Ожегова Анастасия Васильевна
Ожегова Анастасия Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1922 |
Тыуған урыны | Озеро, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 18 декабрь 1999 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәсәғүт, Дыуан районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ожегова Анастасия Васильевна (11 ноябрь 1922 йыл — 18 декабрь 1999 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дыуан районы «Рәсәй» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы ағзаһы (1971—1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анастасия Васильевна Ожегова 1922 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Озёрный ауылында[1] тыуған.
Белеме — тулы булмаған урта. 1940 йылда тракторсылар курсын тамамлағандан һуң Дыуан районындағы Мәсәғүт МТС‑ында тракторсы булып эшләй башлай, 1953 йылдан — трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы, артабан 1958 йылдан «Рәсәй» колхозында тракторсы булып эшләй.
Тракторсы булып эшләү йылдарында даими рәүештә нормаһын арттырып үтәй. 1966—1970 йылдарҙа үҙенең МТЗ-50 тракторында план буйынса 3 000 гектар урынына 2 696 кг яғыулыҡ экономиялап, 4 138 гектар ер һөрә. Үҙенә беркетелгән 210 гектар майҙанда көнбағыш менән борсаҡтың йәшел массаһының уртаса уңышы 296 центнер тәшкил итә. Һөҙөмтәле хеҙмәте арҡаһында ул хеҙмәтләндергән малсылыҡ фермаһы һигеҙенсе биш йыллыҡта дәүләткә һөт һатыу буйынса планды 121 процентҡа, 1970 йыл планын — 127 процентҡа үтәй.
Ауыл хужалығы продукттарын етештереүҙә һәм биш йыллыҡтың дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса планды үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән А.В. Ожеговаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1978 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Дыуан районы «Рәсәй» колхозында тракторсы була.
Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Президиумы ағзаһы (1971—1975). III Бөтә союз колхозсылар съезы (1969), ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының IV съезы делегаты (1972).
Ожегова Анастасия Васильевна 1999 йылдың 18 декабрендә вафат була.
Маҡтаулы исеме һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ожегова А.В. иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Дыуан районының Мәсәғүт ауылында уның исеме менән кинотеатр аталған, шунда уҡ мемориаль таҡта ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Ожегова Анастасия Васильевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сергей Каргапольцев. Ожегова Анастасия Васильевна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 12 июль 2016.
- http://zemlyaki.name/person.php?person_id=223(недоступная ссылка)