Коваленко Олеся Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Олеся Николаевна Коваленко битенән йүнәлтелде)
Коваленко Олеся Николаевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 17 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Спорт төрө Дзюдо[1]
Ҡатнашыусы judo at the 1991 European Youth Olympic Days[d], Чемпионат России по дзюдо 2000[d], sumo at the 2001 World Games – women's heavyweight[d], Sumo at the 2005 World Games[d], sumo at the 2009 World Games – women's heavyweight[d], sumo at the 2009 World Games – women's openweight[d], Q15904272?, sumo at the 2013 World Combat Games[d], Чемпионат мира по сумо[d], Чемпионат мира по сумо[d] һәм Чемпионат мира по сумо[d]
 Коваленко Олеся Николаевна Викимилектә

Коваленко Олеся Николаевна (17 ғинуар 1975 йыл) — самбо һәм дзюдо буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, дзюдо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, сумо буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, егерме өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм ун дүрт тапҡыр Европа чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олеся Николаевна Коваленко 1975 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында спортсылар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе, Венера Нәбетдин ҡыҙы Коваленко, йәш сағында саңғы менән мауыға, саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан чемпионы була. Атаһы, Коваленко Николай Алексеевич, ауыр атлетика менән шөғөлләнгән, был спорт төрөнән беренсе разряды бар.

Олеся һигеҙ йәшенән Өфөлә баскетбол секцияһында шөғөлләнә, һуңынан дзюдо секцияһына йөрөй. 13 йәшендә Курск ҡалаһына күсә, унда 1-се интернат-мәктәптә уҡый һәм йәшәй, дзюдо һәм самбо менән етди шөғөлләнә. Олесяның дзюдо буйынса һөҙөмтәләре:

1991 йыл. Европа йәштәр олимпиада фестивале, Бельгия (Брюссель). 66 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын

1992 йыл. Халыҡ-ара кадеттар чемпионаты, Германия. 72 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын

1992 йыл. Халыҡ-ара үҫмер спортсылар чемпионаты, Германия (Берлин). 72 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын

1993 йыл. Рәсәй йәштәр чемпионаты (Брянскиҙә). 72 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын.

1993 йыл. Европа үҫмер спортсылар чемпионаты, Нидерланд (Арнем). 72 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын.

1997 йыл. Халыҡ-ара чемпионат, Белоруссия (Минск).. 72 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 2-се урын.

2000 йыл. Рәсәй чемпионаты (Пермь) абсолют ауырлыҡ категорияһында 3-сө урын.

1998 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп бара. Бер нисә йәрәхәт алғандан һуң үҙен сумола һынап ҡарай. Был спорт төрөндә тәүге етди уңыш — 1998 йылда Германияла донъя чемпионатында бронза миҙал (Риза). Артабан:

2000. Европа чемпионаты, Польша (Краков). 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын

2000. Донъя чемпионаты, Бразилия (Сан-Паулу). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2001. Европа чемпионаты, Нидерланд. 80 кг -дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1-се урын, абсолют категорияла 1-се урын һәм командалар ярышында 2-се урын.

2001. Бөтә донъя уйындарын, Япония (Акита). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2002. Европа чемпионаты, Рәсәй (Мәскәү). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 2-се урын, абсолют категорияла 1-се урын һәм командалар ярышында 2-се урын.

2002. Донъя чемпионаты, Польша (Вроцлав). 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1 урын

2003. Европа чемпионаты, Германия (Риза). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1-се урын, абсолют категорияла 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2004. Европа чемпионаты, Венгрия (Сольнок). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 2-се урын, абсолют категорияла 2-се урын һәм команда ярыштарында 1-се урын.

2005. Бөтә донъя уйындарын, Германия (Дуйсбург). 80 кг .-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 2-се урын, абсолют категорияла 1-се урын һәм командалар ярышында 2-се урын.

2005. Донъя чемпионаты, Япония (Осака). командалар ярышында 1 урын.

2006. Европа чемпионаты, Германия (Риза). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2006. Донъя чемпионаты, Япония (Осака). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2007. Европа Чемпионаты, Венгрия (Будапешт). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2007. Донъя чемпионаты, Таиланд (Чиангмай). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2008. Европа Чемпионаты, Польша (Кротошин). Командалар ярышында 1 урын.

2008. Донъя чемпионаты, Эстония (Раквере). Командалар ярышында 1 урын.

2009. Европа чемпионаты, Швейцария (Рен). Ккомандалар ярышында 1 урын.

2010. Европа чемпионаты, Болгария (Варна). Командалар ярышында 2-се урын.

2012. Европа чемпионаты, Украина (Луцк). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

2012. Донъя чемпионаты, Гонконг. 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында 2-се урын һәм командалар ярышында 1 урын.

2013. Европа чемпионаты, Польша (Варшава). 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияларында 1-се урын һәм командалар ярышында 1-се урын.

Эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олеся Коваленко полиция капитаны. Әлеге эш урыны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса Баш идаралығының 2-се оператив полиция полкы. Курск өлкәһенең эске эштәр идаралығы подразделениеларының береһендә инспектор-кинолог булып эшләгән. Һуңынан Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарҙы яҡлау Академияһында эшләй. 2006 йылда Мәскәү ҡалаһы буйынса ҡала эске эштәр идаралығы енәйәт-процессуаль кодексы физик әҙерлек һәм спорт буйынса бүлеге инспекторы булып эшләй. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Орел юридик институтын ситтән тороп тамамлай. Спортсы юрист карьераһын планлаштыра.

Мауығыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олеся бик талантлы кеше. Уның мауығыуҙары күп һәм күп яҡлы: дайвинг, һыу аҫтында балыҡ тотоу, тау саңғыһы, хоккей, коньки, сәйәхәт, внедорожникта ралли, ҡул эштәре, ат спорты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.judoinside.com/judoka/3361 (ингл.) — 2002.