Нәҙершин Ким Рәүеф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәҙершин Ким Рәүеф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Исмәғил, Рәсәй
Вафат булған көнө 22 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө театр режиссёры
Эш урыны Республиканский кукольный театр[d]
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Нәҙершин Ким Рәүеф улы (11 ғинуар 1937 йыл — 22 декабрь 2019 йыл) — театр ветераны, режиссёр. 1980—1992 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ким Рәүеф улы 1937 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы Исмәғил ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) тыуған. 19601968 йылдарҙа Республика ҡурсаҡ театрында (Өфө) ҡурсаҡсы булып эшләй. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, 1980 йылға тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында режиссер булып эшләй[1].

19801992 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры.

Салауат башҡорт драма театрында Кәрим Тинчуриндың «Хикмәтле доклад», Әсғәт Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй», Фәнил Әсәновтың «Вәғәҙә», Г. Лорканың «Ҡанлы туй», А. Дударевтың «Порог» («Һуңғы аҙым»), Фәрит Богдановтың «Мине саҡырған уттар», Эгон Раннеттың «Юғалған яҙмыш», Роберт Батулланың «Кисер мине, әсәй», Ш. Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге», Нәжиб Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә» спектаклдәрен ҡуя[1].

Нәҙершин Ким Рәүеф улы 2019 йылдың 22 декабрендә Салауат ҡалаһында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]