Олбрайт Мадлен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мадлен Олбрайт
ингл. Madeleine Albright
Мадлен Олбрайт
Флаг
Флаг
64-я Государственный секретарь США
Флаг
Флаг
23 января 1997 года — 20 января 2001 года
Президент: Билл Клинтон
Алдан килеүсе: Уоррен Кристофер
Дауамсы: Колин Лютер Пауэлл
 
Дине: Епископальная церковь
Тыуған: 15 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Прага, Чехословакия
Үлгән: 23 март 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары[1]
Исеме: чех Marie Jana Körbelová
Атаһы: Йозеф Корбел
Әсәһе: Анна Корбел
Ире: Джозеф Олбрайт
Балалары: 3 дочери — Анна, Алиса һәм Кэтрин
Партия: Демократическая партия[d]
Белеме: Колледж Уэллсли
Университет Джонса Хопкинса
Колумбийский университет
 
Автограф:
 
Наградалары:
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
Ҡалып:Орден Креста земли Марии 1 класса
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
Ҡалып:Орден Королевы Елены

Ма́длен Корбел О́лбрайт (ингл. Madeleine Korbel Albright, тыуған ваҡыттағы исеме Мария Яна Корбелова, чех Marie Jana Korbelová; 1937 йылдың 15 майы, Прага, Чехословакияның -2022 йыл, 23 март, АҠШ) — америка дипломаты һәм сәйәси эшмәкәре, АҠШ-тың дәүләт секретары (1997—2001) вазифаһын башҡарған беренсе ҡатын-ҡыҙ, АҠШ-тың БМО-дағы даими вәкиле (1993—1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прагала Йозеф һәм Анна Корбелдар ғаиләһендә тыуған. Богема йәһүде[2][3][lower-alpha 1]. Ҡыҙы тыуған саҡта Йозеф Корбел (Josef Korbel) Белградта Чехословакия илселегенең пресс-атташеһы булып эшләгән.

Фашистик Германия Чехословакияны 1939 йылдың мартында баҫып алғандан һуң, Йозеф ҡатыны һәм ҡыҙы менән Лондонға күсеп китә. Йозеф Корбелдың ата-әсәһе, йәғнм Мадлендың олатаһы менән өләсәһе, Чехословакияла ҡала һәм Холокостҡа эләгеп һәләк була. Лондонда Корбел Эдвард Бенештың Эмигранттар хөкүмәтендә кәңәшсе (советник) булып эшләй[4][5]. Англияла Корбелдәр католицизмға күсә[3].

Һуғыштан һуң Корбелдар Чехословакияға ҡайта. Йозеф илсе итеп Югославияға ебәрелә, һәм ул был вазифаны 1948 йылдың майына тиклем башҡара. Коммунистар власҡа килгәс, Корбел, демократия идеалдарына тоғролоҡ өсөн ҡулға алынасағын аңлатып, АҠШ-та сәйәси һыйыныу һорап, үтенес ҡағыҙы бирә. Һуңынан Корбел Рокфеллер фонды ярҙамында Американың Денвер университеты уҡытыусыһы (преподаватель) урынын ала[4][5][6]Корбелдың студенттарының береһе, киләсәктә АҠШ-тың Хәүефһеҙлек буйынса беренсе ҡатын-ҡыҙ кәңәшсеһе (2005) Һәм АҠШ Дәүләт секретары (2005) Кондолиза Райс булған.

Олбрайттың күп йәһүд туғандары, шул иҫәптән уның ата - әсәһенең өс ата - әсәһе, йәки МАдлендың олатай-өләсәләре Холокост осоронда һәләк булған[7].

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швейцарияла католик пансионында уҡыған, Денверҙа Kent Denver хөкөм уҡыу йортонда урта белемгә эйә булған (1955)[2]. Америкаға күсеп киткәнгә тиклем 11 йәшлек Мадлендың төрлө илдәрҙә йәшәү тәжрибәһе булған, ул һәм дүрт тел белгән[7].

1959 йылда Уэллслиҙа шәхси ҡатын-ҡыҙҙар колледжында политология бакалавры дәрәжәһен ала. Колумбия университетының хоҡуҡ факультетын магистр дәрәжәһендә тамамлай[8]. 1957 йылда Америка гражданлығы ала, 1975 йылда философия докторы дәрәжәһенә өлгәшә[7].

Инглиз, урыҫ, чех һәм француз телдәрендә иркен аралашҡан; поляк һәм серб-хорват телдәрендә уҡый белгән[9].

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси эшмәкәрлеген Олбрайт Америка Ҡушма Штаттарының Демократик партияһы активисы сифатында башлай, 1972 йылда сенатор Эдмунд Маскиҙың командаһына инә, 1976-1978 йылдарҙа уның ҡануниәт мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы була.

1970 йылдарҙың аҙағында ул ваҡытта Картер президенты советнигы вазифаһын биләгән һәм элек Колумбия университеты осоронда уның преподавателе булған[7] Збигнев Бжезинский Олбрайтҡа хөкүмәттә тәүге вазифаһын биләргә ярҙам итә. Мадлен Бжезинский офисының Конгресс менән бәйләнеше буйынса яуаплы булған[7].

Аҡ йорт өсөн көрәштә демократтар еңелгәндән һуң, 1982-1993 йылдарҙа Джорджтау университеты профессоры була (был ваҡытта Олбрайттың ире 23 йыл дауам иткән никахтарын ҡапыл өҙә)[7].}}, СССР һәм Көнсығыш Европа илдәре сәйәсәте буйынса семинарҙар алып бара, «Тышҡы сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙҙар» программаһын етәкләй, Милли сәйәсәт өсөн үҙәгенең президенты була.

Республикалылар идара иткән ваҡытта демократтарға әүҙем ярҙам итеүен дауам итә; Уолтер Мондейл һәм Майкл Дукакистың президент компанияларында тышҡы сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе була[7].

1982 йылда «Берҙәмлек»те хуплауын күрһәтеү маҡсатында «Польша Полша булһын өсөн» программаһында ҡатнаша[10].

БМО-ла хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылда Олбрайт Билл Клинтондың кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә һәм уның президент вазифаһына һайланыуынан һуң АҠШ-тың БМО ҡарамағындағы даими вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә[lower-alpha 2]. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшләгәндә ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Бутрос Гали менән үтә киҫкен мөнәсәбәттәрҙә булған[11]. Олбрайт БМО-ның Хәүефһеҙлек Советындағы 15 ағза араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булған[7].}}.

Ираҡҡа ҡаршы санкцияларҙы хуплаған. 1996 йылда Лесли Шталь менән «60 минут» тапшырыуында биргән интервьюһында ул аныҡлыҡ менән айырылып тормаған яуап ҡайтара. Шталь Олбрайттан Ираҡҡа ҡаршы санкцияларҙың эҙемтәләре тураһында һорағас: «Ярты миллион баланың һәләк булыуын ишеттек. Мин шуны күҙ уңында тотам: был Хиросимала һәләк булған балаларға ҡарағанда күберәк һан. Шундай хаҡ түләү кәрәк инеме?». Олбрайт былай тип яуапланы: «Минең уйлауымса, был бик ауыр һайлау, әммә ошо хаҡ түләнергә тейеш ине, тип уйлайбыҙ». Һуңынан ошо һүҙҙәре буйынса үкенес белдерҙе[12].

Халыҡ-ара эштәрҙә демократияны яҡлап ныҡышмалы сығыш яһай. Нацизм һәм коммунизм сәйәсәттәре менән яҡындан таныш булғанлыҡтан, бының өсөн ниндәй ҙә булһа хәрби ҡатнашлыҡ кәрәк булһа ла, кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса һәм авторитар режимдарға ҡаршы әүҙем сығыш яһаны[7].

Дәүләт секретары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдың декабрендә Мәскәүгә визиты

1997 йылда Клинтон президенты хакимиәтендә дәүләт секретары вазифаһына тәғәйенләнә, һәм был вазифала беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Олбрайт халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә АҠШ-ты ҡаты курсы яҡлы, Америка Ҡушма Штаттарының мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн хәрби көс ҡулланыуға тиклем барып етеү мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, сығыш яһай.

1999 йылда Төньяҡ Атлантика блогы (НАТО) тарафынан Югославияны «келәм бомбаға тотоу» нөктәләрен һайлағанда шәхсән үҙе ҡатнаша. Ул эшләгән осорҙа ислам террорсылары тарафынан Америка Ҡушма Штаттарының Кения һәм Танзаниялағы илселектәре шартлатыла. 2000 йылда ул Төньяҡ Кореяға бара һәм Ким Чен Ир менән осраша.

Артабанғы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдың 25 сентябрендә, АҠШ-тың отставкалағы башҡа бер нисә дәүләт секретарҙары менән бергә, Америка Ҡушма Штаттары Конгресын әрмәндәр геноциды тураһында 106 резолюцияны ҡабул итмәҫкә саҡырған хатҡа ҡул ҡуя[13].

Рәсәйҙең Украинала махсус операция уҙғара башлауына бер көн ҡалғас, The New York Times гәзите элекке дәүләт секретарының колонкаһын баҫып сығарҙы.

Үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың 23 мартында Вашингтонда яман шештән 85-се йәшендә вафат булды[14][15].

2022 йылдың 27 апрелендә Вашингтонда уҙған Милли кафедраль соборҙағы хушлашыу сараһына 1000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән президент Джо Байден, Билл һәм Һиллари Клинтон килде[16].

Себер тураһында Мадлен әйткән тип фаразланған фраза[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең Себергә бер үҙе генә хужа булыуы «ғәҙел түгел», тип раҫлауы, һәм Себерҙе халыҡ-ара контроль аҫтына ҡуйырға кәрәк тигән һүҙҙәрен йыш ҡына Рәсәйҙә Мадлен Олбрайтҡа ҡайтарып ҡалдыралар. Был һүҙҙәрҙе Рәсәйҙең ҡайһы бер дәүләт эшмәкәрҙәре: Владимир Путин[17], Федераль именлек хеҙмәте директоры Николай Патрушев[18][19][20], РФ вице-премьеры Дмитрий Рогозин[21][22], РФ Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе Алексей Пушков һәм башҡалар даими телгә ала[23][24] и другие. Уны телгә алғандарҙың береһе лә бер ҡасан да цитата сығанағына һылтанма бирмәй.

2007 йылдың октябрендә Новосибирск Ядро физикаһы институтында Владимир Путин менән тура тапшырыуында Рәсәй президентынан Олбрайт фекеренә комментарий биреүен һорағас, Путин: «Мин Олбрайт ханымдың был һүҙҙәре менән таныш түгелмен, әммә ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең башында ошондай идеялар йөрөгәнен беләм», - тип яуапланы[24], что «колоссальные естественные богатства Сибири несправедливо принадлежат одной России». Путин ответил: «Я не знаком с этим высказыванием госпожи Олбрайт, но знаю, что такие идеи в головах некоторых политиков бродят»[25]. 2014 йылда Владимир Путин үҙенең матбуғат конференцияһында, Ҡырымдың ҡушылыуынан һуң илдең иҡтисади ауырлыҡтарын аңлатып, йәнә ошо темаға ҡағылды: «...Себерҙең, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығы менән, Рәсәйҙеке генә булыуы ғәҙелһеҙлек тигәнде күп тапҡырҙар ишеттек. Ғәҙелһеҙлек? Ә Мексиканан Техасты тартып алыу - ғәҙелме?»[26]. 2021 йылдың майында сәйәсмән йәнә ошо темаға кире ҡайтты, һәм «кемдеңдер Себерҙең байлығына Рәсәй генә хужа булыуы ғәҙел түгел, тип әйтергә ҡыйыулығы етә[27]».

Был цитатаның тик Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан бер нисә сығанағы бар[28][29][30][31]:

  • Был өҙөмтә иң тәүгеләрҙән булып кинорежиссёр Никита Михалковтың 2005 йылдың 9 февралендә «Аргументы и факты» гәзитенә биргән интервьюһында телгә алына[31]. Унда ул, өҙөмтә сығанағын күрһәтмәйенсә, Олбрайттың ошо һүҙҙәренә асыуы килгәнен белдерә[32], не указывая источник цитаты[24].
  • «Новая газета» журналисы Юлиә Латина интернетта тапҡан был һүҙҙәр беренсе тапҡыр 2005 йылдың июнендә телгә алына. Уны автор Nataly1001 forum.germany.ru-ға урынлаштырған була. Журналист фекеренсә, иҫәп яҙмаһы троллдыҡы булыуы мөмкин[33].
  • 2006 йылда 1990-сы йылдарҙа президент Борис Ельциндың һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән элекке генерал-майоры Борис Ратниковтың «Российская газета» баҫмаһына интервьюһы баҫыла. 1999 йылда Рәсәй махсус хеҙмәттәре ярашлы «методикалар» ярҙамында сәйәсмәндең фотоһын ҡулланып, уның мейеһен сканерлай һәм «славяндарға ҡарата патологик нәфрәт» һәм Себерҙе үҙләштереү теләген барлығын асыҡлай[24][33][34][35].

Олбрайт үҙе был һүҙҙәрҙе кире ҡаҡты һәм: «Мин улай тип әйткәнем булманы, өҫтәүенә, мин бер ҡасан да улай уйламаным», - тип өҫтәне[36][37].

Сербтарҙы күрә алмаусанлыҡта ғәйепләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың октябрендә, Прагалағы Neoluxor китап магазинында «Пражская зима» тигән яңы китабына ҡул ҡуйыу акцияһында, Чехияның «Сербтарҙың Косоволағы дуҫтары» ойошмаһынан активистар төркөмө Олбрайтҡа килеп, 1999 йылда Косоволағы һуғышта һәләк булған сербтарҙы һүрәтләгән фотоһүрәттәргә ҡул ҡуйырға тәҡдим итә. Мадлен Олбрайт уларҙы «Хәшәрәт сербтар, тайығыҙ бынан!» тип екеренеп ҡыуып ебәргән. Протест күрһәтеүселәр ҡыуып сығарылған, акция үткән урынға полиция килеп еткән. Ваҡиғаның видеоһы рәсми сайтта урынлаштырылған [38]. Видео инцидента было размещено на сайте YouTube[39][40]. Һуңғараҡ протест белдереүселәр, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыуҙа һәм һуғыш ҡорбандарын ихтирам итмәүҙә ғәйепләп, Олбрайтты судҡа биргән[38][41][42].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылда Мадлен ваҡытлыса эшләгән гәзите журналисы Джозеф Медилл Паттерсон Олбрайт (Joseph Medill Patterson Albright) менән таныша һәм уға кейәүгә сыға. Был никахта өс ҡыҙ бала тыуған. 1982 йылда уларҙың никахы тарҡала[43].

1997 йылда дәүләт секретары булып киткәс, Олбрайт исемле йәһүд мираҫы тураһында хәбәр иткәс, отчет уның өсөн көтөлмәгән сюрприз бүләк булды, тигән[44]. Олбрайт призналась, что только в возрасте 59 лет[45] Олбрайт әйтеүенсә, 59 йәшемдә генә уның ике ата-әсәһенең дә йәһүд ғаиләһендә тыуып үҫеүҙәрен белгән. Уның Чехословакиялағы туған-тыумасаһы, шул иҫәптән уның өс өләсәһе һәм олатаһы Холопокост осронда үлтерелә[46][47].

Инглиз, урыҫ, чех телдәренә өҫтәп, Олбрайт француз, немец, поляк һәм серб-хорват телдәрендә һөйләшкән[48]. Ул шулай уҡ словак телен аңлаған[49].

Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Америка Ҡушма Штаттарының 64 йәшлек Дәүләт секретары образы Австралияның Silverchair рок-төркөмөнөң шул уҡ атамалы композицияһының музыкаль клипаны «Anthem for the Year 2000» прототибы булып хеҙмәт итте.
  • 15 апрелдән 17 июнгә тиклем Денверҙың художество музейында Мадлен Олбрайттың 200 брошкаһынан торған шәхси коллекцияһы күрһәтелде. Күргәҙмә Read my Pins тип аталған, һәм был «Минең броштарымдн уҡығыҙ» тип аталған. Эш шунда: Олбрайт, дипломатик һөйләшеүҙәргә оппоненттарына үҙенең кәйефе хаҡында белдереү өсөн, төрлө биҙәлешле брошкалар ҡаҙаған[50].
  • Олбрайт «Дәүләт секретары» Америка телесериалының икенсе миҙгелдең икенсе серияһында һәм бишенсе миҙгеленең тәүге серияһында үҙ-үҙе ролендә төшкән.
  • «Парктар һәм ял зоналары» сериалында уйнаған төп героиня Лесли Ноуптың (2009—2015 сериалдары) өҫтәлендә Мадлен Олбрайттың фотоһы тора[51].
  • 1999 йылғы «Союзная сила» операцияһы осорондағы башҡа сәйәсмәндәр менән бер рәттән, «Индексово радио позоришите» серб постановкаһындағы «Они су они»

популяр сатирик йырҙа «Малена Одврајт» тигән исем менән телгә алына.

Маҡтаулы исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҡ арыҫлан ордены (Чехия, 1997)

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Madam Secretary (2003) ISBN 0-7868-6843-0
  • The Mighty and the Almighty: Reflections on America, God, and World Affairs (2006) ISBN 0-06-089257-9, Олбрайт М. Религия и мировая политика / пер. с англ. А. Денисов. — М.: Альпина Бизнес Букс, 2007. — 352 с. — ISBN 978-5-9614-0502-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарийҙар
  1. По её собственным словам: «…была воспитана как католичка, перешла в Епископальную церковь. О еврействе своей семьи узнала позднее.» («Madeleine Albright and Big Bang actress 'ready to join Muslim registry'» Архивная копия от 26 ғинуар 2017 на Wayback Machine)
  2. Сенат утвердил кандидатуру Олбрайт единогласно[7].
Сығанаҡтар
  1. Madeleine Albright, First Woman to Serve as Secretary of State, Dies at 84 (ингл.)
  2. 2,0 2,1 «Madeleine Albright and Big Bang actress 'ready to join Muslim registry'» 2017 йыл 26 ғинуар архивланған..
  3. 3,0 3,1 Michael Dobbs, «Albright’s Family Tragedy Comes to Light» 2017 йыл 20 июль архивланған., The Washington Post February 4, 1997, p. A01.
  4. 4,0 4,1 Michael Dobbs, Josef Korbel’s Enduring Foreign Policy Legacy 2019 йыл 27 май архивланған., Washington Post, December 28, 2000.
  5. 5,0 5,1 Koven, Steven G. & Götzke, Frank (2010), «American Immigration Policy: Confronting the Nation's Challenges», Springer Science & Business Media, с. 159, ISBN 978-0-387-95940-5, <https://books.google.com/books?id=Pq04PFuRmQgC&pg=PA159>  2017 йыл 15 февраль архивланған.
  6. About us 2017 йыл 4 февраль архивланған., Josef Korbel School of International Studies, University of Denver, retrieved May 15, 2016.
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 Obituary: Madeleine Albright, the first female US secretary of state, BBC, 24.03.2022
  8. Мадлен Олбрайт — Политический портрет 2016 йыл 4 март архивланған. // worldpolit.ru
  9. Brockes, Emma. Interview: Madeleine Albright, The Guardian (30 октябрь 2003). 27 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  10. DAY OF PROTEST ON THE POLISH CRISIS GETS MODEST RESPONSE WORLDWIDE 2021 йыл 24 декабрь архивланған. (инг.)
  11. Albright M., Woodward B. Madam Secretary: A Memoir 2015 йыл 16 апрель архивланған.. — N.Y.: Miramax Books, 2005. — 736 p. — ISBN 1-4013-5962-0, ISBN 978-1-4013-5962-1.
  12. Albright M. The Mighty and the Almighty: Reflections on America, God, and World Affairs 2017 йыл 4 февраль архивланған.. — New York, N.Y.: HarperCollins, 2006. — 352 p. — ISBN 0-06-089257-9, ISBN 978-0-06-089257-9
  13. Letter from the Former Secretaries of State 2007 йыл 30 октябрь архивланған.
  14. Kelly, Caroline. Madeleine Albright, first female US secretary of state, dies, CNN (March 23, 2022). 23 март 2022 тикшерелгән.
  15. McFadden, Robert D.. Madeleine Albright, First Woman to Serve as Secretary of State, Dies at 84 (March 23, 2022). 23 март 2022 тикшерелгән.
  16. Байден, Билл и Хиллари Клинтон выступили на похоронах Олбрайт (27 апрель 2022).
  17. Путин заявил, что Россия «зубы выбьет всем, кто попробует у нее что-то откусить». Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 20 май 2021 года.
  18. Вторая «холодная» 2014 йыл 27 декабрь архивланған.. // «Российская газета», 15.10.2014.
  19. Елена Черненко. «За дестабилизацией Украины скрывается попытка радикального ослабления России» 2015 йыл 22 июнь архивланған. Газета «Коммерсантъ» № 107 от 22.06.2015, стр. 1
  20. Николай Патрушев снова вспомнил фейковую цитату Мадлен Олбрайт 2016 йыл 4 февраль архивланған. «Телеканал Дождь», 26. 01.2016
  21. Дмитрий Рогозин: Может ли русский патриот быть вместе с бандер-блогером? 2015 йыл 28 февраль архивланған.. // «Комсомольская правда», 2 Февраля 2012.
  22. Русский ответ Владимиру Путину 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // «Известия», 31 января 2012.
  23. Интервью Алексея Пушкова 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // Передача «Особое мнение», радиостанция «Эхо Москвы», 14 июля 2005.
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 Артём Кречетников. «Русофоб» Олбрайт и «кремлевский Мерлин» 2016 йыл 10 февраль архивланған. «Русская служба BBC», 22.06.2015.
  25. Стенограмма прямого теле- и радиоэфира («Прямая линия с Президентом России») 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // Официальный сайт Президента РФ, 18 октября 2007.
  26. Большая пресс-конференция Владимира Путина. Стенограмма 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // Официальный сайт Президента РФ, 18 декабря 2014.
  27. Путин вновь использовал выдуманную цитату Олбрайт о богатствах Сибири (20 май 2021). 20 май 2021 тикшерелгән.
  28. Латынина Ю. Л., Что сказала Мадлен Олбрайт? 2010 йыл 9 ғинуар архивланған.. // Ежедневный Журнал 2010 йыл 29 март архивланған.. — 23 октября 2007 года
  29. Московский Комсомолец: происшествия, общество, культура, мнения, интервью — МК(недоступная ссылка с 21-05-2015 (3214  дня))
  30. Федор Лукьянов. Особое мнение 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // «Эхо Москвы», 6 августа 2007.
  31. 31,0 31,1 Путин — о мишке, Сибири и «отхапанном» Техасе 2014 йыл 20 декабрь архивланған.. // «МК», 18.12.2014.
  32. Михалков Н. С. Михалков. Пропаганда. Вера. Отечество. 2014 йыл 20 декабрь архивланған. // Аргументы и факты, выпуск 06 (1267) от 9 февраля 2005 г.
  33. 33,0 33,1 Выдуманная цитата Олбрайт. Как источником слов Патрушева стало «чтение мыслей» 2016 йыл 4 февраль архивланған. «Medialeaks», 23.06.2015.
  34. Генерал ФСО: В мыслях Мадлен Олбрайт мы обнаружили патологическую ненависть к славянам. Российская газета. Дата обращения: 14 апрель 2017. Архивировано 9 июнь 2016 года.
  35. Дмитрий Трещанин, Ольга Серебряная. Как пропагандисты приписали Бисмарку страх перед Россией  (рус.), Настоящее Время (26 ғинуар 2016). 14 апрель 2017 тикшерелгән.
  36. Putting Words in Albright’s Mouth 2014 йыл 20 декабрь архивланған. // «The Moscow Times», Nov. 07 2007.
  37. Putin Cites Claim About U.S. Designs on Siberia Traced to Russian Mind Readers 2017 йыл 13 ноябрь архивланған. // «The New York Times», Dec. 18, 2014.
  38. 38,0 38,1 Активисты в защиту сербов подали жалобу на Мадлен Олбрайт // Пражский телеграф. Дата обращения: 22 декабрь 2015. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
  39. Ҡалып:Cite video Архивная копия от 29 октябрь 2019 на Wayback Machine
  40. Madeleine Albright's scrap with pro-Serbian activists. The Atlantic (29 октябрь 2012). Дата обращения: 30 сентябрь 2017. Архивировано 12 октябрь 2017 года.
  41. Ҡалып:Cite video Архивная копия от 27 июль 2013 на Wayback Machine
  42. Wirnitzer, Jan Aktivisté dali trestní oznámení na Albrightovou kvůli "odporným Srbům" (чеш.). iDnes (13 ноябрь 2012). Дата обращения: 22 декабрь 2015. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
  43. Dobbs, Michael. Becoming Madeleine Albright (2 май 1999).
  44. Ҡалып:Cite magazine
  45. Kaleem, Jaweed. Madeleine Albright Discusses Her Jewish Background And Her New Book, 'Prague Winter', HuffPost (27 апрель 2012).
  46. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ushmm_2007-04-12 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  47. Lee, MJ Albright memoir: Her secret past. Politico (24 апрель 2012). Дата обращения: 14 август 2018. Архивировано 14 август 2018 года.
  48. A Conversation with Madeleine Albright (14 апрель 2008). Дата обращения: 23 март 2022. Архивировано 24 март 2022 года.
  49. Valášek, Tomáš Za Madeleine Albrightovou: Putin ju obvinil z rusofóbie a mýlil sa (билдәһеҙ). Denník N (23 март 2022). Дата обращения: 24 март 2022.
  50. Read My Pins: The Madeleine Albright Collection (ингл.). Дата обращения: 10 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
  51. Парки и зоны отдыха (сериал 2009—2015). 2 сезон, 4 серия, 0:04:01

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
Уоррен Кристофер
Государственный секретарь США
23 января 199720 января 2001
Һуңынан килеүсе:
Колин Пауэлл

Ҡалып:Государственные секретари США Ҡалып:Кабинет Билла Клинтона Ҡалып:Представители США при ООН