Оло Арыҫланғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Оло Арыҫланғол
Оло Арыҫланғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла районы

Координаталар

51°48′36″ с. ш. 57°32′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 805 002

ОКТМО коды

80 655 405 106

ГКГН номеры

0666900

Оло Арыҫланғол (Рәсәй)
Оло Арыҫланғол
Оло Арыҫланғол
Оло Арыҫланғол (Башҡортостан Республикаһы)
Оло Арыҫланғол

Оло Арыҫланғол (рус. Большеарслангулово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 136 кеше[1]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 136 73 63 53,7 46,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 64 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Әбеш): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 120 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Оло Арыҫланғол ауылында 33 йорт булған һәм 200 кеше йәшәгән. 1816 йылда ауылда 28 йорт һәм 136 кеше иҫәпләнгән. 1816 йылда ауылда ауыл» начальнигы Ильяс Арыҫланғол улы Күскилдин (1766-1851), уның улдары: 1796 йылғы Ҡаҙбулат (1859 йылдан зауряд-хорунжий), Йәнбулат, Ғәбделғәлләм, 1818 йылғы Әхмәтйән (1859 йылдан алып урядник), Дауыт, Муса һәм Ғайса; 1771 йылғы Мөхәмәт Арыҫланғол улы Күскилдин (ҡатыны Һағынбикә), уның улдары:1793 йылғы Аҡбулат Арыҫланғолов, Аллаяр, Искәндәр, ҡыҙы Мәрзиә; Сәфәр Байбулатов;сотник Кайсар Канбулатов; Мәсәғүт Мурзин; Сәйфулла Ураҙғолов;указлы мулла Вәлит Теләғол улы Сурин (1769 йылғы);мәзин Хәйбулла Ниязғолов; Абдрахман Күскилдин,уның улы зауряд - сотник Йәғәфәр; Рәхмәтулла Аралбаев;1729 йылғы Теләғол Сурович, уның улдары:1771 йылғы Хәлит, (Хәлиттең улдары: Бикйән, Мөхәмәтйән, Сәлимйән), Ласын, Ҡарабулат; Мәүли Арыҫланғолов, уның улы: Сәйфитдин (Сәфитдиндең улы Көнфиә).[2]

Арыҫланғол ауылы халҡы тағы бер нисә яңы ауылға нигеҙ һалған. 1854 йылда Арыҫланғолдан 8 ғаилә Ишбирҙе ауылына күсеп китә. Улар араһында Ғәбделкәрим, Мөхәмәткәрим, Ғәбделмөмин Байбулатовтар; Үзбәк Ишкинин; Дәүләтҡол Күскилдин. 1854 йылда Арыҫланғол ауылында 334 кеше йәшәгән. 1859 йылда ауылда 41 ихата һәм 556 кеше иҫәпләнгән.[2]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙыу бар: «Орский уезд, 2-й стан, № 735 дер. Араслангулова (Назаргулова), башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 114 верст, от становой квартиры 78 верст, число дворов 50, число жителей: муж. 256, жен. 274. В деревне действовала мечеть.»[3]

1917 йылда ауылда 140 йорт һәм 682 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда 92 йорт һәм 196 кеше, 1989 йылда - 182 кеше.

19 быуат аҙағында Бәләкәй Арыҫланғол ауылы айырылып сыға. Тәүге күсеп сығыусылар: Хәсән Теләүғолов; Баймамат Сурин; Динислам Ласынов; Садиҡ Күскилдин. Һуңыраҡ башҡа кешеләр ҙә яңы ауылға күсенә башлаған. Күсеп китеү сәбәбе булып сәсеү һәм сабынлыҡ ерҙәренең яҡын булыуы тора.[2]

1917 йылда яңы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 54 йорт һәм 277 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда - 70 йорт һәм 398 кеше, 1989 йылда - 90 йорт һәм 505 кеше йәшәгән.

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дуҫлаҡ урамы, (рус. улица Дружбы)
  • Шайморатов урамы, (рус. улица Шаймуратова)[4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
  3. Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 37 по Республике Башкортостан