Оазис
Оа́зис — сүллектә йәки ярымсүллектә үҫемлектәргә бай, башҡа үҫемлектәр массивтарынан айырымланған урын (һирәк осраҡта далала, саваннала һәм хатта ҡоро урман-далала); ғәҙәттә тәбиғи һыу ятҡылығы янында урынлаша. Оазис һүҙе хәҙерге европа телдәренә (шул иҫәптән рус теленә лә) латин теле аша килеп ингән — грек теленән σασις («оазис») килеп сыҡҡан һәм грек теле аша мысыр демотик яҙмаһына — uḥ3t — барып тоташа. Боронғо мысыр теленең вариҫы копт телендә — uaḥe — йәшәү урыны тигәнде аңлата[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]





Оазистар ҙурлығы һәм характеры буйынса айырылып торорға мөмкин. Финик пальмалары менән уратып алынған ҙур булмаған быуаларҙан алып ауыл хужалығы эшмәкәрлеге һәм сәнәғәте булған тотош ҡалаларға тиклем булырға мөмкин. Игенселектең күп формаларын берләштергән традицион хужалыҡ формаһы булып оазис хужалығы тора. Ҙурлығы — 1 гектарҙан алып бер нисә ферманың эшен тәьмин итеүсе ҙур фермаларға тиклем[2][3].
Оазистар ер аҫты йылғалары йәки һыу ятҡылыҡтарынан ер өҫтөнә етерлек үҙ баҫымы арҡаһында ярҙамында йәки кеше булдырған сығанаҡтар ярҙамында сыға ала. Ҡайһы бер оазистар, мәҫәлән, Туат өлкәһендә (Үҙәк Алжир) урынлашҡан оазистар, осраҡлы ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырҙар менән туйына. Тау тоҡомдарынан һәм таштан торған тупраҡтың аҫҡы ҡаты ҡатламы шулай уҡ һыу кеҫәләрендә, ер аҫты һыныҡтарында йәки вулкан сығышлы дайкаларҙа һыуҙы тотоп ҡалыуға булышлыҡ итә. Үҙ сиратында, оазистарҙа үҫемлектәр күсмә ҡоштарҙың һыу ятҡылығында орлоҡтар ҡалдырыуы арҡаһында барлыҡҡа килә.
Антарктикала оазис тип ҡар һәм боҙ булмаған территория атала.
Оазистар янында, ғәҙәттә, каруан юлдарында, уларҙа даими һыу сығанағы булғанлыҡтан, ҡайһы берҙә ҙурлығы буйынса ҙур булмаған тораҡ пункттар барлыҡҡа килә. Ошондай уҡ тораҡ пункттар Сахарала, Ғәрәбстан ярымутрауында, Чилиҙа, Перуҙа, Мексикала урынлашҡан. Мәҫәлән, Чилиҙағы Пика, Перуҙағы Ика һәм Мексикалағы Паррас де Ла Фуэнте ҡалалары.
Биологик әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсмә ҡоштар өсөн һыу һәм аҙыҡ ресурстарының тәбиғи өлөшө булып тора, улар шулай уҡ оазистар һәм башҡа төбәктәр араһында үҫемлек орлоҡтарын таратыуға булышлыҡ итә, шулай итеп оазистарға һәм уларҙан төрлө сорттарҙы килтерә[3][2].
Социаль-тарихи әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карауан юлында оазистарҙың булыуы боронғо Мысыр, Яҡын Көнсығыш һәм Һинд йылғаһы үҙәненең иртә мәҙәниәттәренә барып тоташҡан сауҙа маршруттарын формалаштырыуҙа хәл иткес фактор булған. Мәҫәлән, Яҡын Көнсығыш Һинд үҙәненән Ҡоро плато, Иран һәм Афғанстан һырттары һәм сүллектәре менән айырыла. Был юлда ауыл хужалығын тау итәгендә һәм үҙәндәрҙә генә алып барырға мөмкин. Каспий диңгеҙенән көньяҡҡа табан һуҙылған маршрут Ебәк юлының бер өлөшө булып тора, уның ҡайһы бер участкалары беҙҙең эраға тиклем 3 000 йыл элек ҡулланылған. Улар Бадахшанды Көнбайыш Азия, Мысыр һәм Һиндостан менән тоташтырған[4][5].
Ҡайһы бер оазистарға хужа булыу стратегик әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, Транссахара сауҙа юлын контролдә тотоу өсөн хәҙерге Ливиялағы Авджила, Гадамес һәм Куфра оазистары өҫтөнән хакимлыҡ итеү мөһим әһәмиәткә эйә була.
Үҫемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Етерлек һуғарыу булғанда абрикос, финик, инжир, зәйтүн үҫтерәләр. Оазистарҙағы үҫемлектәр өсөн иң мөһим, иң бейек ағас — финик пальмаһы, ул — бөтә башҡа ағастар өсөн күләгә барлыҡҡа килтереүсе төп япраҡлы япма. Ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы арҡаһында, финик пальмаһы башҡа ағастарҙы артыҡ ҡояш радиацияһынан һаҡлай. Шуға ла күләгәлә уртаса бейеклектәге персик ағастары үҫә ала[2].
Шулай уҡ оазистарҙа иген (тары, бойҙай, арпа) һәм йәшелсә үҫтерергә мөмкин, әммә уның өсөн сағыштырмаса ҙур һыу ресурстары булған оазистар кәрәк.
Мысыр оазистары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Мысыр осоронда оазистарҙың әһәмиәте шул тиклем ҙур була, уларға ҙур ҡалаларға бүленгән иғтибар талап ителә, сөнки улар сауҙагәрҙәрҙең каруан юлдарын тәьмин итеү һәм ял итеү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә. Оазистарҙың торошоноң насарайыуы сауҙаға ҙур зыян килтерә.
Сахара — Алжир оазистары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ghout — Алжир Сахараһының төньяҡ-көнсығышында таралған оазис төрө. Уларҙың һыуы финик пальмаларын һуғарыу өсөн ҡулланыла. Был агротехнологияның үҙенсәлеге шунда: үҫемлектәрҙе һыу менән тәьмин итеү өсөн, ҡомда, тәрәнлеген һыу ҡатламы ятҡылығына тап килтереп, диаметры 80—200 сантиметр булған соҡор ҡаҙыла, соҡорҙо 1 метрға тиклем тәрәнәйтәләр. Шулай итеп, оҙонлоғо бер метрҙан самаһы финик пальмаһының тамырҙары даими рәүештә һыуҙа була, һәм бындай һуғарыу ысулын ҡулланғанда өҫтән һыу һибеү кәрәкмәй, һыуҙы әҙ тотонола һәм тупраҡтың тоҙланмай. Өҫтән һыу һипкәндә (классик схема буйынса), йыл дауамында тирә-яҡ мөхит температураһын иҫәпкә алһаң, һыу күп ҡулланылыр ине[6].
Марокко — Атлас оазистары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мароккола, Атлас тауҙарында, бербер ҡәбиләләре быуаттар дауамында оазистар янында йәшәй. Улар йәшелсә, иген һәм емеш-еләк үҫтерә, мал үрсетә. Шул уҡ ваҡытта, оазистарҙағы һыу кимәленең яйлап кәмеүен иҫәпкә алып, берберҙәр оазистарҙы һаҡлау ысулдарын үҙләштерә. Улар үҫтерелгән культураларҙы алмаштырып тора, өҫтәп ағас ултырта. Шулай уҡ берберҙәр уникаль ысулын (бербер телендә khettar тип атала) — һыулы горизонттарҙан һыу алыуҙы үҙләштерә. Бының өсөн махсус тоннелдәр төҙөлә, һәм ауырлыҡ көсө тәьҫирендә һыу кәрәкле урындарҙа йыйыла.
Бәҙәүиҙәрҙең ошондай юл менән хужалыҡ иткән майҙаны — 300 мең гектар, халҡы — 35 мең кеше[7].
Перу оазистары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уакачина — был илдә урынлашҡан иң матур оазис. Халҡы — 200 кеше. Туристик, иҫтәлекле урын булып тора. Шулай уҡ оазис күсмә ҡоштарҙың миграцияһы юлында урынлашҡан һәм мөһим биологик фактор булып тора.
| Оазис Викиһүҙлектә | |
| Оазис Викимилектә |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Douglas Harper. «Etymonline — Origin of 'Oasis'». Online Etymology Dictionary. Retrieved 2011-07-30. https://www.etymonline.com/search?q=oasis 2021 йыл 4 июнь архивланған.
- 1 2 3 Oasis | geological feature". Encyclopedia Britannica. Retrieved 2018-04-30. https://www.thirteen.org/wnet/africa/explore/sahara/sahara_topography.html 2018 йыл 1 май архивланған.
- 1 2 «Oasis | geological feature». Encyclopedia Britannica. Retrieved 2018-04-30. https://www.britannica.com/science/oasis-geological-feature 2018 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ Hiebert FT, Dyson RH (2002) Prehistoric Nishapur and frontier between Central Asia and Iran. Iranica Antiqua XXXVII: 113—149
- ↑ Kuzmina EE, Mair VH (2008) The Prehistory of the Silk Road. Philadelphia: Univ. Pennsylvania Press
- ↑ «Sistemas reconocidos en el mundo». Sistemas Importantes del Patrimonio Agrícola Mundial (SIPAM). FAO. Consultado el 14 de enero de 2017. http://www.fao.org/giahs/giahsaroundtheworld/designated-sites/es/ 2018 йыл 8 август архивланған.
- ↑ «Oases System in Atlas Mountains». Sistemas Importantes del Patrimonio Agrícola Mundial (SIPAM). FAO. Consultado el 22 de enero de 2017. http://www.fao.org/giahs/giahsaroundtheworld/designated-sites/near-east-and-north-africa/oases-system-in-atlas-mountains/es/ 2018 йыл 9 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гвоздецкий Н. А., Михайлов Н. И. Культурные ландшафты оазисов // Физическая география СССР. Азиатская часть. — 3-е изд. — М.: Мысль, 1978. — С. 104—108. — 55 000 экз.