Оло Баҡса урамы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Баҡса урамы
Дондағы Ростов
Фотография
Дума һәм Ҡала йорто
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Киров, Ленин

Оҙонлоғо

3,79 км

картала

Оло Баҡса урамы — Дондағы Ростовта үҙәк урам, ҡаланың иң матур һәм иң боронғо урамдарының береһе. Оло Баҡса урамында Ҡала йорто, Музыка театры, Чернова йорто, Үҙәк универсаль магазин кеүек ҡаланың иҫтәлекле урындары урынлашҡан. Шулай уҡ Оло Баҡса урамында ҡала, өлкә хакимиәте һәм Рәсәй Федерацияһы президентының Көньяҡ федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле хакимиәте кеүек мөһим административ учреждениелар урынлашҡан.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростовта барыһы ике Баҡса урамы була— Оло һәм Кесе Баҡса урамдары, улар бер-береһенә параллель рәүештә урынлашҡан. Оло Баҡса урамы үҙенең исемен, ҡасандыр уның территорияһында баҡса урынлашҡан булғанлыҡтан ала. Был биләмә Дондағы Ростов ҡалаһының сите була, ә үҙәк баҙарҙағы Собор майҙаны ҡаланың үҙәге булып тора. Совет заманында Оло Баҡса урамы Фридрих Энгельс урамы тип, ә Кесе Баҡса урамы Александр Суворов урамы тип үҙгәртелә, әммә XX быуаттың 90-сы йылдарында Оло Баҡсаға тарихи исеме кире ҡайтарыла, ә Кесе Баҡса урамына ҡайтарылмай. 71-се һанлы йортта урамдың элекке исеме хөрмәтенә Энгельс урамы тигән иҫтәлекле таҡта тороп ҡалған[1].

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам ҡаланың төп транспорт артерияһы булып тора, ҡаланың үҙәген Нахичевань, Сельмаш райондары һәм Орджоникидзе, Александровка ҡасабалары менән бәйләй. Күп һанлы автобус һәм троллейбус маршруттары йөрөй. 2014 йылдың 1 авгусында урамда маршрут буйынса хәрәкәт тыйыла.[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Оло Баҡса урамы.
Чернова йорто һәм Оло Баҡса урамы

Оло Баҡса урамының һыҙаты башлап, исеме лә юҡ саҡта, Дондағы Ростов планында 1781 йылда барлыҡҡа килә. 1811 йылғы ҡаланың генераль планында ул Загородный тип атала.

XIX быуат башында урамдың таҡ яғында баҡса була. Тик Никольский тыҡрығы районында ғына (хәҙер Семашко) мал һуйыу урыны, ҡарттар йорто, ат баҙары була. XIX быуат уртаһына тиклем Оло Баҡса урамы ҡала сите була — унда сүп-сар түгәләр, йыуынтыҡ һыуҙар ағыҙалар.

Тиҙҙән Оло Баҡса үҙәк урам исемен яулай. Тәүҙә Баҙар майҙаны ҡала үҙәге тип һанала, ә төп урам — Почта (һуңыраҡ Иҫке Почта, хәҙер Станиславский) урамы. Һуңғараҡ Мәскәү урамы үҙәк урам була, ул Мәскәү сауҙагәрҙәре төҙөлөшө менән бәйле шулай тип атала.

1862 йылда ҡала менән идара итеүҙе ҡабул иткән ҡала башлығы А. М. Байков Оло Баҡса урамының «Атаһы» булып китә. 1864 йылдың 1 сентябрендә Оло Баҡса урамында тәүге кәрәсин фонарҙары барлыҡҡа килә. 1865 йылда һыу үткәргес эшләй башлай. 1868 йылдан Оло Баҡса урамы буйлап Доломановский тыҡрығынан Нахичевань менән сиккә тиклем күп урынлы йәмәғәт көймәләре йөрөй башлай. 1901 йылда беренсе электр трамвайы йөрөй башлай.

Башта Оло Баҡса урамында төҙөлөш яй бара, сауҙагәрҙәр Мәскәү һәм Почта урамындағы йәшәгән урындарын теләмәй генә ҡалдырып китәләр, әммә һуңынан төҙөлөш бумы башлана. Бигерәк тә Таганрог проспектынан (хәҙер Буденный) Оло (хәҙер Ворошилов) урамына тиклемге киҫектә төҙөлөш йылдам алып барыла. Бөтә биналар ҙа үҙ хужалары фамилиялары буйынса аталалар һәм үҙенсә уникаль булалар. Урамдың был өлөшө беҙҙең көндәрҙә лә ҡаланың иң матур өлөшө, ул шулай уҡ «Ростов Бродвейы» тип атала.

Революция, граждандар һуғышы һәм икенсе донъя һуғышы ваҡиғалары, шулай уҡ совет власы эшмәкәрлеге Ростов ҡалаһының, һәм айырым алғанда уның үҙәк урамының тышҡы йөҙөнә кире йоғонто яһай. Күп кенә матур һәм мөһабәт биналар сифатһыҙ реконструкциялана йә юҡҡа сыға, шул сәбәпле Оло Баҡса урамының XX быуат башындағы ҡабатланмаҫ ҡиәфәте мәңгелеккә юҡҡа сыға, коллекционерҙарҙа, музейҙа һаҡланып ҡалған иҫке фотоһүрәттәр һәм открыткалар ғына урамда булған юғалған матурлыҡты күрһәтә ала.

Оло Баҡса урамы Темерник йылғаһы аша күпер артындағы Ҡала яны вокзалы эргәһендә башлана. Таганрог (хәҙер Буденный) проспектынан Ҙур (Ворошилов) проспектына тиклем Оло Баҡса бөтөнләй икенсе төрлө төҫ ала. Бында бөтә ҡала яңылыҡтары беренсе булып барлыҡҡа килә: ҡала транспорты һәм яҡтыртыу, иң зиннәтле айырым йорттар күтәрелә: дүрт һәм биш ҡатлы. Оло Баҡса урамындағы һәр йортта тиерлек магазиндар була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мемориальные доски г.Ростова-на-Дону. voopiik-don.ru. Дата обращения: 5 ноябрь 2013.
  2. Отмена маршруток на Большой садовой

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]