Ольковичи (Минск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ольковичи
Рәсем
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Aĺkovičy
Дәүләт  Беларусь
 Польша Республикаһы[d]
Административ үҙәге Ольковичский сельсовет[d] һәм Q9271586?
Административ-территориаль берәмек Ильянский сельсовет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 20 кеше (2019)
Почта индексы 222442
Номер тамғаһы коды 5
Карта
 Ольковичи Викимилектә


Ольковичи (бел. Альковічы) — Белоруссияның]] Минск өлкәһе Вилей районындағы ауыл, Илья ауыл советы составында тора. Халҡы — 28 кеше (2009 йыл мәғлүмәттәре буйынса)[1].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл агро ҡала Илья ауыл советы үҙәгенән Логойский районы сигенә тиклем 12 км төньяҡ-көнсығышҡа табан, район үҙәге Вилейка ҡалаһынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ольковичи ауылынан 10 км төньяҡ-көнбайышта Вилейка һыуһаҡлағысы урынлашҡан, ауылдан 3 км төньяҡҡа табан Вилия йылғаһының ҡушылдығы Кобылянка йылғаһы аға. Ольковичи ауылы тирә-яҡтағы Юнцевичи, Овсяники, Стайки, Матьковцы ауылдары менән урындағы юлдар менән тоташҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы — Вилейка ҡалаһы станцияһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл XVII быуаттан уҡ билдәле булған, бында 1699 йылда католик ағас часовняһы төҙөлгән, унда Дева Мария иконаһы ҡуйылған. 1722 йылда ауылдың хужаһы, епископ Александр Гараин, үҙ аҡсаһына Богородица Раштыуаһы ағас костелын төҙөтә. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Ольковичи мәхәлләһе үҙаллылыҡ статусын ала[2].

1793 йылда Речь Посполитая икенсе тапҡыр бүленгәс, Ольковичи, бөтә Вилейщина кеүек үк, Рәсәй империяһы составына инә. Артабан Минск губернаһының Вилейка өйәҙе составында тора, ә 1843 йылдан алып Вилен губернаһы составында була[3].

XIX быуатта бындағы католик ғибәҙәтханаһы неоклассицизм стилендә яңынан ағас сиркәү итеп төҙөлә. Ул алты колонналы портиклы, ике ҡатлы манаралы итеп һалынған. 1897—1905 йылдарҙа уның янында йәнәш неоготика стилендә таш ҡорам күтәртелә. Был ҡорам Посещение Пресвятой Девы хөрмәтенә иҙгеләндерелгән[4]. Иҫке ағас ҡорам һаҡланмаған.

Рига тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң (1921) Ольковичи һуғыштар араһындағы Польша составында була, өҫтәүенә, ил сиге ауыл янында үтә. 1939 йылдан алып Ольковичи БССР составында тора.1940 — 2013 йылдарҙа Ольковичи ауыл советы үҙәге була. 1941 йылдың июненән 1944 йылдың июленә тиклем Ольковичи Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец оккупацияһы аҫтында тора.

1930 йылда иҫке ағас һәм таш ҡорам

1989 йылда католик ҡорамы реставрациялана һәм хәҙерге көндә эшләй[5]. Был ҡорам Ольковичи ауылы һәм тирә-яҡ ауылдары өсөн мәхәллә сиркәүе булып тора.

2013 йылда Ольковичи ауыл советы бөтөрөлә, Ольковичи ауылы һәм уның тирәһендәге башҡа тораҡ пункттар Илья ауыл советы составына инә.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Посещение Девы Мария католик ғибәҙәтханаһы (неоготика, 1905 йыл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. У 6 т. Кадэты — Ляшчэня / Беларус. Энцыкл.; Рэдкал.: Г. П. Пашкоў (галоўны рэд.) і інш.; Маст. Э. Э. Жакевіч. — Мн.: БелЭн. ISBN 985-11-0041-2

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]