Эстәлеккә күсергә

Обреновичтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Обреновичтар
сер. Обреновићи
Ил: Сербия кенәзлеге, Сербия короллеге
Титулдар: кенәз, король
Нигеҙләүсе: Милош Обренович
Һуңға хаким: Александр Обренович
Нигеҙләнгән йыл: 1817
Нәҫел өҙөлгән: 1903
Милләте: сербтар

Обре́новичтар (серб.сер. ОбреновићиОбреновићи) — Сербиның кенәздәр, ә 1882 йылдан — королдәр династияһы. Тәхет өсөн көрәштә Ҡарагеоргиевичтарҙың ҡан дошмандары. Австро-Венгрияға йүнәлеш тоталар. Халыҡ уларҙы яратмаған; һуңғы вәкилдәре Александр Обренович  ҡатыны менән бергә 1903 йылғы Май түңкәрелеше һөҙөмтәһендә Ҡарагеоргиевичтар яҡлылар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелә. 

Хакимдар һәм хакимлыҡ итеү йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Обреновичтарҙың кенәз династияһында ғәҙәти булмаған иҫәп теҙмәһе алып барыла: башҡа династияларҙағы кеүек кенәздәрҙең исемдәренә ҡарап түгел, ә  һәр кенәз Обреновичҡа үҙ тәртип һаны бирелә: 

  • Милош Обренович I 1815—1839
  • Милан Обренович II  1839—1839
  • Михаил Обренович III 1839—1842

1842 йылда Обреновичтар илдән һөрөлә. Кенәз итеп был Александр Ҡарагеоргиевич иғлан ителә.  1858 йылда ҡабат серб тәхетенә ҡайтарылалар.  

  • Милош Обренович I 1858—1860 (икенсе тапҡырға)
  • Михаил Обренович III 1860—1868 (икенсе тапҡырға)
  • Милан Обренович IV 1868—1882, ул Сербия короле лә була
  • Милан I Обренович 1882—1889
  • Александр Обренович 1889—1903