Эстәлеккә күсергә

Нәй (музыка ҡоралы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәй (музыка ҡоралы)
Нэй[1], ней[2]
изображение
Классификация

Продольная открытая флейта

Нәй ( ғәр. ناي‎; әрм. նայ; төр. һәм әзерб. ney от перс. نی‎; "ҡамыш»)[3] Кавказ, Көнбайыш, Үҙәк Азия халыҡтарында һәм татарҙарҙа таратыу тапҡан оҙонса асыҡ флейта.

Тәүге тапҡыр нәй боронғо фарсыларҙа, унан фарсы музыкаль мәҙәниәте йоғонтоһо аҫтында төрлө тарихи осорҙарға эләккән башҡа халыҡтарға тарала. Иранда нәй-үҙенең тәүге ҡиәфәтен һәм төҙөлөшөн һаҡлап ҡалған халыҡ ҡоралы.

Нәй үҙенең тарихын беҙҙең эраға тиклем үк башлаған боронғо музыка ҡоралдарының береһе тип һанала. Нәйҙең төрҙәре Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары араһында киң таралған булған. Әзербайжанда нәйҙең бер нисә төрө булған[3].

XIV-XV быуаттарҙа йәшәгән фарсы ғалимы һәм музыка белгесе Абдулҡадир Мараги үҙенең «Мағасид әл-алхан» (мелодия маҡсаттары) хеҙмәтендә ул ваҡытта булған нәйҙең ике төрө тураһында хәбәр итә: «аҡ нәй» һәм «ҡара нәй»[3].

"Аҡ нәй" төрлө ҙурлыҡтағы ҡамыштан яһалған. Алғы яғында 5 тишек, ә артҡы яғында бер тишек булған.

Оҙонлоғо 550-600 мм, диаметры 20 мм.

Диапазон беренсе октаваның "до"һынан икенсе октаваның "сол"енә тиклем тауыштарҙы үҙ эсенә ала.

Хроматик тауыш тәртибе стволдың өҫкө осона өрөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, был осраҡта уң һәм һул ҡул бармаҡтары менән тишектәр йә асыла, йә ябыла (тулыһынса йәки өлөшләтә). "Аҡ нәй"ҙә уйнағанда башҡарыусы, инструмент башына кейгән нәҙек баҡыр торба аша, уны алғы өҫкө һәм аҫҡы тештәре араһында тотоп, һауа өрә; тел һәм ирендәр ярҙамында инструменттан тауыш сығара.

Унда мугам, йырлау һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр башҡарыу мөмкинлеге бар.

  • Най // Большая российская энциклопедия. Том 21. — М., 2012. — С. 700.
  • Най (1) // Музыкальные инструменты. Энциклопедия. — М.: Дека-ВС, 2008. — С. 398—401. — 786 с.
  • Най // Музыкальная энциклопедия. Том 3. — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Стб. Ҡалып:-..
  • Най // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 369—370. — 672 с.