Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
башҡорт фольклоры |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
Филология фәндәре докторы (1998) |
Уҡыу йорто: | |
Билдәләлек алған: |
фольклорсы |
Награда һәм премиялары |
Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина 1936 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында[1] тыуған. 1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1954—1959 йылдарҙа Ауырғазы районында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.
1962 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә: 1973 йылғаса — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылға тиклем — төп ғилми хеҙмәткәр, артабан 2005 йылғаса — баш ғилми хеҙмәткәр була.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижадын» төҙөүҙә ҡатнаша. Фәнүзә Нәҙершинаның ғилми эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының афористик һәм сәсмә жанрҙарын өйрәнеү менән бәйле. Фольклор буйынса халыҡ-ара һәм төбәк конференцияларында, симпозиумдарҙа ҡатнаша. Бер нисә монография авторы. Халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыусы, башҡорт фольклорын руссаға тәржемә итеүсе булараҡ киң билдәле.
Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
- Салауат Юлаев ордены (2000)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының маҡтаулы академигы (03.11.2006)
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Халыҡ һүҙе. — Өфө, 1983.
- Халыҡ хәтере. — Өфө, 1986.
- Рухи хазиналар. — Өфө, 1995.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылы
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Шакур Р. За создание свода «Башкирское народное творчество» // Лауреаты премии имени Салавата Юлаева: Творческие портреты. — Уфа. 1987.
- С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө: «Китап», 1999. — 190—191-се биттәр.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 7 февралдә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ауырғазы районында тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡорт фольклорсылары
- Шәхестәр:ТТӘИ