Нәҙерғолов Урал Фәйзулла улы
Нәҙерғолов Урал Фәйзулла улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур өлкәһе, Переволоцк районы, Ҡотломбәт ауылы |
Ил |
СССР, Россия |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Нәҙерғолов Урал Фәйзулла улы (1937 — ?) — башҡорт теле белгесе.
Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ҡотломбәт ауылында тыуған. Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын күрше Ғәбдрафиҡ ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Күмертау районының Мораптал урта мәктәбендә эшләй. Туған телгә булған мөхәббәт, туған телдең бөтөн нескәлектәрен белеүгә ынтылыш уны СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып килә, унда кесе ғилми хеҙмәткәр булып урынлаша һәм ғүмеренең аҙағына тиклем шунда эшләй.
У. Ф. Нәҙерғолов башҡорт диалектологияһының һәм тел тарихының актуаль проблемаларын өйрәнеү менән шөғөлләнде. Уның башҡорт диалектологияһындағы иң ҙур хеҙмәттәренең береһе булып сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорт халҡының тел үҙенсәлектәрен өйрәнеү һанала. «Куйбышев һәм Һарытау өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың теле» тигән темаға 1981 йылда филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 1970—1985 йылдарҙа «Башҡорт теленең атласын» эшләүҙә ҡатнаша, «Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге (көнбайыш диалект)», «Башҡорт теленең йәнле һөйләү үрнәктәре» тигән хрестоматияның авторы.
Ғилми эшмәкәрлегенең һуңғы йылдарында У. Ф. Нәҙерғолов һүҙлек составының боронғо ҡатламы — башҡорт теленең малсылыҡ лексикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнде.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иргизо-Камеликские башкиры. Уфа «Китап», 1996.