Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы март 1995
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы Викимилектә

Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы. — Псков өлкәһенең Плюсский районында урынлашҡан композитор Н. А. Римский-Корсаков музейы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей-ҡурсаулыҡ композиторға ҡараған ике усадьбаны — Любенск һәм Вечашаны үҙ эсенә ала. 1921 йылда А. Луначарский инициативаһы менән ике йорт та дәүләт һаҡлауы аҫтына алына. Әммә һуғыштан алда уҡ урындағы совхоз Вечашалағы усадьбаны халыҡ ихтыяжы өсөн һүтеп ала. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фашистар Любенсктағы йортто яндыра һәм баҡса менән паркты тулыһынса тиерлек ҡырҡа. Һуғыштан һуң фундаменттарында биналар тергеҙелә, әммә эске планы шартлы була. Тәүге тапҡыр Н. А. Римский-Корсаков Вечашаға, Огареваның имениеһына 1894 йылда килә, һуңынан һәм 1904 һәм 1905 йылдың йәйен ғаиләһе менән бында үткәрә. Һуңынан 1907 йылда Любенск усадьбаһын һатып алып, шунда күсеп килә. Композитор 1908 йылда усадьбала вафат була.

Любенск[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында Римский-Корсаков «Золотой петушок» операһын ижад итә. Йортта уның әҫәрҙәре, портреттары, документтары һәм шәхси әйберҙәре ҡуйылған.

Композитор яҙа:

«Йорт сағыштырмаса юғары урында тора, күлгә матур күренеш, ҙур баҡса, күксин күп үҫә, ошо ваҡытта хуш еҫле йәсмин һәм пион күпереп сәскә ата»

2022 йылдың 2 июлендә йорт-музей «төҙөүселәр һаҡһыҙлығы арҡаһында» яна.

Вечаша[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вечаша усадьбаһында ул «Ночь перед Рождеством», «Садко», «Царская невеста», «Сказка о царе Салтане», «Сказание о невидимом граде Китеже» операларын ижад итә. Шулай уҡ XIX быуат аҙағында крәҫтиән көнкүреше коллекцияһы күрһәтелә.

«Минең музыкаль тормош йылъяҙмаһында» ул урынды былай тип һүрәтләй:

«Йорт ауыр һәм шыҡһыҙ төҙөлгән, әммә һыйҙырышлы һәм уңайлы. Һыу инеү урыны бик матур. Төндә ай һәм йондоҙҙар күлдә ғәжәп матур сағыла. Ҡоштар күп. Алыҫтараҡ урман, ләкин иҫ киткес матур. Эш шәп бара. Йәй эсендә „Ночь перед Рождеством“ операһы тулыһынса тиерлек яҙыла»

Экспозиция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Природа в творчестве Н. А. Римского-Корсакова» (Вечаша)
  • «Последние годы жизни и творчества Н. А. Римского-Корсакова» (Любенск)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]