Эстәлеккә күсергә

Огнев Борис Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Огнев Борис Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 март 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Һамар, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 декабрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө хирургия[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исеме ғалим[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Огнев Борис Владимирович (1901—1978) — СССР ғалимы һәм педагог, хирург һәм топографоанатом, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1936), СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1946).

Борис Владимирович Огнев 1901 йылдың 5 мартында Һамар ҡалаһында тыуған.

1919 йылдан 1924 йылға тиклем Ҡазан университетының медицина факультетында уҡый. 1931 йылдан 1978 йылға тиклем Б. В. Огнев ете йыл дауамында педагогик эштә Үҙәк Ленин орденлы табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтында уҡытыусы сифатында эшләй һәм 1939 йылдан 1978 йылға тиклем — оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы мөдире һәм профессоры.

1931 йылдан 1936 йылға тиклем Н. В. Склифосовский исемендәге Тиҙ ярҙам институтында педагогик эш менән бер рәттән ғилми-клиник эш менән шөғөлләнә һәм 1937 йылдан 1941 йылға тиклем С.П.Боткин исемендәге Мәскәү ҡала клиник дауаханаһында хирург вазифаһын башҡара. 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем Үҙәк курортология дәүләт институтында ғилми-тикшеренеү эшендә хирургия бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Мәскәү госпиталдәре консультанты булып тора. [1][2][3].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.В.Огневтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге топографик анатомия һәм хирургия өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле, уның тарафынан ялған аневризмалар һәм мейе бүҫерҙәре ваҡытында баш һөйәге дефектарының аутопластикаһы операцияһына күрһәтмәләр эшләнгән, шулай уҡ уның тикшеренеүҙәре кешенең төрлө органдарын һәм уның системаһын ҡан менән тәьмин итеүгә арналған. Б В. Огнев Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз анатомдары, эмбриологтары һәм гистологтары ғилми йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Союз хирургтары ғилми йәмғиәте идараһы ағзаһы булып тора.

1935 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «О путях оттока лимфы от яичка, яичника и червеобразного отростка» темаһына диссертация яҡлай, 1936 йылда уға профессор исеме бирелә. 1948 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. Б. В. Огнев етәкселегендә йөҙгә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм юғары медицина уҡыу йорттары өсен дәреслектәр яҙылған. Ул Ҙур медицина энциклопедияһының икенсе баҫмаһының «Хирургия» мөхәрририәт бүлеге мөхәррире була [1][4][3].

Б.В.Огнев 1978 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кровеносные сосуды сердца в норме и патологии / Б. В. Огнев, В. Н. Саввин, Л. А. Савельева. - Москва : Медгиз, 1954. - 120 с.
  • Anatomie und Pathologie der Gefässversorgung des Herzens / Boris W. Ognew, Walentin N. Sawwin, Ludmilla A. Saweljewa ; Hrsg. und bearb. der deutschen Ausg. Dr. Wolfram Körner. - Berlin : Akad.-Verl., 1958. - 137 с.
  • Топографическая и клиническая анатомия: Руководство / Б. В. Огнев, В. Х. Фраучи. - Москва : Медгиз, 1960. - 580 с.
  • Медицина и физика / Чл.-кор. АМН СССР Б. В. Огнев, Г. Д. Новинский. - Москва : Знание, 1962. - 64 с.
  • Лимфатическая система в норме и патологии: Актовая речь к 36-летию ЦИУ 13 дек. 1966 г. / Чл.-кор. АМН СССР проф. Б. В. Огнев ; М-во здравоохранения СССР. Центр. ин-т усовершенствования врачей. - Москва : [б. и.], 1966. - 29 с.;
  • Сегментарное строение легких / Б. В. Огнев, Ю. Е. Выренков ; М-во здравоохранения СССР. Центр. ин-т усовершенствования врачей. - Москва : [б. и.], 1969. - 64 с.
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 17. — 576 с.
  2. Огнев, Борис Владимирович.Ульяновское областное отделение РГОДата обращения: 23 сентября 2020.
  3. 3,0 3,1 Борис Владимирович Огнев (К 75-летию со дня рождения) / Хирургия // 1976. — № 2 — С. 5
  4. Огнев, Борис Владимирович.Ульяновское областное отделение РГО.Дата обращения: 23 сентября 2020.