Нөргөш (тау һырты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нөргөш
Нөргөш тау һырты
Нөргөш тау һырты
Характеристики
Оҙонлоғо50 km
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1406,2 м
Урынлашыуы
54°45′ с. ш. 59°00′ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Һатҡы районы
Рәсәй
Красная точка
Нөргөш
Силәбе өлкәһе
Красная точка
Нөргөш
 Нөргөш Викимилектә
«Йөрәккүл» милли паркының схемаһы

Нөргөш  һырты Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы территорияһында урынлашҡан. 50 км оҙонлоҡтағы  ҡеүәтле тау теҙмәһе. Йөрәккүлдең көньяҡ ярынан һәм Лукаш тауҙарынан Берәҙәк йылғаһы тамағына һәм Йүрүҙән йылғаһының уң ярына тиклем һуҙылған. Һырттың иң бейек - 1406 м -түбәһе төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.

Нөргөш шартлы рәүештә өс өлөшкә бүленә: Оло, Урта һәм Бәләкәй Нөргөш. Кварциттарҙан тора; битләүҙәрен ҡайын урманы ҡаплаған. Яланғасланған (субальп) зонаһы аныҡ күренә, түбәләрендә ҙур булмаған тау тундраһы участкалары осрай. Нисек һәм башҡа Көньяҡ Уралдың башҡа һырттары (Йөрәккүл, Үренгә, Егәлгә) кеүек, Нөргөш 300 миллион йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Башҡорт телендә исеме «нурлы, балҡып ҡош» нисек тәржемә ителә, моғайын, ерле халыҡ, йәғни башҡорттар, Нөргөштө ҡояшта ялтырап күренгән кварцит ҡырластары булғанға шулай атағандыр, ә бәлки, кешеләрҙең һырт тирәһендә  йыш ҡына төндә сәбәбен аңлатып булмаған билдәһеҙ ут осҡанын күргәнлектәндер, Нөргөш һырты туристар араһында популярлыҡ менән файҙалана. Һуҡмаҡ буйлап Сибирка ауылы янынан күтәрелә башлау иң уңайлыһы һанала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Природа Челябинской области / Науч.ред. М. А. Андреева. Ч., 2001.
  • Челябинская область: Энциклопедия / гл.ред. К. Н. Бочкарёв. Ч.: Каменный пояс, 2008.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]