Октай Синаноғлу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Октай Синаноғлу
төр. Oktay Sinanoğlu
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 25 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Италия, Бари[d]
Вафат булған көнө 19 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Флорида, Майами[d]
Ерләнгән урыны Караджа-Ахмет[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө Физик химия
Эш биреүсе Йель университеты[d]
Ближневосточный технический университет[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Американская академия искусств и наук[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Массачусетский технологический институт[d]
Калифорнийский университет в Беркли[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]
Аспиранттар Ariel Fernandez[d]

Октай Синаноғлу (төр. Oktay Sinanoğlu; 25 февраль 1935 йыл 19 апрель 2015 йыл) — төрөк ғалимы, физик-химик һәм молекуляр биофизик.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октай Синаноғлу 1935 йылдың 25 февралендә Италияның Бари ҡалаһында Нүзхәт Хашим менән Рүвейдә Синаноғлу ғаиләһендә тыуа. Октай Синаноғлуҙың атаһы Төркиә консуллығы хеҙмәткәре[2] һәм яҙыусы була. Ул грек һәм рим мифологиялары тураһында китап яҙа. «Петрарка» тигән икенсе бер китабы 1931 йылда баҫылып сыға. 1938 йылдың июлендә Октай Синаноғлуҙың атаһы ғаиләһе менән бергә Төркиәгә ҡайтарыла[3][4]. Октай Синаноғлуҙың һеңлеһе — төрөк йырсыһы Эсин Афшар (1936—2011)[5].

1953 йылда Синаноғлу АҠШ-ҡа китә. 1956 йылда Берклиҙа Калифорния университетын тамамлай һәм бакалавр дәрәжәһен ала. Киләһе йылына Синаноғлу MIT-та магистр дәрәжәһен ала һәм Слоун стипендияһы лауреаты була. 1959—60 йылдарҙа физик химия өлкәһендә фәлсәфә докторы дәрәжәһенә өлгәшә[4][5][6].

1960 йылдан Йель университетында эшләй. 1963 йылдың 1 июлендә химия буйынса тулы профессор вазифаһын ала[7]. Синаноғлу ХХ быуатта Йелдең иң йәш тулы профессоры, ә университеттың бөтә тарихында өсөнсө иң йәш тулы профессор була[4].

1964 йылда Синаноғлу Йелдә теоретик химия бүлексәһен аса. 1997 йылда Октай Синаноғлу Йель университетынан китә.

Йелдән киткән мәлдән алып 2002 йылға тиклем Йылдыз Техник университетында химия уҡыта[8].

1966 йылда Синаноғлу Төркиәнең Химия өлкәһендәге ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы премияһы менән бүләкләнә[9].

Синаноғлу ике тапҡыр Нобель премияһына тәҡдим ителә[8].

2001 йылда Октай Синаноғлу тураһында «Төрөк Эйнштейны Октай Синаноғлу» тигән китап сыға, уның авторы — төрөк яҙыусыһы Әминә Чәйҡара[4][10].

2015 йылдың 10 апрелендә Дилек Синаноғлу иренең Майами дауаханаһына һалыныуы тураһында хәбәр итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул мәлгә Синаноғлу туҡланыу көпшәһе аша ғына тәғәмләнә[11]. Октай Синаноғлу 2015 йылдың 19 апрелендә 80 йәшендә вафат була. Вафатының сәбәбе тураһында рәсми хәбәр бирелмәй[12]. Синаоғлу, Шакирин мәсетендә йыназаһы уҡылып, Ҡараджаәхмәт зыяратында ерләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1963 йылдың 21 декабрендә Синаноғлу Паула Амбрустерға өйләнә[13]. Был никахтан Синаноғлуҙың өс балаһы була.

Дилек Синаноғлу — икенсе ҡатыны. Игеҙәк балалары тыуа. Ғаилә Техаста һәм Истанбулда йәшәй[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. In memoriam: Oktay Sinanoğlu, renowned theoretical chemistЙельский университет, 2015.
  2. Resmi Gazete, 17 Kanunuevvel 1933, no: 2580 and Resmi Gazete, 24 Mayis 1937, Hariciye Vekaleti Kararnamesi
  3. T.C. Resmi Gazete 19.7.1938 p.1 Hariciye Kararnamesi (Decree of the Ministry of Foreign Affairs): «9. degree consular employee Nüzhet Haşim Sinanoğlu appointed to the capital (Ankara) with same degree. Sign: K. Ataturk 11 July 1938.» (Dokuzuncu dereceden memur Nüzhet Haşim Sinanoğlu, derecesiyle merkeze… İmza: K. Atatürk, 11 Temmuz 1938."
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 In memoriam: Oktay Sinanoğlu, renowned theoretical chemist (20 апреля 2015). Дата обращения 21 апреля 2015.
  5. 5,0 5,1 Oktay Sinanoğlu hayatını kaybetti — Oktay Sinanoğlu Kimdir? (тур.) (20 апреля 2015). Дата обращения 22 апреля 2015.
  6. Paula Armbruster Is Married at Yale (12 января 1964). Дата обращения 21 апреля 2015.
  7. Yale Daily News, no. 139, May 22, 1963
  8. 8,0 8,1 Prominent Turkish scholar Oktay Sinanoğlu dies at age 80 (21 апреля 2015). Дата обращения 21 апреля 2015.
  9. Geçmiş Yıllarda Bilim Ödülü Alanlar (тур.). TÜBİTAK. Дата обращения 21 апреля 2015.
  10. From the back cover of this book: «Prof. Oktay Sinanoğlu’s life is told from his own mouth by questions and answers in this book.» («Prof. Oktay Sinanoğlu’nun yaşamının kendi ağzından soru cevaplar eşliğinde anlatıldığı Türk Aynştaynı kitabında…»
  11. Türk Einstein'ı yoğun bakımda! Prof. Dr. Oktay Sinanoğlu kimdir? (тур.) (10 апреля 2015). Дата обращения 21 апреля 2015.
  12. Turkish Einstein’ Oktay Sinanoglu dies at 80 (20 апреля 2015). Дата обращения 21 апреля 2015.
  13. Oktay Sinanoglu Paula Armbruster Connecticut-Marriage Record Index 1959—2007. Mocavo. Дата обращения 21 апреля 2015.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәһенең "h2" исемле <ref> билдәһе үрҙәге текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]