Оболенцев Роман Дмитриевич
Оболенцев Роман Дмитриевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1906 |
Тыуған урыны | Алексеевка[d], Первомайский район[d], Харьков өлкәһе |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1968 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Оболенцев Роман Дмитриевичв (1 ноябрь 1906 йыл — 27 октябрь 1968 йыл) — СССР нефтехимигы, химия фәндәре докторы (1951), профессор (1953). РСФСР-ҙың (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Роман Дмитриевич Оболенцев Харьков губернаһы (хәҙер Украинаның Харьков өлкәһе Первомайский районы) Алексеевка ауылында 1906 йылдың 1 ноябрендә тыуған.
1936 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлай. 1935-1941 йылдарҙа Ленинградтың «Химгаз» заводында эшләй. 1941-1951 йылдарҙа — Һарытау дәүләт университетының нефть һәм газ эшкәртеүҙе химик ойоштороу кафедраһы мөдире. 1951 йылдан алып — химия бүлеге мөдире, 1961 йылда — Органик химия институты директоры. Бер үк ваҡытта 1956-1964 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе , 1960-1968 йылдарҙа — «Көкөрт органик берләшмәләр химияһы һәм технологияһы» проблемалары буйынса СССР Министрҙар Советының фән һәм техника буйынса Хөкүмәт комитеты ҡарамағындағы ғилми совет рәйесе. 1968 йылда Украина ССР-ы Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр химияһы институтына күсә.
Киевта 1968 йылдың 27 октябрендә Киевта вафат була. Ҡаланың иҫке өлөшөндәге Байковый зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нефтехимияның яңы тармағына — нефттең көкөрт органик тәбиғи берләшмәләре химияһына — нигеҙ һалыусы. Урал-Волга буйы, Көнсығыш Себерҙең көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефтен эшкәртеүҙе теоретик нигеҙләй. Уның етәкселегендә 200-ҙән ашыу юғары дәрәжәле таҙа индивидуаль берләшмәләр синтезлана. Был берләшмәләр нефть көкөрт берләшмәләре компонентын моделләштереүгә килтерә, уларҙың ярҙамы менән СССР-ҙың көнсығыш райондарының нефть компоненттары классификацияһы барлыҡҡа килә. Р. Д. Оболнецев 180-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында:
- Физические константы углеводородов жидких топлив и масел. Москва, 1953;
- Гидрогенолиз сераорганических соединений нефти. Москва, 1961 (в соавторстве);
- Сераорганические соединения нефтей Урало-Поволжья и Сибири. Москва, 1973 (в соавторстве).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Оболенцев Роман Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2021)
- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Харьков өлкәһендә тыуғандар
- 27 октябрҙә вафат булғандар
- 1968 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар