Ожегова Анисья Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ожегова Анисья Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Вятка өйәҙе[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Анисья Павловна Ожегова (1907, Вятка өйәҙе[d], Вятка губернаһы28 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}), Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Киров өлкәһенең Вожгалы (Кумёны) районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозының звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анисья Павловна Ожегова 1907 йылдың 29 декабрендә Спирихин Починок ауылында тыуған[1].

Белеме — башланғыс.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1921 йылда Вяткала сауҙагәр Никулинда хеҙмәтсе булып башлай. 1923 йылда тыуған ауылы Спирихин Починокка ҡайта, бай крәҫтиән Ожеговта ялсы булып эшләй. 1925—1930 йылдарҙа ата-әсәһенең хужалығында ярҙамлаша. 1930 йылдан колхозсы булып эшләй башлай, «Ҡыҙыл Октябрь» (Киров өлкәһе Вожгалы ауылы) колхозында ашхана мөдире, һарыҡ фермаһы мөдире, картуф үҫтереү буйынса звено етәксеһе була.

Ул етәкләгән коллектив, картуф үҫтереүҙең агротехникаһын һаҡлап һәм эшкәртеүҙең алдынғы технологияларын ҡулланып, йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә.

1948 йылда рекордлы картуф уңышы алған өсөн — 6 гектар майҙандың һәр гектарына 514,3 центнер — СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 23 июнендәге указы менән, А. П. Ожеговаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1962 йылда хаҡлы ялға сыға һәм Сибай ҡалаһында йәшәй. 1984 йылдың 28 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы; 23.6.1949)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.

Аңлатмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4: Л—О. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]