Обухова Галина Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Обухова Галина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Марийская АССР[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Марий Эл, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Обухова Галина Николаевна (6 март 19271 сентябрь 2014) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Мари АССР-ы Совет районының «Рассвет» колхозында ферма мөдире, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галина Николаевна Обухова 1927 йылда Ивакнур ауылында, хәҙер Марий Эл Республикаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1939 йылда бөтә ғаилә Совет роайонының Вятское ауылына күсеп килә. Мәктәптә ете синыфты тамамлағас, урындағы «Яңы юл» колхозында баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй башлай. Һуңыраҡ йәштәр -коммунистик бригадаһын етәкләй.

1943 йылда Йошкар-Олаға оборона заводына эшкә ебәрелә. 1944 йылда фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлай.

1947 йылда Вятское ауылына ҡайта. Кейәүгә сыға, һәм сусҡа ҡараусы булып эшләй. Бер йылдан инде ул производствоның алдынғыһы була. 1950 йылда уға сусҡасылыҡ фермаһын етәкләүҙе ышандырып тапшыралар.

1963 йылдан «Рассвет» колхозының Афанассолинская һөт-тауар фермаһы мөдире була. Уның етәкселегендә етештереү күрһәткестәре яҡшыра. Һөт һауып алыу арта. Етенсе биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса колхоз малсылыҡ өлкәһендә алдынғылар рәтендә була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары уңыштар һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Галина Николаевна Обуховаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы ташырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә

Ауыл хужалығында эшләүен артабан да дауам итә. 1978 йылда хаҡлы ялға китә.

Марий Эл Республикаһының Совет районында йәшәй. 2014 йылдың 1 сентябрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Обухова Галина Николаевна // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 584. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.
  • Васильева А. Е., Виногоров Н. И. Обухова Галина Николаевна // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 314. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]