Эстәлеккә күсергә

Нәдир шаһ Әфшәр ҡәбере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәдир шаһ Әфшәр ҡәбере
фарс. آرامگاه نادرشاه
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Нәдир шаһ
Нигеҙләүсе Нәдир шаһ
Дәүләт  Иран[1]
Административ-территориаль берәмек Мешхед[d]
Урын Мәшһәд[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d][2]
Архитектор Хушенг Сәйхун[3]
Архитектура стиле Пехлевийская архитектура[d]
Рәсми асылыу датаһы 1963[3]
Мираҫ статусы Иран милли мираҫы[d][1]
Указания, как добраться چهارراه شهدا[1]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Nader Shah Mausoleum[d]
Карта
 Нәдир шаһ Әфшәр ҡәбере Викимилектә

Нәдир шаһ Әфшәр ҡәбере (фарс. آرامگاه نادرشاه) — Ирандың Мәшһәд ҡалаһында Нәдир Шаһ Әфшәргә арналған мемориаль комплекс.

Нәдир шаһ Әфшәр 1736—1747 йылдарҙа Фарсыстан шаһы, Әфшәриҙтәр династияһына нигеҙ һалыусы һәм үҙ заманының бөйөк хәрби етәксеһе була. 1738 йылда Нәдир ғәскәрҙәрен Һиндостанға ебәрә һәм Дели янында моголдар армияһын еңә. Ул Һиндостандан ғәйәт ҙур ғәнимәт алып ҡайта. Нәдир үҙе менән алып ҡайтҡан могол архитекторҙарына үҙенә мөһабәт мавзолей төҙөргә ҡуша. Был мавзолей могол стилендә төҙөлергә тейеш була. Нәдир шаһтың 1747 йылда Ҡызылбаш офицерҙары тарафынан үлтерелеүе арҡаһында мавзолей үҙе иҫән саҡта төҙөлөп бөтмәй. Мавзолей бинаһы һарай-резиденцияға әйләндерелә һәм урындағы төрлө ырыу башлыҡтары тарафынан файҙаланыла. Нәдир шаһтың ҡәбере 1950 йылдар аҙағына тиклем онотола[4].. 1955 йылда Хөрәсән сенаторы Сәйет Әли Мөәйет Сәбәти Иран сенатында сығыш яһағанда «Нәдир шаһтың ҡәберенең емерек хәлгә төшкән аяныслы хәле» тураһында хәбәр итә. Ул хөкүмәттән ҡәберлектең торошона иғтибар итеүҙе һәм уны Боронғо әйберҙәр милли ассоциацияһы планына индереүҙе һорай[5]. 1963 йылдың 1 апрелендә Нәдир шаһ Әфшәр мавзолейының яңы бинаһы Ирандың Боронғо әйберҙәр милли ассоциацияһы тарафынан төҙөлә һәм асыла[6].


Мемориаль комплекс әле Мәҙәни мираҫ министрлығы ҡарамағында. 2006 йылдың аҙағында, ярты йыл ябылғандан һуң, Нәдири музейы баҡсаһы яңынан асыла, уның эске өлөшө яңы төҙөкләндереүҙең планына ярашлы йүнәтелә һәм яңыртыла[7].

Һәр ишек Бөйөк Моголдар һүрәттәре һәм фрескалары менән биҙәлгән[4].

  1. 1 2 3 4 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ir&srlang=fa&srid=1174 — 2017.
  2. https://www.tehrantimes.com/news/421449/Visit-Nader-Shah-s-mausoleum-in-Mashhad
  3. 1 2 http://www.caoi.ir/en/projects/item/81-tomb-of-nader-shah-mashhad-houshang-seyhoun.html
  4. 1 2 Dalrymple, Sam Here lay Nader Shah (билдәһеҙ). Condé Nast Traveller India (26 октябрь 2018). Дата обращения: 14 август 2024. Архивировано 21 май 2023 года.
  5. جلسه: 63 دوشنبه 16 اسفند ماه 1333 | مشروح مذاکرات | دوره دوم مجلس سنا. web.archive.org (23 ғинуар 2022). Дата обращения: 14 август 2024. Архивировано из оригинала 23 ғинуар 2022 года.
  6. جلسه: 69 صورت مشروح مجلس روز شنبه بیست و یکم ذیقعده 1333 | مشروح مذاکرات | دوره سوم مجلس ملی. web.archive.org (22 сентябрь 2020). Дата обращения: 14 август 2024. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2020 года.
  7. مستندها | علی حسن زاده. web.archive.org (28 декабрь 2021). Дата обращения: 14 август 2024. Архивировано из оригинала 28 декабрь 2021 года.