Ованес Оганян
| Ованес Оганян | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 8 октябрь 1896 |
| Тыуған урыны | Мәшһәд, Хөрәсән, Иран |
| Вафат булған көнө | 1960 |
| Вафат булған урыны | Тәһран, Иран |
| Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, монтажёр, ғалим, уйлап табыусы |
Ованес Оганян (октябрь 1896 йыл — сентябрь 1960 йыл) — әрмән сығышлы — Иран кинорежиссёры, сценарист, продюсер, Иран кинематографияһына нигеҙ һалыусы. Ирандың тулы метражлы «Аби һәм Раби» имсемле үҙенең беренсе фильмын 1930 төшөрә[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10]. 1925 йылда Иранда беренсе акино мәктәбен ойоштора[5][11][12]. Шулай уҡ Һиндостанда беренсе актёрлыҡ мәктәбе һәм кинематографияһына нигеҙ һала. Төркмән кинематографияһының башланғысында тора[13][14][15].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оганян Таулы Ҡарабахта[15][14] 1896 йылдың 8 октябрендә (ҡайһы бер башҡа сығанаҡтар буйынса, Ирандың Мәшһәд[16][17] ҡалаһында) тыуған. 1919 йылда Ташкентта коммерция мәктәбен тамамлай, артабан Ашхабадта юридик белем ала, ә 1920 йылда Мәскәүҙә Дәүләт киномәктәбе студенты була[14].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылда Оганян Һиндостанда Калькуттала була унда ул беренсе һинд актерлыҡ һәм кинематография мәктәбенә нигеҙ һала. Һуңынан ул Фарсыстанға күсә.
1925 йылда Мәскәүҙәге Иран илсеһе Оганянды Дәүләт киноинститутына уҡырға ебәрә. Тап шул саҡта, сығанаҡтар буйынса, ул Фарсыстанда киномәктәбе булдырыу идеяһын уйлай. 1928 йылға тиклем Дәүләт киноинститутында уҡый.
1928 йылда Оганян Революцион кинематография эшселәре ассоциацияһы (АРРК) ағзаһы була, ә 1928—1929 йылдарҙа, Төркмәнстанда нәфис фильмдар барлыҡҡа килгән ваҡытта, төркмән кинематографияһында эшләй.
1930 йылда Оганян Фарсыстанға юллана һәм, Дәүләт киноинститутындағы тәжрибәһенә таянып, Тәһранда беренсе Иран киномәктәбен — «Кинематография художество мәктәбен» (башҡа сығанаҡтар буйынса «Киноактерҙарҙы уҡытыу үҙәге») ойоштора. Мәктәп программаһында кинола уйнау, шулай уҡ кинотехникаһын үҙләштереүгә иғтибар йүнәлтелгән[14].

Ошо уҡ йылдарҙа Ованес Оганян (ул үҙе Мәскәүҙә кино белеме алған) Тәһранда тәүге киномәктәбен (Parvarešgāh-e ārtīstī-e sīnemā) аса. 1931 йылда Оганян беренсе тулы метражлы иран нәфис фильмы «Аби һәм Раби» (Ābi o rābi) төшөрә, был фильмда, дат серияһы римейкы, комедияла Харальд Мадсен һәм Карл Шёнстрём төп ролдәрҙә уйнай. Фильмда Оганян ролдәрен үҙенең студенттары башҡара. 1934 йылда төшөрөлгән Оганяндың икенсе фильмы «Хажи Аға, киноактёр» (Ḥājī Āqā āktor-e sīnemā) шулай уҡ комедия һәм шул ваҡыттағы Тәһран күренештәре, интерьерҙары һәм костюмдары менән ҡыҙыҡлы була. Әммә ул "Аби һәм Раби"ның коммерция уңышын ҡабатлай алмай, сөнки был ике ай ярым элек фарсы телендә тәүге тауышлы «Девушка-лурка» (Doḵtar-e Lor) фильмы сығыу менән бәйле.
1930-сы һәм XX-се быуаттың һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылда кинематография фәндәре докторы исемен ала.
Артабан Һиндостанға ҡайта, унда 1947 йылға тиклем йәшәй, шунан һуң Иранға ҡайта[14].
Библиографик мәғлүмәттең дөрөҫлөгө мәсьәләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмәғәт милекендә төрлө сығанаҡтарҙан бер-береһенән айырылып торған мәғлүмәттәр бар:
- Тыуған урыны Таулы Ҡарабах һәм Мәшһәд тип бирелгән ;
- Үлем сәбәбе 1961 йылда йөрәк өйәнәгенән тип һәм 1960 йылда үлеменең сәбәбен кабинетында үлтереү тип бирелә[15]. Оганяндың тормошо тураһында иң дөрөҫ мәғлүмәттәр Тәһран музейында булыуы ихтимал.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арташес Патмагрян
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gnl Dnmez-Colin, Gönül Dönmez-Colin, Go nu l Do nmez-Colin. Women, Islam and Cinema. — Reaktion Books, 2004-11-04. — 212 с. — ISBN 978-1-86189-220-1. — [Архивировано 25 октября 2022 года.]
- ↑ Iran celebrates Cinema Day on Sep. 12 (англ.). Mehr News Agency (12 сентября 2017). — Перевод на русс.: «The first public screening in Iran took place in 1904. The first feature-length film, titled 'Abi and Rabi', was made in 1930 by Ovanes Ohanian». Дата обращения: 24 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Cine iraní: 6 películas para adentrarse en su producción (исп.). Los Replicantes (4 июля 2021). — Перевод на русс.: «La primera película oficial llegó en el año 1930, con 'Abi va Rabi', un remake de una producción danesa sobre dos personas que montaban espectáculos dirigida por Ovanes Ohanian». Дата обращения: 24 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Художественный фильм «Аби и Раби». ParsToday. — Часть в статье: Первым иранским художественным фильмом принято считать картину Аванеса Оганесяна «Аби и Раби». Дата обращения: 25 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- 1 2 Hamid Dabashi. Iranians love their cinema (англ.). aljazeera.com. — Перевод на русс.: «In 1925, Ovanes Ohanian (1896—1960), a leading Iranian-Armenian filmmaker, established the first film school in Iran and in 1930, he made the first Iranian silent Film Haji Agha». Дата обращения: 24 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Gnl Dnmez-Colin, Gönül Dönmez-Colin, Go nu l Do nmez-Colin. Women, Islam and Cinema. — Reaktion Books, 2004-11-04. — 212 с. — ISBN 978-1-86189-220-1.
- ↑ Феномен иранского кинематографа — Реальное время. realnoevremya.ru. — Часть в статье: «Ованес Оганян снял первую игровую работу „Аби и Раби“ в 1931 году». Дата обращения: 24 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Nazanin Moayed. Revolution, Cinema: Iran after the Islamic revolution (англ.) (недоступная ссылка — история). — Перевод на русс.: «The first production of the Iranian cinema was a silent movie named „Abi and Rabi“ directed by Ovanes Ohanian».
- ↑ Stephanie Cronin. Iranian-Russian Encounters: Empires and Revolutions Since 1800. — Routledge, 2013. — 434 с. — ISBN 978-0-415-62433-6.
- ↑ Stephanie Cronin. Iranian-Russian Encounters: Empires and Revolutions Since 1800. — Routledge, 2013. — 434 с. — ISBN 978-0-415-62433-6. — [Архивировано 25 октября 2022 года.]
- ↑ Спутницкая Н.Ю., ВГИК в контексте мирового кинообразования. Архивировано из первоисточника 25 октябрь 2022.
- ↑ Сентиментальное, тонкое и эклектичное: почему вам стоит посмотреть иранское кино. — Часть в статье: «…армяно-иранский режиссёр Ованес Оганян открыл первую киношколу». Дата обращения: 24 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Спутницкая Н. Ю., ВГИК в контексте мирового кинообразования. Архивировано 25 октября 2022 года.
- 1 2 3 4 5 Книга Кино Армении и ВГИК, Владимир Сергеевич Малышев. Дата обращения: 25 октября 2022.
- 1 2 3 Отец иранского кино Ованес Оганян (англ.). Армянский музей Москвы и культуры наций. — Примечание: источник в основном копирует текст книги «Кино Армении и ВГИК» Владимира Малышева (ссылка на книгу Малышева присутствует на странице в виде примечания и в разделе «Библиография»). Дата обращения: 25 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Mashhad (перс.). دانشنامه مشهد (۱۳۹۴-۳-۲۸ ۱۳:۱۸:۳۶ +۰۴:۳۰). Дата обращения: 25 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.
- ↑ Mashhad — Famous People From Mashhad and Tus | Famous People Mashhad Tus. liquisearch.com. Дата обращения: 25 октября 2022. Архивировано 25 октября 2022 года.