Эстәлеккә күсергә

Оло Ағарҙаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Ағарҙаш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Ағарҙаш (рус. Большо́й Агардя́ш - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.

Оло Ағарҙаш Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округында ятҡан, көнбайышында Аткөс йылғаһына инеш биргән күл. Көнбайыштан һәм төньяҡтан бер нисә ваҡ шишмә (Безымянка, Лебяжка һәм башҡалар) ҡушыла. Көньяҡ-көнсығыш яры буйлап урындағы әһәмиәттәге ҠарабашҠыштым автомобиль юлы үтә. Аткөс йылғаһы ағымы буйынса күлдән көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта 29-сы км тип аталған кеше йәшәмәгән утар бар.

Көньяғынан ярға яҡын зур тау массивы килеп терәлгән.

Силәбенән - 120 километр, Екатеринбургтан 125 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Координаттары - 55°32'57"N 60°15'21"E

  • Майҙаны — яҡынса 350 гектар.
  • Уртаса тәрәнлеге — 4-5 м, иң тәрән урыны — 5 м.
  • Һыу көҙгөһө - 306,2

Күлдең һыҙатланышы түңәрәк, көнбайыштан һыуҙы икегә бүлеп ярымутрау өңөп ингән, ике ҡултыҡ барлыҡҡа килгән (Серебрянская Нога һәм Беркутинская Нога)

Ярҙары ныҡ һаҙлыҡлы.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлде уратып периметры буйынса ҡатнаш (шыршы, ҡайын), ә көньяғынан япраҡлы урмандар уратып алған. Яр буйҙарында екән үҫә.

Күлдә суртан, ябай һыла, ҡарабалыҡ, алабуға, аҡ сабаҡ тереклек итә.

Оло Ағарҙаштан ағып сыҡҡан исемһеҙ бәләкәй шишмә Кесе Ағарҙаш күле менән тоташып, уларҙы иш-ҡуш яһай. Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы Ғ.К. Вәлиев атаманың балыҡҡа килеүен былай аңлата:

Большой Агардяш, и его правый безымянный ручей, протекающий через Малый Агардяш, слившись, образуют озерную пару, что и подтверждают башкирские названия Ағарҙаш с аффиксом совместности -даш//-дəш//-ҙаш//-ҙəш//-таш//-тəш:. Русская передача аффикса с мягким согласным -д- (-дяш) говорит о возможном произношение слова башкирами в палатальном варианте: -Әгəрҙəш

[2].

Йәғни, халыҡ телендә гидроним Ағарҙаш булып та, Әгәрҙәш булып та йөрөүе ихтимал.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27
  • Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ