Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө август 1941 (82 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре

Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы (1941 йылдың авгусында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылында тыуған — 2020 йылдың ноябре) — Өфө насар күреүселәр йәмғиәте сәнәғәт уҡыу предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары, әүҙем йәмәғәтсе[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәниә Мәжит ҡыҙы Нәбиуллина 1941 йылдың авгусында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылында тыуған.

1943 йылда атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә.

5 йәшендә, ҡаты сирҙән һуң, Фәниә күреү һәләтенән мәхрүм була. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 7 ай дауалана. Уның күҙҙәренә Одессанан килгән хирург профессор Одинцов операция эшләй.

Күреү һәләте бер аҙ тергеҙелгәндән һуң, ул Өфө ҡалаһының 5-се һанлы балалар баҡсаһына урынлаштыралар. Артабан ул Өфө ҡалаһы 8-се балалар йортонда тәрбиәләнә. Һуңғараҡ уны Насар күреүселәр йәмғиәтенә күсерәләр.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1957 йылда Фәниә Нәбиуллина Насар күреүселәр йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлай.

Фәниә Мәжит ҡыҙы 10 класты тамамлай. Күҙҙәренә 10 операция яһайҙар.

Кейәүгә сыға, ике ҡыҙына ғүмер бүләк итә. Тормош иптәше менән ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам итәләр.

Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы насар күреүселәр йәмғиәтендә Ҡатын-ҡыҙҙар советы рйесе булып эшләй.

Насар күреүселәр йәмғиәтенең Мәскәү ҡалаһында үткән 14-се һәм 18-се съездары делегаты була.

1999 йылдан Өфө насар күреүселәр йәмғиәте сәнәғәт уҡыу предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. Ул һәр ваҡыт күреүҙәре сикләнгән зәғифтәр коллективы мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышып йәшәне.

Инвалидтар (зәғифтәр) ижады йортон төҙөтөүгә күп көс түкте. Әүҙем йәмәғәтсе булды.

Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йортоноң «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театрының әйҙәүсе актрисаһы булды[2].

1984 йылда шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарҙы[3].

2020 йылдың ноябрендә вафат булды.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары юғары белемгә эйә булды. Үҙҙәренең ғаиләләрен ҡорҙо.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1995 йыл — «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»[4]
  • Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Почёт грамоталары һәм Дипломдары
  • Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан идаралығы Почёт грамоталары һәм Дипломдары
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте алдынғыһы»
  • «Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Фәниә Нәбиуллина
  2. Фәниә Нәбиуллина
  3. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  4. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  5. Фәниә Нәбиуллина

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]