Нәҙершин Зәки Аҡйегет улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәҙершин Зәки Аҡйегет улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Нәҙершин Зәки Аҡйегет улы (1914 йыл — ???) — Совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеүсе

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Аҡйегет улы Нәҙершин 1914 йылда Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Тимер ауылында тыуған.

Ҡыҙыл Армия сафына 1937 йылда алына. Бөйөк Ватан һуғышында Калинин (1941), Смоленск (1942), Ленинград (1943—1944) фронттарында була. Выборг операцияһында 72-се Ҡыҙыл Байраҡлы Павловский уҡсы дивизияһының 187-се уҡсы полкының[1] отделение командиры вазифаһында ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]