Овчинников Владимир Павлович
Овчинников Владимир Павлович | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1958 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | музыкант, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы, пианист |
Эш урыны | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Жанр | классик музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Овчинников Владимир Павлович (2 ғинуар 1958 йыл, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй пианисы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005), Мәскәү консерваторияһы профессоры; 2000 йылдан— П.И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстар ассоциацияһы лауреаттарының музыкаль етәксеһе. 2011 йылдан 2016 йылға тиклем — Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыкаль мәктәп директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәүҙә, башта А.Д Артоболевская класы буйынса Үҙәк музыка мәктәбендә, һуңынан Алексей Наседкинда Консерваторияла уҡый. Беренсе ҙур уңыш Овчинниковҡа 1980 йылда килә, ул Монреалдә үткән пианистарҙың халыҡ -ара конкурсында икенсе урынды яулай. Ике йылдан һуң, консерваторияны тамамлағас, Чайковский исемендәге етенсе Халыҡ-ара конкурста икенсе урынды инглиз пианисы Питер Донохоу менән бүлешә (беренсе премия береһенә лә бирелмәй), ә 1987 йылда Лидсала үткән пианистарҙың абруйлы конкурсында еңеп сыға. Бынан һуң килгән Бөйөк Британияла һәм башҡа илдәрҙә концерты сығыштары Овчинниковҡа халыҡ-ара билдәлелек алып килә. 1980 йылдар аҙағында —1990-йылдар башында ул Япония, Канада һәм АҠШ-та концерттар менән сығыш яһай, бер нисә яҙмалар эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Овчинников концерт эшмәкәрлеге менән бер рәттән Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә уҡыта, Мәскәү дәүләт филармонияһы солисы булып тора. Солист булараҡ ҡына түгел, ә камералы музыкант булараҡ та сығыш яһай, уның репертуары нигеҙендә XIX быуат рус композиторҙары әҫәрҙәре һәм европа романтиктарының әҫәрҙәре ята. Төрлө ваҡыттарҙа Овчинников компакт-дисктарға Чайковский, Лист, Рахманинов, Прокофьев, Шостакович, Мусоргский, Регер, Барбер, Танеевтың һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәрен EMI, «Коллинз Классикс», «рус миҙгелдәре», «Шандос» фирмаларында яҙҙыра.
Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың, Чайковский исемендәге халыҡ-ара үҫмерҙәр конкурсы һәм башҡа бик күп конкурстарҙың рәйесе һәм жюри ағзаһы сифатында эшләй.
Пианистың уйыны стиленең сағыу үҙенсәлеге, яҡшы техникаһы, башҡарыуының һығылмалылығы менән айырыла.
Исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005)[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #13488907X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Указ Президента РФ от 19.05.2005 N 570 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 30 июнь 2014. Архивировано из оригинала 8 февраль 2015 года. 2015 йыл 8 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 ғинуарҙа тыуғандар
- 1958 йылда тыуғандар
- Бәләбәйҙә тыуғандар
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- Рәсәй музыка педагогтары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат пианистары
- Рәсәй пианистары
- СССР пианистары
- Алфавит буйынса пианистар
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары