Нәзифә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нәзифә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме, төрки телле (татар, абхаз) халыҡтарҙа ла йыш осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәзифә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе саф, пак тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәзифә Ҡадирова (Ҡадирова Нәзифә Жәүәт ҡыҙы) (13 апрель 1954 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Кәримова Нәзифә Харис ҡыҙы (Кашапова) (22 май 1947 йыл) — яҙыусы һәм журналист. 1993 йылдан Азатлыҡ Радиоһына Мәскәү татарҙары тормошонан хәбәрҙәр ебәреп тора. 1998 йылдан «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының Мәскәүҙәге хәбәрсеһе. 1993 йылдан Мәскәү "Татар зыялылары клубы"н (рәсми исеме — «Клуб интеллектуал») ойоштороусы. 1995 йылдан Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).

Ануфриева (Хәбибуллина) Нәзифә Зиннәт ҡыҙы (10 август 1947 йыл) — педагог, йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы.

Кагиева Нәзифә Магомет ҡыҙы (1935 йыл — 2013 йыл, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы) — ғалим- филолог, филология фәндәре кандидаты, СССР журналистары һәм яҙыусылары сюзы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ