Эстәлеккә күсергә

Нәҡиев Әғлә Рахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәҡиев Әғлә Рахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 11 июль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ниғмәтулла, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 июнь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Наҡыев Әғләм Рахман улы (11 июль 1908 йыл — 4 июнь 1976 йыл) — Башҡортостан һөт һәм сусҡасылыҡ совхоздары тресының баш агрономы, директор урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының бишенсе саҡырылыш депутаты (1959—1963).

Наҡыев Әғләм Рахман улы 1908 йылдың 11 июлендә Ниғмәтулла ауылында тыуған[1]. Белеме — юғары, 1932 йылда Ҡаҙан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1932 йылда Башҡорт АССР-ы игенселек Халыҡ комиссариатының техник культуралар буйынса агрономы булып эшләй башлай. 1932—1935 йылдарҙа бүлексә агрономы, агроном-плановик, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр игенселек совхозының өлкән агрономы булып эшләй.

1935—1936 йылдарҙа Ленинградта совхоз агрономдарының квалификация күтәреү курстарында уҡый.

1936—1939 йылдарҙа —Башҡорт АССР-ы Благовар районының БашЦИК исемендәге игенселек совхозы өлкән агрономы,1939-1945 йылдарҙа — Әбйәлил районының «Ҡыҙыл Башҡортостан» игенселек совхозы өлкән агрономы, 1945—1946 йылдарҙа — Башҡортостан совхоздар тресының өлкән агрономы, 1946—1952 йылдарҙа — Башҡортостан һөт һәм сусҡасылыҡ совхоздары тресының баш агрономы, директор урынбаҫары.

1952 йылда Ә. Р. Наҡыев Баймаҡ районының Йылайыр игенселек совхозы директоры итеп тәғәйенләнә. Уның совхоз етәксеһе булып эшләү осоронда хужалыҡ 15 миллион 300 мең һум саф табыш ала. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, икмәк етештереү 3,5 тапҡыр, ит етештереү — 3,5 тапҡыр, һөт етештереү — 13,5 тапҡыр, йөн етештереү — 2 тапҡыр арта. Совхоз 7000 гектарҙан ашыу сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә.

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәндә айырым ҡаҙаныштары, 1956 йылда уңыш йыйыу һәм икмәк әҙерләүҙе уңышлы үткәргәне өсөн, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1957 йылдың 11 ғинуарында Ә. Р. Наҡыевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1964 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ауыл хужалығы бүлеге инструкторы булып эшләй, пенсияла «Скотопром» Башҡортостан тресы кадрҙар бүлегендә хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының бишенсе саҡырылыш депутаты (1959—1963).

Наҡыев Әғләм Рахман улы 1976 йылдың 4 июнендә вафат була.

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.