Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты
Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты | |
Нигеҙләү датаһы | 22 май 1931 |
---|---|
Урын | Йошкар-Ола |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Марийского педагогического института[d] |
Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты (рус. Марийский государственный педагогический институт имени Н. К. Крупской) — Марий Эл Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Республиканың беренсе вузы (1931 йылда ойошторола).2008 йылда Мари дәүләт университетына ҡушыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1931 йылдың 22 майында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Мари автономиялы өлкәһендә агропедагогик институт асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул республикала беренсе юғары уҡыу йорто була.
Беренсе курсҡа 110 студент ҡабул ителә, шуларҙың 73-ө — мари милләтенән була. Тағы ла 19 студент Ҡазандың Көнсығыш педагогия институтының 2-3-сө курстарының мари бүлегенән күсерелә.
Институтта 4 бүлеге була: физика-техник, химия-биология, политехник һәм ижтимағи-әҙәби. 7 кафедра ойошторола: политэкономия, тарих, педагогика, математика һәм физика, химия, рус теле һәм әҙәбиәте, мари теле һәм әҙәбиәте. Был кафедраларҙа тәүге уҡыу йылында 16 уҡытыусы һәм 4 лаборант эшләй.
Институтының беренсе директоры шул дәүерҙең күренекле ғалимы, мари яҙыусыһы И. Е. Романов була.
1933 йылда агропедагогия институты педагогия институты тип үҙгәртелә һәм уға Надежда Крупская исеме бирелә. Шул уҡ ваҡытта бүлексәләр факультеттарға әйләндерелә, тарихи бүлеге асыла.
1935 йылдың 1 ғинуарынан ике йыллыҡ уҡытыу ваҡыты менән Уҡытыусылар институты эшләй башлай. Ул һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа тиклем эшләй һәм тулы булмаған урта мәктәптәр өсөн ике меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләй.
1936 йылда юғары уҡыу йорто яңы уҡыу корпусына күсә. Элекке уҡыу бинаһы дөйөм ятаҡ итеп үҙгәртелә.
1941 йылдың йәйендә институт Йошкар-Оланан Козьмодемьянскиға күсерелә, унда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға тиклем ауыр шарттарҙа эшләй. Институты бинаһында Ҡыҙыл Армияның Ленинград хәрби-һауа академияһы урынлаша. Институттан 120-нән ашыу студент, уҡытыусы һәм хеҙмәткәр фронтҡа мобилизациялана. Институт составында 4 кенә факультет ҡала: физика-математика, тәбиғәтте өйрәнеү, тарих, әҙәбиәт. Көндөҙгө бүлектә 200-ҙән 400-гә тиклем студент уҡый. 1943 йылда әҙәбиәт факультетында мари бүлеге асыла.
Үҙенең үҫешендә институт һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҙур аҙым яһай. 1950 йылда уҡыу корпусына реконструкция үткәрелә, уҡытыусылар өсөн йорттар, студенттарға яңы ятаҡтар төҙөлә, яңы факультеттар асыла: сит ил телдәре һәм башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү, ә 1970 йылда — физик культура, индустриаль-педагогия (1998 йылдан — технология-иҡтисад), мәктәпкәсә тәрбиә биреү (2001 йылдан — бала саҡта педагогикаһы һәм психологияһы). Институты Рәсәйҙәге иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһенә әйләнә.
1981 йылда, үҙенең 50 йыллығында, институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
2008 йылда институт Мари дәүләт университетына ҡушыла. Үҙенең 76 йыл эшләү дәүерендә институт 45 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығара.
Институты 4500-ҙән ашыу студент 17 һөнәр һәм 19 специализация буйынса белем ала. 25 кафедрала 293 штаттағы уҡытыусы эшләй, уларҙың 160-тан ашыуы ғилми исем һәм дәрәжәгә эйә.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡыу йортонда 9 факультет эшләй:
- Гуманитар
- Тәбиғи-ғилми
- Сит телдәр
- Физик культура
- Технология-иҡтисад
- Башланғыс класстар
- Педагогика һәм психология
- Өҫтәмә һөнәри
- Әҙерлек
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — 486 с. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
- Марийский государственный педагогический институт им. Н. К. Крупской // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 511. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный портал им. Н. К. Крупской . Архивировано 13 май 2008 года. 2008 йыл 13 май архивланған.
- Официальный портал им. Н. К. Крупской. История института . Архивировано 6 май 2008 года. 2008 йыл 6 май архивланған.