Обухова Надежда Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Обухова Надежда Андреевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 март 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Вафат булған көнө 14 август 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Ҡырым өлкәһе[d], Феодосия
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы медаль «В память 800-летия Москвы»

Надежда Андреевна Обухова (22 февраль (6 март) 1886, Мәскәү, Рәсәй империяһы14 август 1961, Феодосия, Ҡырым өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР) — совет һәм рәсәй опера йырсыһы (меццо-сопрано). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).[3]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Обухованың ҡәбере.

Надежда Андреевна Обухова 1886 йылдың 22 февралендә (6 мартта) Мәскәүҙә тыуған[3] . Дворян ғаиләһенән килеп сыҡҡан, уның ата-бабаларының береһе Е. А. Баратынский булған[4] (уға туған ейәнсәр, оләсәһе Елизавета Ильинична һәм Е.А. Баратынский – ике туғандар). Ике туған ағаһы Н.Б.Обухов— композитор.

Бала сағы Тамбов губернаһының Хворостянка ауылында, А.С.Мазараки йәмғиәтенең Воронежда Рус музыкаль бүлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған олатаһының имениеһында үтә

1912 йылда П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы тамамлай (У.А.Мазетти класы) һәм концерт йырсыһы булараҡ сығыш яһай башлай. 1916 йылда опера сәхнәһендә Полина («Пиковая дама», П. И. Чайковский) партияһында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Опера сәхнәһендә нығынып, Ҙур театр йырсыһы булараҡ 1943 йылға тиклем эшләй.

Рус вокал мәктәбе вәкиле. Йырсының матур һәм бай тембрлы тауышы ғәйәт киң диапазон менән айырыла: контральт партияларҙан алып юғары меццо-сопраноға тиклем башҡара.

Төрлө йылдарҙа йырсының партнерҙары булып П. И. Словцов, Л. В. Собинов, В Р. Петров, Ан. А. Иванов, И. С. Козловский һәм башҡалар тора.

Йырсының тормошонда концерт эшмәкәрлеге ҙур урын биләй. Репертуары төрлө һәм күп ҡырлы була, унда 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар, Л.ван Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһынан, А.Скрябиндың Беренсе симфонияһынан, В.А. Моцарттың Реквиемынан меццо-сопрано партиялары иҫәпләнә.

Ҡазан, Харьков, Минск, Һарытау, Горький, Иваново, Ярославль ҡалаларына гастролдәргә сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙә ҡала һәм сығыштарын, шул иҫәптән Бөтә Союз радиоһында ла дауам итә.

«Пиковая дама» (дирижер С. Самосуд, 1937), «Кенәз Игорь» (дирижеры - А. Мелик-Пашаев, 1941) һәм «Ҡарһылыу» (дирижеры Алексей Кондрашин, 1946) операларын яҙҙырыуҙа ҡатнаша.

Надежда Обухова Андреевна 1961 йылдың 14 авгусында Феодосияла вафат була (башҡа сығанаҡтар буйынса - 15[5])[3]. Мәскәүҙә [6] Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 3)[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Республиканың атҡаҙанған артисы (1928)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1933)[8]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — театр-вокал сәнғәте өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн
  • Ленин ордены (1937)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951, 1961)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Миҙалдар «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә»

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Борис Годунов» , М. П. Мусоргский — Марина Мнишек
  • «Хованщина» М. П. Мусоргский — Марфа
  • «Кенәз Игорь» , А. П. БородинКончаковна
  • «Май төнө» Н. А. Римский-Корсаков — Ганна
  • «Снегурочка», Н. А. Римский-Корсаков — Яҙ
  • «Садко», Н. А. Римский-Корсаков — Любава
  • «Батша кәләше» Н. А. Римский-Корсаков — Любаша
  • «Кащей Бессмертный» Н. А. Римский-Корсаков — Кащеевна
  • «Салтан батша тураһында әкиәт» Н. А. Римский-Корсаков — Туҡыусы
  • «Мазепа» П И. ЧайковскийЛюбовь
  • «Пиковая дама» П И. Чайковский — Полина
  • «Өс әфлисунға һөйөү» . С. С. ПрокофьевКлариче
  • «Кармен», Ж. БизеКармен
  • «Аида» , Дж. ВердиАмнерис
  • «Самсон һәм Далила» К. Сен-Санс — Далила
  • «Иоланта» П И. Чайковский — Лаура
  • «Алтын Рейн» Р. ВагнерЭрда
  • «Демо» А.Г. Рубинштейн — Фәрештә
  • «Валькирия» Р. Вагнер — Фрикка

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәскәүҙә Брюсов тыҡрығында, 1936 йылдан 1961 йылға тиклем ул йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • 2004-2018 йылдарҙа Липецк ҡалаһында Н.Обухова исемендәге йәш вокалсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтә[9], 2019 йылда Феодосия ҡалаһында халыҡ-ара статусында конкурс үткәрелә[10].
  • Уның исемен «Обухова» астероиды (9914) һәм Венерала «Обухова» кратеры аталған
  • 2011 йылдан Феодосияла Н.А.Обухова тормошона һәм ижадына арналған беренсе асыҡ «Фестиваль-Конкурс» старт ала, уның нигеҙендә рус вокал мәктәбен пропагандалау ята. Фестивалде Ҡырымдың атҡаҙанған артисы Е. Заславский ойоштора. Фестиваль йыл һайын үткәрелә, ул һәр төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан академик вокал башҡарыусыларҙы йыя. http://akademfest.ru/

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 18. Никко — Отолиты. 1974. 632 стр., илл.; 24 л. илл. 6 л. карт.
  4. Обухова Надежда Андреевна Москва: Энциклопедия гл. ред. С. О. Шмидт; сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев.— М.: Большая российская энциклопедия, 1997.— 976 с— 100 000 экз.— ISBN 5-85270-277-3</.
  5. Могилы Знаменитостей. Виртуальный некрополь
  6. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Том 3. Корто — Октоль. 1104 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1976 год
  7. Могила Н.А. Обуховой на Новодевичьем кладбище
  8. Архивированная копия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 сентябрь 2013. 15 февраль 2011 тикшерелгән.
  9. Надежда Обухова
  10. IX Международный фестиваль-конкурс вокального искусства им. Н.А. Обуховой

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]