Овсянников Лев Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Овсянников Лев Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Васильсурск[d], Воротынский район[d]
Вафат булған көнө 23 май 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө аэродинамика[d], математик физика[d], приборостроение[d], математика, механика һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш урыны Сибирское отделение Российской академии наук[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Военно-космическая академия имени А. Ф. Можайского[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Лаврентьев Михаил Алексеевич[d]
Аспиранттар Павловский, Юрий Николаевич[d] һәм Тешуков, Владимир Михайлович[d]
Уҡыусылар Павловский, Юрий Николаевич[d], Станислав Похожаев[d], Пухначёв, Владислав Васильевич[d] һәм Тешуков, Владимир Михайлович[d]
Кемдә уҡыған Меньшов, Дмитрий Евгеньевич[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Октябрь Революцияһы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин премияһы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Овсянников Лев Васильевич (22 апрель 1919 йыл, Васильсурск — 23 май 2014 йыл, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй математигы һәм механигы, СССР Фәндәр академияһы академигы (1987; 1964 йылдан ағза-корреспонденты). Ленин премияһы һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер үлсәүсе һәм ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Ғаилә атаһының хеҙмәт итеү урындары буйлап күсеп йөрөй, Костромала йәшәйҙәр, 1927 йылдан Мәскәүҙә йәшәйҙәр, унда Лев мәктәпкә бара.

1935 йылда Лев 25-се өлгөлө мәктәпкә күсә, киләсәктә билдәле ғалим-математик А. Д. Мышкис класташы була[2].

1937 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәү университетына уҡырға инә. 1941 йылдың көҙөндә университеттың механика-математика факультетын тамамлай (тиҙләтелгән сығарылыш), Д. Е. Меньшовтың уҡыусыһы.

Файл:ОвсянниковЛВ объявление о диссертации.jpg

Көҙ көнө Мәскәү ситендә урынлашҡан һаҡ ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡатнаша (норма көнөнә 8 кубометр ер эштәре). Артабан[3] — Ленинград Ҡыҙыл байраҡлы хәрби-һауа инженерҙар академияһына тыңлаусы сифатында юллана. 1945 йылда ЛКВВИА-ны отличие менән тамамлай, диплом эше «Высотный самолёт-истребитель». Шул уҡ йылда ул академияның адъюнкты була, ә 1948 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1948 йылдан алып 1953 йылға тиклем Л. Овсянников Ленинград хәрби-һауа инженерҙар академияһында һәм Ленинград университетында уҡытыу эше алып бара. Л. Овсянниковтың 1940-сы йылдар аҙағында — 1950 йылдар башында башҡарған тәүге ғилми эштәре газ динамикаһына, тауыш яны ағымдары теорияһына ҡарай. Ул математик физика мәсьәләләрен анализлау — дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау өсөн иң мөһим фәнни әһәмиәткә эйә булған яңы ғилми йүнәлешкә башланғыс бирә. 1953—1956 йылдарҙа ул академик М. А. Лаврентьев етәкселегендәге ғилми-тикшеренеү коллективында эшләй. 1958 йылда Л. Овсянников илдең оборона һәләтен күтәреүгә булышлыҡ иткән приборҙар эшләү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ була.

1959 йылда академик М. А. Лаврентьев саҡырыуы буйынса ул СССР Фәндәр академияһыныңның Новосибирскиҙа яңы ойошторолған Себер бүлексәһенә эшкә күсә һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһендә Гидродинамика институтының 2022 йылдың 3 мартындағы тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе була. 1961 йылда Л. Овсянников физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 1966—1969 йылдарҙа Новосибирск дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы була. Гидродинамика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәрҙән алып директорға (1976—1986 йылдар), ҙур ғилми коллектив етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1964 йылда Л. Овсянников СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ә 1987 йылда мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Grave OvsyannikovLV Novosibirsk.jpg
Л. В. Овсянниковтың ҡәбере

Новосибирскиҙа Көньяҡ (Чербузинский) зыяратында ерләнгән.

Новосибирск дәүләт университетында аудитория Л. В. Овсянников хөрмәтенә атала.

Наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары
  • Групповые свойства дифференциальных уравнений. — Новосибирск, 1962;
  • Аналитические группы. — Новосибирск, 1972;
  • Групповой анализ дифференциальных уравнений. — М: Наука, 1978;
  • Лекции по основам газовой динамики : Учеб. пособие для студентов механико-математических университетов. — Ижевск : Институт компьютерных исследований, 2003;
Һайланма мәҡәләләре
  • Особый вихрь // Журнал «Прикладная механика и техническая физика», 1995.
  • О «простых» решениях уравнений динамики политропного газа. // Журнал «Прикладная механика и техническая физика», 1999.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Овсянников Лев Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Мышкис А. Д. Советские математики: Мои воспоминания. — М: ЛКИ, 2007. — 304 с.
  3. Память народа. Дата обращения: 29 июнь 2019. Архивировано 29 июнь 2019 года.
  4. Указ Президента РФ от 21 апреля 1998 г. № 412

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Л. В. Овсянников (К 90-летию со дня рождения) // Прикладная математика и механика. 2009. Т. 73. Вып. 3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]