Эстәлеккә күсергә

Оло Юшатыр (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Юшатыр
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һайылмыш
Ҡушылдыҡ Көйөргәҙе йылғаһы, ba, Ҡуяныш (йылға), Кесе Гөмбәт, Кесе Юшатыр һәм Туғыҙтимер
Бассейн майҙаны 3393 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 113 метр
Оҙонлоҡ 92 km
Карта
 Оло Юшатыр Викимилектә

Оло Юшатыр — йылға, Һайылмыш йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы бассейны) уң ҡушылдығы. Күмертау ҡалаһы составындағы Маяҡ ауылынан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы, Ырымбур өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һайылмышҡа (тамағынан 55 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92 км, бассейн майҙаны 3393 кв.км. Ҡатнаш, башлыса, ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,7 куб/с. Бассейн өҫтө убалы, тәпәш ҡалдыҡ тауҙар бар. Ландшафы йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле-ҡыяҡлы далаларҙан тора; һөҙәк һыу айырғыстарҙа ҡайын сауҡалыҡтары осрай. Бассейндың күп өлөшө һөрөлгән. Йылғала 2 быуа төҙөлгән. Башҡортостан территорияһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Ҡунаҡбай, Ҡаҙлайыр, Оло Көйөргәҙе; һул — Ҡуяныш, Туғыҙтимер, Кесе Юшатыр һ. б.

  • Энциклопедия Башкортостана
  1. GEOnet Names Server — 2018.