № 05010 приказы буйынса 1954 йылдың октябрендә Нуғайбәков 60б статьяһы буйынса (ауырыу сәбәпле), хәрби кейемде погондарҙа айырма билдәләүҙәре менән ҡуша кейеү хоҡуҡы менән отставкаға ебәрелде.

Измаил Әхмәтмөхтәр улы Нуғайбәков 1959 йылдың 15 февралендә вафат булды.Курск өлкәһенең[5] Курск ҡалаһында Никитин зыяратында ерләнгән.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Полковник (НКО Приказ № 24.01.1936 00716 от)
  • Генерал-майор танк ғәскәрҙәре (ссср халыҡ комиссарҙары советы ҡарары № 1024 02.08.1944 от)
  • Генерал-лейтенант танк ғәскәрҙәре (ссср халыҡ комиссарҙары советы ҡарары № 1511 баш 27.06.1945).
  • Страница в «Открытом списке»
  1. Лица Зауралья. НАГАЙБАКОВ Измаил Ахметович.. Дата обращения: 12 ғинуар 2021. Архивировано 13 март 2019 года.
  2. Курмакей Нагайбаков и линия его рода.
  3. С июня 1917 года Георгиевскими (солдатскими) крестами награждались офицеры по решению солдатских собраний, в этом случае на ленте ордена укреплялась лавровая ветвь.
  4. Нагайбаков Измаил Ахмедович.. Дата обращения: 12 ғинуар 2021. Архивировано 29 апрель 2019 года.
  5. Нагайбаков Измаил Ахметович.. Дата обращения: 5 май 2018. Архивировано 6 май 2018 года.
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. За выслугу лет в РККА
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  12. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  13. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  14. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  15. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archiveurl=, должен задаваться и параметр archivedate=, и наоборот. . Дата обращения: 6 май 2018.