Нәргиз Мөхәммәди
| Нәргиз Мөхәммәди | |
| фарс. نرگس محمدی | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 21 апрель 1972[2] (54 йәш) |
| Тыуған урыны | Зәнжан, Шаханшахское Государство Иран[d] |
| Хәләл ефете | Таги Рахмани[d][3] |
| Место содержания под стражей | Тюрьма Эвин[d] |
| Һөнәр төрө | хоҡуҡ яҡлаусы, журналист |
| Эшмәкәрлек төрө | гражданский активизм[d][1] |
| Эш урыны | Defenders of Human Rights Center[d][4] |
| Уҡыу йорто | Международный университет имени Имама Хомейни[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Вики-проект | Проект:Персоналии[d], Проект:Права человека[d], Проект:Свобода речи[d], Проект:Иран[d] һәм Проект:Женщины[d] |
Нәргиз (Наргес) Сафия Мөхәммәди (перс. نرگس صفیه محمدی әзерб. Nərgiz Məhəmmədi 1972 йылдың 21 апрелендә Иран. 2023 йылда «Иранда ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҙеүгә ҡаршы көрәш һәм кеше хоҡуҡтарын һәм бөтәһе өсөн дә азатлыҡты яҡлау өсөн» Нобель премияһына лайыҡ була. Үҙенең эшмәкәрлеге өсөн Иран режимы тарафынан эҙәрлекләнә, төрмәлә ултыра.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1972 йылдың 21 апрелендә Ирандың Зәнжан ҡалаһында[5] әзербайжан ғаиләһендә тыуған[6]. Бала сағын Корвала (Курдистан провинцияһы), Кередждә һәм Ошневиела үткәрә[7]Ҡәзвиндағы Имам Хөмәйни исемендәге халыҡ-ара университетын физика буйынса тамамлай[5] . 2000 йылдарҙа төҙөлөш компанияһында инженер булып эшләй, бойондороҡһоҙ баҫмаларҙа рубрикалар яҙа, Ширин Эбади ойошторған хоҡуҡ һаҡлау үҙәгенең матбуғат секретары була[8].
1998 йылдан бирле Мөхәммәди бер нисә тапҡыр ҡулға алына, 2016 йылда үлем язаһын бөтөрөү өсөн көрәшкән хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәтен етәкләгәне өсөн 16 йылға төрмәгә хөкөм ителә («законһыҙ төркөм ойоштороуҙа», «милли именлеккә ҡаршы заговорҙа» һәм "яуыз пропаганда"таратыуҙа ғәйепләнә). Ул биш тапҡыр хөкөм ителгән, дөйөм алғанда 31 йылға иркенән мәрхүм ителгән һәм 154 ҡамсы менән һуҡтырылыуға . Ул 2020 йылда азат ителә, әммә 2021 йылдың аҙағында тағы ла ҡулға алына, 2021 йылдың майында Ирандың енәйәт кодексының 500-сө статьяһы буйынса («дошманлыҡ пропагандаһы») ситтән тороп хөкөм ителә, 30 айға төрмәгә ултыртыла, 80 ҡамсы менән һуғыуға, һәм штраф һалына[9][10][11]. 2023 йылдың авгусында уның Иран төрмәләрендә көс ҡулланыу тураһында ҡулға алынғанда интервью биргәне һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына рәсми мөрәжәғәттәр төҙөгәне өсөн төрмәгә ултыртыу ваҡыты оҙайтыла[8].
2023 йылда Мөхәммәди «Иранда ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҙеүгә ҡаршы көрәше һәм кеше хоҡуҡтарын һәм бөтәһе өсөн дә азатлыҡты яҡлау өсөн көрәше өсөн» Нобель премияһына лайыҡ була[12][13].
Премияны Ослола Наргиздың балалары, 17 йәшлек игеҙәктәр Киана һәм Али Рахмани ала, улар әсәләренең сығышын уҡый[14].
2026 йылдың 7 февралендә Мөхәммәди йыйылыш, заговор һәм пропаганда өсөн ете йыл ярымға төрмәгә хөкөм ителә һәм ике йылға Ирандан сығыу тыйыла[15].
2026 йылдың майында ҡатын аңын юғалтыуы һәм ҡаты инфаркт арҡаһында дауаханаға эләгәа[16]. Нобелевский комитет требует от властей Ирана выпустить Наргиз[17]. Нобель комитеты Иран властарынан Нәргизде азат итеүҙе талап итә[18].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Mohammadí, Narges // База данных Национальной библиотеки Чешской Республики
- ↑ https://www.nobelprize.org/prizes/peace/2023/mohammadi/facts/ (ингл.) — Nobel Foundation.
- ↑ Dehghan S. K. Iranian activist Narges Mohammadi jailed for 11 years (билдәһеҙ) — 2011. — ISSN 0261-3077
- ↑ Iranian human rights activist Narges Mohammadi awarded 2023 Nobel Peace Prize (ингл.) — 2023.
- 1 2 Muhammad Sahimi. Nationalist, Religious, and Resolute: Narges Mohammadi. PBS (10 май 2012). Дата обращения: 31 октябрь 2012. Архивировано 29 июнь 2012 года.
- ↑ Iranian Peace laureate Mohammadi: 'lioness' locked up for challenging Tehran (инг.), Reuters (6 October 2023). «Born in the city of Zanjan in northern Iran in 1972 into a family from Iran's Azeri ethnic minority, Mohammadi began her activism while a student studying physics at a university in nearby Qazvin.».
- ↑ Iranian human rights activist Narges Mohammadi gets Nobel Peace Prize (ингл.). Sawt Beirut International (6 октябрь 2023). Дата обращения: 6 октябрь 2023.
- 1 2 Против государственного насилия: за что Наргиз Мохаммади получила Нобелевскую премию
- ↑ Нобелевская премия мира присуждена иранской правозащитнице Мохаммади. Дата обращения: 6 октябрь 2023. Архивировано 6 октябрь 2023 года.
- ↑ Iran Human Rights Defenders Report, Iran Human Rights (12 ноябрь 2020).
- ↑ IRAN: Narges Mohammadi back in prison to serve her 30 months prison sentence (ингл.). International Federation for Human Rights (19 ноябрь 2021). Дата обращения: 6 октябрь 2023. Архивировано 5 июнь 2023 года.
- 1 2 Helljesen, Vilde Se hvem som får Nobels fredspris 2023 (билдәһеҙ). NRK (6 октябрь 2023). Дата обращения: 6 октябрь 2023.
- ↑ «Женщины. Жизнь. Свобода». Нобелевская премия мира присуждена иранской активистке за права женщин Наргиз Мохаммади. Русская служба Би-би-си (6 октябрь 2023). Дата обращения: 6 октябрь 2023. Архивировано 6 октябрь 2023 года.
- ↑ В Осло состоялось вручение Нобелевской премии мира. Дата обращения: 11 декабрь 2023. Архивировано 11 декабрь 2023 года.
- ↑ В Иране лауреата Нобелевской премии Наргиз Мохаммади приговорили к семи с половиной годам тюрьмы. Meduza.
- ↑ Лауреата Нобелевской премии мира госпитализировали в тюрьме в Иране. Lenta.RU. Дата обращения: 2 май 2026.
- ↑ Нобелевский комитет потребовал выпустить иранскую политзаключенную. Lenta.RU. Дата обращения: 2 май 2026.
- ↑ Нобелевский комитет потребовал выпустить иранскую политзаключенную. Lenta.RU. Дата обращения: 2 май 2026.