Н. Д. Гулаев исемендәге хәрби-тарихи комплекс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Н. Д. Гулаев исемендәге хәрби-тарихи комплекс — музей, Ростов өлкәһе Аҡсай ҡалаһындағы иң мөһим иҫтәлекле урындарҙың береһе. 1998 йылда асылған. Үҙе лә өлкә кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булған өлкә кимәлендәге тәбиғәт һаҡлау ҡурсаулығы «Мухин йырыны» биләмәһендә урынлашҡан[1].

Авиацияның генерал-полковнигы, ике тапҡыр Советтәр Союзы Геройы һәм бәреп төшөргән самолёттар һаны буйынса совет иң оҫта, батыр осоусылары (ас) араһында өсөнсө урында торған Гулаев Николай Дмитриевич исемен йөрөтә. Был исем музейға бушҡа ғына бирелмәгән: Гулаев Аҡсай станицаһында тыуған кеше.

Комплекс артиллерия тубынан башлап, самолёттар, ракеталар һәм башҡа ҡоралдарҙың бик ҙур коллекцияһына эйә[2].

Музей төп ике өлөштән тора. Беренсеһе — «Төньяҡ-Кавказ хәрби округтың ер аҫты команда пункты». Команда пункты ер аҫтында бик тәрәндә урынлашҡан һәм бик күп лабиринттары һәм коммуникациялары бар. 1960-сы йылдарҙа Өсөнсө донъя һуғышы була ҡалһа тип төҙөлгән[2].

Музейҙың икенсе өлөшө совет һәм Рәсәй армияһының XX быуат хәрби техникаһы өлгөләре ҡуйылған асыҡ майҙансыҡ. Музей майҙанында XX быуат башынан алып (Урыҫ-япон һуғышы осоронан) Чечен республикаһындағы террорға ҡаршы операцияға тиклемге ҡоралдар ҡуйылған[1].

Асыҡ күргәҙмә экспонаттары араһында: бронетехника (Т-72, БМП-2), артиллерия һәм зенит туптары, макеты ракеталар макеты, йөҙөп йөрөүсе инженерлыҡ саралары, самолеттар (Ан-2, МиГ-23), бронялы йөк тракторҙары һәм башҡалар бар[3].

Асыҡ һауалағы хәрби техника күргәҙмәһе йыл һайын тулыландырыла. Яҡын арала бында Рәсәйҙең көньяғында ватаныбыҙҙың XX быуат хәрби техникаһы һәм ҡоралының иң күләмле экспозицияларының береһен төҙөү планлаштырыла[1].

Комплекс өлкә кимәлендәге тәбиғәт һаҡлау ҡурсаулығы «Мухин йырыны» биләмәһенең үҙәк өлөшөндә, урындағы халыҡтың иң яратҡан ял итеү урынында урынлашҡан[1].

Хәрби-тарихи комплекс көн һайын сәғ. 9.00-ҙан 17.00 сәғ. тиклем, ял көндәрһеҙ эшләй[4].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 bolivarsm Аскай. Ростовская область. Военно-исторический комплекс.. Обсуждение на LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников  (урыҫ.). www.liveinternet.ru. 2 февраль 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Аксайский военно-исторический музей (Аксай). vetert.ru. 2 февраль 2017 тикшерелгән.
  3. kerrangjke, rostov_don Запасной пункт Северо-Кавказского округа. Ростовское городское сообщество (2013-02-15). 2 февраль 2017 тикшерелгән.
  4. Достопримечательности Аксайского района  (урыҫ.). www.aksayland.ru. 2 февраль 2017 тикшерелгән.