Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 15 июнь 1960 (60 йәш) |
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йәрмәкәй районы СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йәрмәкәй районы, Рәтамаҡ |
Һөнәр төрө | рәссам |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. Насибуллин Расим Мухлисович - (15 июнь, 1960 йыл), рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы[1]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсим Мөхлис улы Нәсибуллин 1960 йылдың 15 июнендә БАССР-ҙың Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында донъяға килгән.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1972-1976 йылдарҙа Өфөләге Рәсәй урта художество сәнғәт мәктәбендә уҡый [2].
Артабан(Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте бүлексәһенә (хәҙер - Сәнғәт институты филиалы) уҡырға инә һәм уны 1982 йылда тамамлай.
1982 йылдан республика, зона, төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Әҫәрҙәре ҡуйылған музейҙар һәм картиналар галереялары: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), «Марс» заманса сәнғәт үҙәге (Мәскәү), Өфө рәсем сәнғәте галереяһы, РФА Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы (Өфө), «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәге (Ҡазан).
1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы[3]
33 йылдан артыҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты вазифаһында эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Севастополь ҡалаһында йәшәй һәм эшләй [4]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008)