Огородникова Мария Павловна
Огородникова Мария Павловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 2 октябрь 1941 |
Вафат булған көнө | 15 октябрь 2015 (74 йәш) |
Һөнәр төрө | тренер |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мария Павловна Огородникова (2 октябрь 1941 йыл — 15 октябрь 2015 йыл) — спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1990).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мария Павловна Огородникова 1941 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында тыуа.
Хеҙмәт ветераны (2004). Эш стажы — 47 йыл. Юғары категориялы физик культура уҡытыусыһы. Мария Павловна Огородникованың шәхси фонды Салауат ҡалаһы архивында һаҡлана[1].
Тренер карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике халыҡ-ара класслы спорт мастеры (уларҙың береһе — Р. М. Буранғолова), 15 спорт мастеры, 42-нән ашыу спорт мастерлығына кандидат, төрлө разрядлы 500-ҙән ашыу спортсы әҙерләй. 1972 йылдан Стәрлетамаҡ физкультура техникумында уҡыта, 1975 йылдан шул уҡ ҡалалағы Химия-технология техникумында директорҙың физик тәрбиә биреү буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1977 йылдан — «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советында еңел атлетика буйынса тренер. 1987 йылдан — Профсоюздарҙың Физкультура-спорт йәмғиәтендә эшләй, 1996 йылдан — Салауат ҡалаһының 8-се лицейында балаларға физик культура буйынса тәрбиә бирә. Мария Павловна Огородникова 2015 йылдың 15 октябрендә вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөнәри союздарҙың Бөтә Союз Үҙәк советының «ГТО күпалышын үҫтергәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1968 йыл)[2]. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1990 йыл).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Архивированная копия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 май 2015. 19 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ История, судьбы, личности — Администрация Стерлитамакского района